Пятяри Иван Викторович
Пятяри Иван Викторович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 4 март 1921 |
Тыуған урыны | Хакас Республикаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 5 июнь 1949 (28 йәш) |
Вафат булған урыны | Лунинец[d], Пинская область[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Лунинец[d] |
Һөнәр төрө | военный лётчик |
Хәрби звание | Майор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Хәрби подразделение | 1-я гвардейская штурмовая авиационная дивизия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Пятяри Иван Викторович (4 март 1921 йыл — 5 июнь 1949 йыл) — 3-сө Белоруссия фронты 1-се һауа армияһы 1-се гвардия штурмлау авиация дивизияһының 136-сы гвардия штурм авиацияһы полкының командир ярҙамсыһы, гвардия майоры, Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Викторович Пятяри 1921 йылдың 4 мартында Енисей губернаһы Минусинск өйәҙе Енисейск ауылында (хәҙерге Хакасияның Яңы Михайловка волосы Яңы Енисейка ауылы булыуы ихтимал[1]) хеҙмәткәрҙәр Прасковья Павловна һәм Виктор Иванович Пятяри ғаиләһендә тыуа.
Рус, фин тамырҙарына эйә[1]. 1924 йылда ғаилә Красноусолға күсенә. Бында урта мәктәпте, Өфөлә кооператив техникумының өс курсын һәм Өфө аэроклубын тамамлай. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Ҡыҙыл Армияла 1940 йылдан. Башҡорт АССР-ының Красноусольск ҡасабаһынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың июленән. 136-сы гвардия штурмлаусы авиаполктың командир ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә (3-сө Белоруссия фронты, 1-се һауа армияһы, 1-се гвардия штурмлау авиадивизияһы).
Гвардия капитаны И. В. Пятяри 1945 йылдың февраленә 276 хәрби осош яһай, дошмандың төрлө мөһим объектын бомбаға тота. 15 һауа һуғышында дошмандың 3 самолетын бәреп төшөрә[2]. Көньяҡ фронтта Миус йылғаһындағы алышта Иван пятяри шәхсән 17 танкыны яндыра, Саур-Могильский районына бер осошта ғына 3 танкыны юҡ итә. Ошо батырлығы өсөн 8-се армия командующийы тарафынан шул уҡ көндө Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[2]. «Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 19 апрелендә бирелә.
Һуғыштан һуң хеҙмәтен Хәрби-Һауа көстәрендә дауам итә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1949 йылдың 5 июнендә Белоруссияның Брест өлкәһендә Лунинец ҡалаһы районында хәрби хеҙмәтен үтәгәндә авиация һәләкәтендә һәләк була. Шунда уҡ ерләнә[3].
Башҡа мәғлүмәттәр буйынса үҙ-үҙенә ҡул һала[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы]] (1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (19.04.1945)[2][5];
- Ленин ордены (19.04.1945);
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (20.08.1943)[6];
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (29.12.1943)[7];
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (02.02.1944)[8];
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (30.05.1945)[9];
- Александр Невский ордены (05.11.1944)[10];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (19.05.1944)[11];
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (22.12.1942);
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герой хөрмәтенә Красноусол мәктәбендә иҫтәлекле билдә ҡуйылған.
- Герой исемен Красноярск ҡалаһы һәм Красноусол ауылындағы урамдар йөрөтә.
- Красноусолдың Герой уҡыған 2-се мәктәп бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Бесстрашный ас // Минусинский край. — 2015. — В. 5—6 (74-75). Архивировано из первоисточника 17 апрель 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 39, л. 333—337).
- ↑ Пятяри Иван Викторович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Донесения о потерях
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 45, л. 5).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 699, л. 3, 41, 42).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1982, л. 6, 162, 163).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1983, л. 4, 118, 119).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5242, л. 2, 80—82).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3741, л. 4, 100, 101).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1376, л. 4, 66, 67).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пятяри Иван Викторович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)
- Иван Викторович Пятяри в народной энциклопедии «Мой Красноярск».
- Два Героя из одной школы 2016 йыл 4 март архивланған..
- 4 мартта тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- 5 июндә вафат булғандар
- 1949 йылда вафат булғандар
- Белоруссияла вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены (СССР) кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр