Эстәлеккә күсергә

Пушкин майҙаны (Иваново)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пушкин майҙаны
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иваново
Карта
 Пушкин майҙаны Викимилектә

Пушкин майҙаныИваново ҡалаһы үҙәгендәге майҙан, бөйөк рус шағиры Пушкин Александр Сергеевич хөрмәтенә аталған

Пушкин майҙаны менән йәнәш бер яҡтан Кокуй бульвары, икенсе яҡтан Ленин проспекты урынлашҡан. Майҙан эргәһенән Уводь йылғаһы аға.

1930 йылдарға тиклем Пушкин майҙаны урынында Ҡомдар урыны булған.

Майҙандың төҙөлөшө 1931 йылда башлана, һүтеп алынған Покровка һәм Троица соборҙары урынында ташҡа һалынған яҙыу барлыҡҡа килә: «Синфи ҡоллоҡ усағы урынында социалистик мәҙәниәт һарайы төҙөйәсәкбеҙ»[1]. Ун йылдан һуң был урында мавзолейға оҡшаған Сәнғәт һарайы төҙөлә.

1937 йылда, А.С. Пушкиндың йөҙ йыллыҡ вафаты хөрмәтенә Ҡомдар урынын Пушкин майҙаны тип атайҙар.

1959 йылда Пушкин майҙанынан Сталин һәйкәлен алалар[2] Бөгөнгө көндә Пушкин майҙаны ҡаланың төп урындарының береһе, унда конкурстар, концерттар һәм күмәк күңел асыуҙар үткәрелә (башҡа үҙәк урамдар менән бер рәттән). Һәр кис фонтан янында йәштәр йыйыла. Халыҡ араһында был урын «Пушка» тип атала[3].

Әлеге ваҡытта майҙан районында Уводь йылғаһы яры буйын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла[4][5].

Пушкин майҙанында урынлашҡан:

  • Изге Троица ғибәҙәтханаһы
  • Сәнғәт һарайы
  • Фонтан
  • Троллейбус ҡулсаһы (5-се һәм10-сы маршруттар)
  • «Колизей» күңел асыу үҙәге (элекке мәғариф хеҙмәткәрҙәре йорто)
  • Тиҙ туҡланыу рестораны «Вернисаж»

2007 йылдың июлендә Андрей Тарковский исемендәге Халыҡ-ара «Көҙгө» кинофестиваленә арналған стела ҡуйылған. Фестиваль үткәндән һуң ул һүтеп алына, әммә сираттағы фестиваль алдынан йәнә ҡуйыла[6].