Пушкин урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пушкин урамы
Хөрмәтенә аталған Пушкин Александр Сергеевич
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 2,8 ± 0,1 километр
Commons-logo.svg Пушкин урамы Викимилектә

Пушкин урамы — шағир Александр Сергеевич Пушкин хөрмәтенә аталған. Ул Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Өфө Телеүҙәк районынан төшөп һәм Воровский урамына терәлеп, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай һуҙыла. Пушкин һәм Совет урамдары киҫелешендә Совет майҙаны урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам Өфө ҡала думаһының ҡарары менән 1889 йылда ике боронғо — Күгәрсен һәм Почта урамдарынан барлыҡҡа килә. Тиҙҙән губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы эргәһенә юкә аллеяһы ултыртыла, ул бер аҙҙан Пушкин аллеяһы тип атала.

1903 йылда урамға бут таш түшәлә, һыу үткәргестәр үтә, урамға фонарҙар урынлаштырыла. Мариинский ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы эргәһендә ылаусы туҡталҡаһы асыла.

1940 йылдар аҙағында шағирҙың тыуыуына 150 йыл айҡанлы, аллея сөгөн рәшәткәләр менән кәртәләп алына. Аллеяға төп инеү урыны Ленин урамы яғында урынлашҡан, инеү урынында яҡтыртҡыстар менән кирбестән тумбалар тора, улар араһында Пушкиндың бюсы ҡуйылған. Артабан, 1970 йылда ҡомартҡы Актерҙар Йорто алдына күсә, 2015 йылдан бюст Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡаршыһындағы Пушкин Аллеяһына урынлаштырыла.

Биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пушкин урамы иң матур урамдар иҫәбенә инә. Ул урамда боронғо айырым йорттар урынлашҡан, мәҫәлән, Костерин йорто һәм революцияға тиклемге «Шарк» типографияһы.

Пушкин урамында урынлашҡандар:

  • Башҡортостан Республикаһы Юғары суды
  • Башҡорт дәүләт медицина университеты
  • Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы
  • Махсус урта медицина колледжы
  • Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы
  • Өфө дәүләт ат заводы
  • 23-сө спорт мәктәбе

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Өфө ведомости № 4, 22.01.2009
  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель — Уфа: Китап, 2010. — 376 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз.