Пфистер йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пфистер йорто
Нигеҙләү датаһы 1537[1]
Рәсем
Дәүләт  Франция[1]
Административ-территориаль берәмек Кольмар[1]
Урынлашҡан урамы rue des Marchands[d]
Архитектура стиле Яңырыу архитектураһы[d]
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1]
Карта
 Пфистер йорто Викимилектә

Пфистер йорто (франц. Maison Pfister) — бина француз ҡалаһы Кольмарҙа 1537 йылда төҙөлгән һәм беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙә Фистер йорто тип билдәләнә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пфистер йорто 1537 йылда[2] Безансон ҡалаһынан[3] эшләпәсе Людовик Шерер[4]тарафынан төҙөлә.

Йортто төҙөү өсөн таш һәм ағас кеүек материалдар ҡулланылған[5] Йорт ҙур булмаған урамда урынлашҡан[6].

Йорт биш ҡатлы, аҡ төҫтә, штукатурланған. Ул көмбәҙ аҫтындағы биш ҡатлы башнянан ғибәрәт. Пфистер йортоноң икенсе ҡаты сграффито менән биҙәлгән. Бинаның өсөнсө ҡатында сәскәләр менән уратылған лоджия урынлашҡан. Аҫтан уны ағас брустар тотоп тора. Бинаның мөйөшөн йәшел төҫтәге конус ҡыйыҡ менән эркер биҙәй[2]. Йорттоң оҙон ағас галереяһы, ике ҡатлыҡ мөйөш эркеры һәм бәләкәй башняһы бар. Йорттоң фасадын библия сюжеттарына, изгеләрҙең һәм герман императорҙарының һүрәте менән фрескалар биҙәй[4][7], улар ренессанс мотивтарының орнаменттары менән йәнәш тора[6]. Йорттоң башняһында ауыш баҫҡыс урынлашҡан. Йортто ағастан семәрләп эшләнгән балкондар, эркерҙарҙа фигуралы тәҙрәләр биҙәй[8].

Бина итальян декоратив эелементтарҙың өлөшө менән готик һыҙаттарға эйә[9].

XIX быуатта бинаға Пфистер ғаиләһе хужа була, йорт уның фамилияһы буйынса бөгөнгө көнгә тиклем атала[4].

Пфистер йорто — ҡалала иң танылған ҡоролмаларҙың береһе[4]. Пфистер йорто менән йәнәш ҡаланың тағы ла бер иҫтәлекле урыны — Адольф йорто урынлашҡан[6].

Пфистер йорто Кольиарҙың иң матур урта быуат йортона ҡарай[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бабкин Игорь Владимирович. ЕВРОПЕЙСКАЯ МОЗАИКА: Историко-архитектурный обзор Европейских стран. — 2011. — 552 с.
  • Владимир Николаевич Белоусов (канд. архит.). Реконструкция центров исторических городов: советско-французское научно-техническое сотрудничество. — Стройиздат, 1987. — 223 с.
  • ИД «Бурда». Журнал Saveurs, Выпуски 1-2014. — 2014.
  • Татьяна Бурдакова, Илья Кусый, Е. Левицкая, Марк Сартан, Я. Сартан, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Виктория Бакир, Анна Пожидаева, Виктория Базоева, Е. Громова, Е. Меркулова. Франция. — Москва, 2012.
  • DK Travel. Family Guide France. — Penguin, 2018. — 424 с. — ISBN 9781465481658.