Пусловскийҙар һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пусловскийҙар һарайы
бел. Косаўскі замак
Нигеҙләү датаһы 1838
Рәсем
Нигеҙләүсе Вандалин Пусловский[d]
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Коссово[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Дата производства 1838
Әҫәр заказсыһы Вандалин Пусловский[d]
Архитектор Franciszek Jaszczołd[d]
Архитектура стиле неоготика[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d][1]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/kossovo/#p…
Карта
 Пусловскийҙар һарайы Викимилектә

Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәттәренең дәүләт исемлеге объекты Чита: 111Г000305
Н.Орда. Меречевщинала Костюшко усадьбаһы (XIX быуат аҙағы). Артҡы планда — Коссово замогы

Пусловскийҙар һарайы (Коссово һарайы булараҡ та билдәле) — белорус Коссовоһында урынлашҡан һарай емереклектәре (Брест өлкәһе Ивацевичский районы).

ЮНЕСКО-ның махсус комиссияһы һарайҙы перспективалы халыҡ-ара туристик объект тип таный һәм уны тергеҙеү буйынса әҙерлек эштәренә 50 000 доллар грант бүлә[2][3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Коссово һарайы

Коссово ере 1494 йылдан билдәле, литва бөйөк кенәзе Александр Ягеллончик был ерҙәрҙе үҙенең подскарбийы Ян Хрептовичҡа бирә. Бер нисә быуат дауамында Коссово хужалары булып төрлө затлы ғаиләләр — Хрептовичтар, Сангушко, Флемингтар, Чарторыйскийҙар, Сапегтар тора. 1821 йылда айырым йортто Казимир Пусловский һатып ала, ул Коссовола келәмдәр фабрикаһы төҙөгән, ә уның тирә-яғында 60 храмға йә нигеҙ һалған, йә ремонт яһаған.

Тап Казимир 1830 йылда зиннәтле һарай төҙөй башлай[4]. Һуңынан йорт уның вариҫы — эре сәнәғәтсе һәм сәнғәттәр һөйөүсе улы Вандалин Пусловскийға күсә, ул һарай төҙөүҙе дауам итә. Проект авторы — Варшава архитекторы Франтишек Ящольд була, быуаттың икенсе яртыһында һарайҙың реконструкцияһы менән Владислав Маркони шөғөлләнә. Һарай 1838 йылда төҙөлә.

Һарай матур парк пейзажы менән тап килә. Был урында үҙенең резиденцияһын төҙөп, Пусловскийҙар һарай төҙөлөшөн йәнәшәләге тарихи усадьба менән берләштерә, унда 1746 йылда 1794 йылғы милли-азатлыҡ ихтилалы етәксеһе генерал Тадеуш Костюшко тыуған. Пусловскийҙар һарайы һәм Костюшколарҙың боронғо усадьбаһы парк менән бергә уникаль һарай-парк ансамблен булдыра, әммә уның өлөшөнә ҡатмарлы яҙмыш һәм ауыр һынауҙар төшә.

Һарай ҡунаҡтары араһында бик күп билдәле кешеләр, шул иҫәптән әҙәбиәтсе, музыкант һәм рәссам Наполеон Орда, яҙыусылар Генрик Сенкевич һәм Элиза Ожешко, маршал Юзеф Пилсудский, тарихсы һәм яҙыусы Вацлав Ластовский һ.б. була. Наполеон Орда һүрәттәре арҡаһында беҙ бөгөн Пусловскийҙар ваҡытындағы һарайҙың ҡиәфәтен күрә алабыҙ[5].

Өсөнсө хужаһы Леонард Пусловский кәрт бурыстарын түләү өсөн йортто 700 мең һумға һата. Һарайҙы урыҫ сауҙагәре Александров һатып ала, ул бер аҙ һуңыраҡ һарайҙы княгиня Анна Трубецкаяға икеләтә хаҡҡа һата. Һуңынан поместье хужаһы княгиня Абомалек, аҙаҡ кенәз Ольденбургский була[5].

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында һарай емерелә һәм өлөшләтә талана[5]. Һирәк ҡулъяҙмалар коллекцияһы, һындар, картиналар һәм барлыҡ ҡиммәттәр юҡҡа сыға[3]. Баҡса һәм оранжерея бөтөнләй юҡ ителә. Беҙҙең көндәргә тиклем күксиндең һәм энәлектең бер нисә ҡыуағы ғына һаҡланып ҡалған. Ҡиммәтле әйберҙәрҙең байтаҡ өлөшө сит илгә сығарылған. 1921 йылдан 1939 йылға тиклем һарай Польшаға ҡарай. Реставрация үткәрелгәндән һуң, ул Коссово повятының старосталығы хакимиәте һәм баҡсасылыҡ училищеһы сифатында ҡулланыла[4]. 1939 йылға тиклем бер нисә залында мейес һәм каминдар һаҡлана.

1939 йылдан 1941 йылдың сентябренә тиклем һарайҙа Ҡыҙыл армия частары урынлаша.

Оккупанттар һарайға теймәһә лә уның ҡаралтылары бигерәк тә Икенсе донъя һуғышы ваҡытында емерелә[2]. Уның территорияһында һәм ҡалала 4 гетто төҙөлә, унда Коссовоның бөтөн йәһүд халҡы тиерлек юҡ ителә, шуның өсөн уның халҡы һаны ете тапҡыр кәмей[5]. 1944 йылда урындағы партизандар ойошторған ҙур янғын сыға, ул ҡалған биналарҙы һәм декоратив биҙәктәрҙе юҡҡа сығара[4]. Нигеҙе зыян күрә, диуарҙарының өлөшө емерелә, ҡыйығы булмай, тик өлөшләтә витраждары ғына иҫән ҡала. Нацистар һарайҙы госпиталь итеп файҙаланыр тип уйлап, партизандар уны яндыра, хәйер, шул ваҡытта уҡ инде нацистар Коссовоны ҡалдырған була. Һарай менән бергә Костюшко йорто ла яндырыла.

Һуғыштан һуң совет осоронда һарай һәм уның янындағы ерҙәр Дәүләт урман фонды милеге була, уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып ҡиммәтле ағас тоҡомдарын юҡ итеү тора. Террасаларҙа ҡарағай ағастары ултыртыла, улар күп йылдар дауамында ҡаралтыларҙы йәшереп тора[6].

1947 йылда Коссово район башҡарма комитеты һарайҙы өлөшләтә балалар йорто итеп файҙаланыу буйынса эштәр башлай. Ләкин башҡарма комиттетың көсөнән килмәй һәм был эш туҡтатыла.

Дәүләт «Брестреставрацияпроект» предприятиеһы архитекторҙары тарафынан һарайҙы һәм Костюшко йортон тергеҙеү, шулай уҡ паркты берҙәм һарай-парк ансамбле булараҡ реконструкциялау планы эшләнә.

2016 йылдың 3 июнендә Беларусь Республикаһы Министрҙар советының 437-се ҡарарына ярашлы, Коссово һарайы 27 объект исеменә индерелә, уны һаҡлау сығымдары (капиталь сығымдар өлөшөндә) республика бюджетынан финанслау аласаҡ[7].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коссово һарайы янында Меречевщина тәбиғи сигендә Тадеуш Костюшко музей-усадьбаһы. 2012 йылғы фото.

Ансамблдең стиле һәм дөйөм структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пусловскийҙар һарайын төҙөү 10 йыл самаһы дауам итә[3]. Варшава архитекторы Франтишек Ящолд шул уҡ ваҡытта таралған һарай-парк классицизмын готик боронғолоҡ менән алмаштыра. Тикшеренеүселәрҙең ҡайһы берҙәре Коссово һарайын Каменц Замбковицкийҙағы Гогенцоллерндар һарайына (Польша Силезия) оҡшата. Һарайҙың архитектура стиле ретроготика тип билдәләнә. Ул ваҡытта ундай архитектура батша Рәсәйенең рәсми идеологияһына ҡаршы протест булараҡ барлыҡҡа килә[5].

Ансамбль яһалма ҡалҡыулыҡта күтәрелгән, ә һарай парк менән бергә 40 гектар майҙанды биләй. Симметрия күсәре буйынса инеү портигы, сәскә түтәлдәре, аллеялар, һарай, террасалар урынлашҡан, ә күсәр үҙе күл һәм утрау менән тамамланған. Комплексҡа инеү территорияһы өс портик аша башҡарылған. Төп инеү урыны Ружан йүнәлеше яғында урынлашҡан, ә төньяҡҡа ҡарай Төньяҡ портик алып барған. Коссово ҡалаһына Һунар итеү портигы йүнәлгән, әммә был ваҡытҡа тиклем археологтар уның теүәл урынын аныҡ билдәләй алмаған[3].

