Пролетар районы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пролетар районы
[[Дондағы Ростов]]
Барлыҡҡа килгән:

1929 йыл

Майҙаны:

37,1 км²

Халыҡ һанын иҫәпләү:

2016

Халыҡ һаны:

119 679[1] кеше

Почта индекстары:

344037, 344072, 344111, 344019

Телефон кодтары:

863

Рәсми сайт

Пролета́р райо́ны — Дондағы Ростов райондарының береһе. 1929 йылда барлыҡҡа килгән. Үҙ сиратында Нахичевань, Александровка, Берберовка тигән өлөштәрҙән тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1779 йылдың 14 ноябрендә Рәсәй императоры Екатерина II Грамотаһы менәнҠырымдан килгән күскенсе әрмәндәргә Изге Димитрий Ростовский рус ҡәлғә стеналары янында, «Полуденка ыҙаны янында айырым ҡалаға» нигеҙ һалырға рөхсәт ителгән. Шулай Ҡырым ханлығынан күсерелгән христиандар Дондың түбәнге ағымында Hop-Нахчиван тип аталған ҡала барлыҡҡа килтерәләр.

1782 йылда Hop-Нахчиван халҡы 4 мең кеше тәшкил итә. 1828 йылдың февралендә ҡала рәсми рәүештә Рәсәй империяһы составына индерелә һәм исеме үҙгәртелә: уның исеменән «Нор» ҡушымтаһы алып ташлана, ҡала «Дондағы Нахчиван» тип атала башлай. Был осорҙа ҡаланың сәнәғәт базаһы йылдам үҫешә башлай, сауҙа, һөнәрселек үҫешә, тәүге уҡыу йорттары асыла. 1825 йылда Нахичевань ҡалаһының 33 фабрикаһы була инде — балыҡ, туң май иретә торған, араҡы, күн, кизе-мамыҡ һәм башҡалар.

Ике ҡала араһындағы сик — Ростов һәм Нахичевань — һәр ваҡыт була һәм шартлы рәүештә тип һанала. Дөйөм алғанда, уҙған быуаттың егерменсе йылдар башында, Дон баш ҡалаһында 350 меңдән ашыу кеше йәшәгән. Ике ҡала бер ҡала итеп берләштерелеп, уға Дондағы Ростов исеме бирелә, һәм был турала хөкүмәт ҡарары бик урынлы була. 1928 йылдың 28 декабрендә Театр майҙаны буйлап үткән айырып торған сик юҡҡа сығарыла, ә 1929 йылда Нахичевань территорияһында ҡаланың иң эре райондарының береһе — Пролетар районы барлыҡҡа килә.

1961 йылда районға Дондағы Ростов составына идерелгән Александровская станицаһы ҡушыла.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
1959[2]1970[3]1979[4]2002[5]2009[6]2010[7]2012[8]
97 620122 464132 268132 276126 664122 174121 450
2013[9]2014[10]2015[11]2016[1]
120 665119 772119 124119 679

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нахичевань ҡалаһының күп тармаҡлы, тарихи формалашҡан сәнәғәт-иҡтисади базаһы Пролетар районының үҫеше өсөн нигеҙ булып тора. Бөгөнгө көндә Пролетар районында алты меңдән ашыу хужалыҡ итеүсе субъекттар бар, шуларҙың байтаҡ өлөшөн бәләкәй бизнес субъекттары тәшкил итә, утыҙ ике эре һәм урта предприятие, уларҙың күбеһе тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләй.

Иң уңышлы эшләгән предприятиеләргә Ябыҡ Акционер Йәмғиәте (ЯАЙ) «Ростовгазоаппарат» производство коллективы, ЯАЙ «Эмпилс», Асыҡ Акционерҙар Йәмғиәте (ААЙ) «Колфа», ААЙ «Ростов он заводы» ААЙ «Дон кондитер фабрикаһы», ЯАЙ «Ростов уйынсығы», ААЙ «Красный Аксай», ААЙ «Ростшампанкомбинат» һәм башҡа бик күп предприятиелар инә. Бында ҡаланың төп йәшәйеште тәьмин итеү системалары, идара итеү системаһы, хужалыҡ һәм торлаҡ-коммуналь инфраструктураһы тупланған: ҡала Һыу каналы, Горэлектросеть, Горгаз, Электросвязь.

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пролетар районында бик күп һанда уҡыу йорттары, спорт залдары, мәҙәниәт учреждениеләре, театр һәм концерт майҙансыҡтары бар.

Боронғо Нахичевань бөгөнгө көндә лә урамдарының һәм күркәм ихаталарының, торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналарының ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге, йәшеллектең, парк һәм майҙандарының күплеге менән әсир итә. XVIII быуат аҙағында — XIX быуаттың беренсе яртыһында төҙөлгән күп капиталь ҡоролмалар уникаль тип танылды, тергеҙелделәр һәм дәүләт яҡлауы аҫтындалар, бында хәҙер модерн, барокко, урыҫ классицизмы стилендә башҡарылған төҙөлөш һәм архитектура ҡомартҡылары 150-нән ашыу иҫәпләнә.

Пролетар районының архитектура ҡомартҡылары араһында: Егор Красильников йорто, Нахичевань ҡала театры бинаһы, Гайрабетов йорто, Лусеген Попов йорто, М. Горький исемендәге Ростов академия драма театры, Сагиров йорто, Кечекьян йорто.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  2. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  3. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  4. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  6. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  7. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  10. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]