Эстәлеккә күсергә

Пустовгаров Юрий Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пустовгаров Юрий Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ноябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Әүҙемлек урыны Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы

Пустовгаров Юрий Леонидович (8 ноябрь 1964 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 20062016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтеның Премьер-Министр урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры, 2018 йылдан Ҡазан вертолёт заводының идарасы директоры[1]. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005).

Юрий Леонидович Пустовгаров 1964 йылдың 8 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған. 1981 йылда урта белем алғандан һуң Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск тау-металлургия институтына[3] уҡырға инә. Был юғары техник уҡыу йортон «ҡара һәм төҫлө металдарҙы ҡойоп эшкәртеү» һөнәре буйынса 1986 йылда уңышлы тамамлай. 2011 йылда ошонда уҡ «инновация менеджменты» һөнәре буйынса ситтән тороп икенсе юғары белем ала[1].

Йәш белгес йүнәлтмә менән Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә эшкә ебәрелә һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылдың авгусында инженер-технолог булып башлай. 1993 йылға тиклем бында цех начальнигы урынбаҫары, технологик бюро начальнигы була.

Предприятиелағы үҙгәртеп ҡороуҙар менән бәйле 1993 йылда «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең цех начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Артабанғы 2006 йылға тиклемге хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда йәмғиәттең план-иҡтисад бүлеге начальнигы, берекмәнең генераль директоры урынбаҫары, коммерция буйынса директоры, техник директоры һәм генераль директоры була.

2006 йылда Юрий Пустовгаров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтеның Премьер-Министр урынбаҫары — Хөкүмәт министры һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры итеп тәғәйенләнә. Башҡарма власть органдары структураһын камиллаштырыу буйынса үткәрелгән сараларға ярашлы шул уҡ йылда ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтеның Премьер-Министр урынбаҫары — Хөкүмәт министры һәм бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры итеп ҡуйыла һәм был вазифала 2009 йылға тиклем эшләй.

2009—2016 йылдарҙа ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтеның Премьер-Министр урынбаҫары — Хөкүмәт министры — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры була. Юер үк ваҡытта 2011 йылдың апреленән 2015 йылдың декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһын ла башҡара.

2016 йылдың 18 декабрендә Юрий Пустовгаров Күмертау авиация етештереү предприятиеһының идарасы директоры итеп тәғәйенләнә һәм был эште 2018 йылдың февраленә тиклем башҡара.

2018 йылдың 6 февраленән — «Ҡазан вертолёт заводы» асыҡ акционер йәмғиәтенең директорҙар советы ҡарары менән йәмғиәттең идарасы директоры итеп тәғәйенләнә һәм бөгөн дә шул вазифала эшләй[4].

2005 йылда сәнәғәт өлкәһе эшмәкәренә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә, ул Рәсәй машина эшләүселәр союзының «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[5]. Артабанғы йылдарҙа Академик А. Н. Туполев миҙалына һәм СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) миҙалына лайыҡ була, 2012 йылда уға «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Почётлы машина эшләүсе» исеме бирелә [6].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы.
  • «Авиация двигателдәре эшләү союзы» ассоциацияһының идара ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005)
  • Рәсәй машина эшләүселәр союзының «Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» миҙалы (2005)
  • Академик А. Н. Туполев миҙалы
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) миҙалы
  • Почётлы машина эшләүсе (2012).

Матбуғатта әңгәмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Казанский бизнес портал «ГЛОБАЛКАЗАНЬ.PУ». ЛЮДИ — БИЗНЕС: Пустовгаров Юрий Леонидович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2019)
  2. Сайт «Депутаты». Главная \ Депутаты \ Пустовгаров Юрий Леонидович 2019 йыл 6 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2019)
  3. Хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты
  4. Сайт «АО „Вертолеты России“» 2016 йыл 18 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2019)
  5. Башкортостанское региональное отделение ООО «Союзмаш России». Офицальный сайт. Главная страница / Об отделении / Руководство: Пустовгаров Юрий Леонидович 2019 йыл 14 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2019)
  6. ПАО «ОДК-Уфимское моторостроительное производственное объединение». Офиицальный сайт. Почетные моторостроители: 2012: Пустовгаров Юрий Леонидович 2019 йыл 6 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2019)