Эстәлеккә күсергә

Псәнчин Айбулат Вәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Псәнчин Айбулат Вәли улы
Тыуған көнө

12 февраль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

география тарихы, этнография, картография

Эшләгән урыны

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Награда һәм премиялары

Тарихсы-архивсыларҙың Рәсәй йәмғиәтенең Почёт билдәһе (2007); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011)

Псәнчин Айбулат Вәли улы (12 февраль 1967 йыл) — ғалим-географ. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт университетының физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2011 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге «Почёт Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, 2012 йылдан — директор урынбаҫары, 2015 йылдың декабренән — директор вазифаһын башҡарыусы, 2016—2021 йылдарҙа директоры. География фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Тел белгесе Вәли Псәнчиндың улы.

Башҡорттарҙың этник географияһы, этнография тарихы, Фәндәр академияһы комиссиялары һәм фәнни ойошмалар тарихы, этник картография тарихы өлкәләрендә белгес.

Лингвист В. Ш. Псәнчиндың улы. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының география-иҡтисад факультетын тамамлай. 1995 һәм 2002 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институтында стажировка үтә. 1998 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтында «История географического изучения и картографирования территории Башкортостана (до нач. ХХ в.)» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2004 йылда «История этнической картографии в России (ХХ быуаттың 30-сы йылдарына тиклем)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2008 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Тәбиғәт белеме һәм техника тарихы институтында докторлыҡ диссертация советы ағзаһы булып тора. Башҡорт дәүләт университетының география факультетында физик география, тыуған яҡты өйрәнеү[1] һәм туризм кафедраһы мөдире булып эшләй. 2011 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында этнология бүлеге мөдире.

Өфө ғилми үҙәге президиумы, Рус география йәмғиәтенең этнографик комиссияһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Топонимия комиссияһы, «Проблемы востоковедения», «Известия УНЦ РАН», «Уфимский археологический журнал» фәнни журналдарының мөхәрририәт ағзаһы.

  • Псянчин А. В. История этнической картографии в России (До 30-х гг. XX в.) : Дис. … д-ра геогр. наук : 07.00.10 : Москва, 2004 325 c. РГБ ОД, 71:05-11/18
  • Псянчин А. В. Башкортостан на старых картах: история географического изучения и картографирования. Уфа, 2001.
  • Псянчин А. В. Очерки истории этнической картографии в России XVIII—XIX вв. М., 2004.
  • Псянчин А. В. Из истории отечественной этнической картографии (по материалам ИРГО и КИПС). Уфа, 2008.
  • Псянчин А. В. Этнография башкир в Русском географическом обществе. Уфа, 2009.
  • Псянчин А. В. Комиссия по изучению племенного состава населения: от этно-картографии к переписи населения. Уфа, 2010.
  • От племени к этносу (этнография в Русском географическом обществе) : [сб. ст.] / под ред. А. В. Псянчина ; ИИЯЛ УНЦ РАН ; Этнограф. комис. Рус. географич. о-ва. СПб.,2014. Вып. 1. 2014.
  • От племени к этносу (этнография в Русском географическом обществе) : [сб. ст.] / под ред. А. В. Псянчина ; ИИЯЛ УНЦ РАН ; Этнограф. комис. Рус. географич. о-ва. СПб., 2015. Вып. 2. 2015.