Төп ҡоролма архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ-көнсығыш фасады
Көньяҡ-көнбайыш фасады

Һарай бейеклектәрҙең шаҡтай айырмаһы менән[8] дөрөҫ геометрик композицияға эйә[9]. Ул үҙәк ике ҡатлы корпустан һәм уның менән тар галереялар ярҙамында тоташҡан һәм ике ослайып торған аркалар менән ҡабырғалағы бер ҡатлы яҡтарҙан тора[4]. Үҙәк корпустың мөйөштәре төрлө бейеклектәге ҡырлы башнялар менән уратып алынған, ҡабырға яҡтарҙың мөйөштәре башня рәүешле эскарптар менән нығытылған. Фасадтары ослайып торған аркалар, тәҙрә уйымдары, перспективалы нишалар, ҡырлы башнялар менән ритмик бүленгән. Эске планлаштырылыуы һарай классицизм архитектураһына хас симметрик. Һарай — архитектура төҙөлөшөндә планировкаһында һәм композицияһында классик алымдарҙың неоготика элементтары менән берләштереү өлгөһө.

Ослайып тамамланған тешле манаралар, тар тишекле бойницалар, мөйөш контрофорстар, тәҙрәләрҙең осло контурҙары, стена фиалдары, машикулдәр һ.б. кеүек менән ошондай готик формалары арҡаһында[10] ансамбль һарайға ҡарағанда оборона объектын хәтерләтә. Шуға күрә уны йыш ҡына «бәләкәй замок» тип йөрөтәләр[3][4]. 12 башняның һәр береһе планында һигеҙ мөйөшлө формала һәм йылдың ун ике айын символлаштыра. Үҙәктә урынлашҡан, уңдырышлы май, июнь, июль, һәм август өсөн тәғәйенләнгән дүрт башня ҡалғандарынан бейегерәк. Июль һәм август айҙарын символлаштырған башнялар иң юғары була.

Интерьеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылда һарайҙың аҡ залы.

Урта быуат готикаһы стилендә һарай интерьерын архитектор Владислав Маркони һәм урындағы биҙәүсе Александр Жмурко башҡара[11][12][13] (ҡайһы бер сәнғәт белгестәре мәғлүмәттәре буйынса биҙәүсе булып билдәле Польша рәссамы Францишек Жмурко тора)[10][14].

Һарай ҡанаттарының береһендә художество галереяһы һәм китапхана булған, унда 10 000 самаһы һирәк китап урынлашҡан. Икенсе яғында йоҡо бүлмәләре була[3].

Һарайҙа 132 бүлмә була, уларҙың береһе лә икенсеһенә оҡшамаған[5]. Коридорҙар системаһы һәм тәҙрәләрҙең айырым урынлаштырылыуы арҡаһында йылдың 2,5 көнө дауамында ҡояш яҡтыһы бүлмәләрҙең береһен яҡтырта. Был көндәрҙә хужалар «Бүлмә көнөн» билдәләй, уны бай итеп биҙәй һәм бөтә тиерлек ваҡытты шунда үткәрә[4].

Һарайҙа зиннәтле залдар күп була, һәм уларҙың һәр береһенең үҙ атамаһы һәм махсус тәғәйенләнеше булған. Плитка менән биҙәлгән Аҡ залда, ҙур һәм шаулы балдарҙа бейегәндәр. Ҡара залда кәрт уйнағандар, ә Алһыу залда музыка тыңлағандар һәм эшләгәндәр[4]. Шулай уҡ Күк, Көмөш, Алтын, Быяла, Көҙгөлө һәм башҡа бик күп залдар булған. Һәр бүлмә гобелен, келәм, мәрмәр, скульптура һәм декоратив каминдар менән биҙәлгән[3]. Аныҡ билдәле булыуынса, бүлмәләрҙә барлыҡ иҙән аҫтарында йылытыу системалары үткәрелгән.

Икенсе ҡатта урынлашҡан Күркәм зал урынлашҡан, уның стеналарын билдәле һәм билдәһеҙ рәссамдар биҙәгән[3]. Реставратор фекеренсә, элек залда йоҡа һәм быяла иҙән аҫтында ылымыҡтар араһында экзотик балыҡтар йөҙөп йөрөгән[4]. Реставрация ваҡытында һарай өсөн кафелдәр Австриянан килтерелгәнлеге, ә йылытыу системаһы Польшала Стомпоркув ҡалаһының бер предприятиеһында етештерелгәнлеге асыҡлана[6]. Төҙөлөш өсөн кирбес алыҫтан, сит илдән килтерелгән.

Парк[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Резиденцияның тирә-яғында архитектор Ф.Ящольд планы буйынса Италия ренессанс баҡсалары өлгөһөндә баҡсаға нигеҙ һалынған. Вандалин Пусловский яңы композицияға ҡасандыр Тадеуш Костюшко йорт-усадьбаһын уратып алған паркты индерә.

Паркта 150 төрҙән ашыу экзотик үҫемлектәр үҫкән, бигерәк тә һирәк төрҙәр өсөн оранжерея ойошторолған.

Парк матур итеп өс яһалма быуаға төшә.

Быуаның көнбайыш өлөшөндә часовня төҙөлгән, ул участкала барвинок баҫҡан түңәрәк формала урынлаштырылған. Террасаның көнбайыш яғында аш-һыу бүлмәһен, шарап эшләү бүлмәһен, ат аҙбарын үҙ эсенә алған ярҙамсы биналар төҙөлгән. Шарап эшләү бинаһы һәм күлдәр араһындағы арауыҡты емеш-еләк баҡсаһы, оранжерея һәм баҡсасы өйө биләй[3].

Террасаларҙа киң табаҡтар менән фонтандар урынлашҡан. Паркта скульптуралар торған. Коссово йылғаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә өс күл системаһына булған, улар быуа менән бүленгән, ярҙарында бөҙрә талдар үҫкән[3].

Дөйөм территорияһы — 55 гектар.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коссово һарайы.Төп корпустың артҡы фасады, 2009 йылғы фото
Коссово һарайы. Реконструкция, 2009 йылғы фото

Емереклектәргә ҡарамаҫтан, Коссово һарайы ҡыҙыҡлы һәм элеккесә иғтибарҙы йәлеп итә. 2008 йылдан унда реставраторҙар эшләй.[4].

Реставрацияның тәүге өс йыл дауамында 11 миллиард һумдан ашыу аҡса китә, резиденциянан 3 мең м³ самаһы сүп-сар сығарыла. Белгестәр фундаментының гидроизоляцияһын һәм инженер инфраструктураһын эшләй — һыу һәм электр үткәрә, канализацияны яңынан тергеҙә. Бинаның эске стеналары тергеҙелә һәм тәҙрәләр өҫтөндә һәм фасадтарын буяу эштәре башлана[15].

Реставраторҙар баҡса һәм төҫлө бүлмәләрен тергеҙергә вәғәҙә бирә. Һарайҙа тағы бер нисә ҡунаҡхана номеры, ЗАГС һәм ресторан барлыҡҡа киләсәк[16] .

Биш күҙәтеү залы килеүселәр өсөн асыҡ, 2017 йылдың көҙөнән унда ваҡытлыса музей экспозицияһы эшләй[17][18]. Башҡарыу техникаһы буйынса иң ҡиммәтлеһе булып алтын ялатылған ҙур филенкалы ишектәр һәм витраждар менән ағас тәҙрәләре тора[19]

2019 йылда ике инеү брамы, балюстрада менән үҙәк түр баҫҡыс тергеҙелә. Унан хәҙер Тадеуш Костюшко усадьбаһына һәм матур күлгә күренеш асыла. Шулай уҡ ҡаҙанлыҡ индерелгән, ул һарай бүлмәләрен йылытасаҡ. Сиратта 2019 йыл аҙағына тиклем – кафе (ул бинаның уң яғында урынлашасаҡ) һәм ҡунаҡхана (һул яҡта) — уларҙың биҙәү эштәре тамамлана.

Һарайҙы реконструкциялау, 2020 йылдың көҙө

2020 йылда һигеҙ фреска менән үҙәк Аҡ залды тергеҙеү планлаштырыла. Эштәрҙе XIX быуат техникаһында башҡарасаҡтар, һарай емерелгәнгә тиклем булған паркет иҙәндәр һәм люстралар барлыҡҡа киләсәк. Интерьерының иң мөһим элементтарының береһе булараҡ ике мейесен һәм француз каминын тергеҙәсәктәр.

Әгәр барыһы ла план буйынса барһа, 2020 йыл аҙағына, проектта ҡаралған бөтә эштәр башҡарыласаҡ. Шулай итеп, Коссоволағы Пусловскийҙар һарайының 12-йыллыҡ реставрацияһы тамамланасаҡ.

Реставрация эштәре тамамланғандан һуң объект Брест өлкә башҡарма комитетының мәҙәниәт идаралығы балансына тапшырыласаҡ һәм һарай-парк ансамбле статусын аласаҡ[20]

Реставрация эштәре тамамланғандан һуң бында ҙур саралар, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдә — мәҙәни һәм фәнни конференциялар, эшлекле осрашыуҙар үткәреләсәк тип фаразлана.

Легендалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа күп кенә һарай һәм замоктар кеүек үк, Коссово һарайының үҙ легендаһы бар. Мәҫәлән, урындағы халыҡ һөйләүенсә, һарайҙы һаҡлау өсөн хужаларына арыҫлан тотҡан, уны төндә коридорҙар буйлап йөрөргә сығарғандар[4].

Шулай уҡ легенда буйынса, ер аҫты үткәүеле булған, унан бер сәғәт эсендә Коссовонан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан Ружандағы Сапег резиденцияһына барырға мөмкин булған. Өҫтәүенә, үткәүел шундай киң булған, хатта унда өс атҡа егелгән каретала ултырып барарға мөмкин булған[4].

Музыкаль легенда хәбәр итеүенсә, кемдер икенсе ҡаттағы тәҙрә аҫтында баҫып, ҡул саба икән, һарайҙың көнсығыш яғында моң ауаздары ишетелгән[4].

Филателияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белоруссия почта маркаһы

2012 йылда һарай һүрәте Белоруссияның почта маркаһында ҡулланылған.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Реконструкция Коссовского замка: [о реставрации дворцово-паркового ансамбля Пусловских в Коссово] // Литературная газета. — 2012. — № 18. — С. 11. (приложение: Лад; вып. 1)
  • Rąkowski Grzegorz, «Czar Polesia», Pruszków 2011
  • Hauser Z., «Nowy ilustrowany przewodnik po zabytkach kultury na Białorusi», Warszawa 2005

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://heritage.gov.by/catalog/palatc-puslouskikh
  2. 2,0 2,1 Naviny.by/Туризм/06 мая 2015 года/ Коссовскую жемчужину поднимут из руин(недоступная ссылка)
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Коссово, дворец Пусловских (Коссовский дворец
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 Дворец Пусловских в Коссово(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Экспресс новости, информационно-аналитический еженедельник/ №31 (311), 1-7 августа, 2003 года /Оксана Яновская/Земля Тадеуша Костюшко
  6. 6,0 6,1 Tomin.by/Дворец Пусловских (Коссовский замок)
  7. Постановление Совета Министров от 03.06.2016 № 437 О некоторых вопросаз обеспечения сохранности историко-культурных ценностей(недоступная ссылка)
  8. Лазука Б. А. Беларуская архітэктура XIX — пачатку XX стагоддзя // Гісторыя сусветнага мастацтва. Рускае і беларускае мастацтва XIX — пачатку XX стагоддзя. — Минск: Беларусь, 2011. — С. 351. — 431 с. — ISBN 978-985-01-0880-7. Был һылтанма бит
  9. Лазука Б. А. Беларуская архітэктура XIX — пачатку XX стагоддзя // Гісторыя сусветнага мастацтва. Рускае і беларускае мастацтва XIX — пачатку XX стагоддзя. — Минск: Беларусь, 2011. — С. 351. — 431 с. — ISBN 978-985-01-0880-7.
  10. 10,0 10,1 Лазука Б. А. Беларуская архітэктура XIX — пачатку XX стагоддзя // Гісторыя сусветнага мастацтва. Рускае і беларускае мастацтва XIX — пачатку XX стагоддзя. — Минск: Беларусь, 2011. — С. 351. — 431 с. — ISBN 978-985-01-0880-7.
  11. Несцярчук Замкі, палацы, паркі Берасцейшчыны
  12. Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцяў РБ
  13. Aftanazy. Dzieje rezydencji na dawnych kresach Rzeczypospolitej. Tom 2
  14. Федорчук Анатолий Тарасович. «Старинные усадьбы Берестейщины». Минск, издательство «Беларуская Энцыклапедыя імя Петруся Броўкі», 2004 год. 576 страніц. ISBN985-11-0305-5.
  15. NEST, недвижимость и строительство/23 декабря, 2012/ Коссовский дворец возрождается(недоступная ссылка)
  16. Коссово. Дворец Пусловских
  17. Настасья Занько. Рабочие о реставрации Коссовского дворца: «Хоть крыша из металлочерепицы, но фасад - как при Пусловских». Комсомольская правда. Дата обращения: Январь 18, 2016.
  18. Елеена Трибулева. Графские сокровища Коссовского дворца. Вечерний Брест. Дата обращения: Январь 13, 2016.
  19. С кафе и гостиницей. В 2020 году планируется завершить реставрацию Коссовского дворца. TUT.BY (8 декабря 2019). Дата обращения: 8 декабря 2019.
  20. С кафе и гостиницей. В 2020 году планируется завершить реставрацию Коссовского дворца. TUT.BY (8 декабря 2019). Дата обращения: 8 декабря 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]