Пётркув-Трыбунальски

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пётркув-Трыбунальски
Флаг[d]Герб[d]
POL Piotrków Trybunalski flag 1.svgPOL Piotrków Trybunalski COA 1.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1217
Дәүләт Польша[1]
Административ үҙәге Пётркувский повят[d][2]
Административ-территориаль берәмек Лодзинское воеводство[d]
Халыҡ һаны 74 905 кеше (30 июнь 2016)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 200 Метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Туғандаш ҡала Эсслинген-на-Неккаре[d], Вьен[d], Мошонмадьяровар[d], Веленье[d], Нит — Порт-Толбот[d], Удине[d] һәм Ровно
Майҙан 67 270 000 квадратный метр
Почта индексы 97-300–97-312
Рәсми сайт piotrkow.pl
Категория с картами на Викискладе Maps of Piotrków Trybunalski
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q9638376?
Номер тамғаһы коды EP
Commons-logo.svg Пётркув-Трыбунальски Викимилектә


Пётркув-Трыбуна́льски[4] (пол. Piotrków Trybunalski; 1950-се йылдар уртаһына тиклем рус телендәге атамаһы — Петрок, шулай уҡ Пиотркув) — Польшаның Лодзь воеводствоһындағы повят хоҡуҡлы ҡалаһы, Страва йылғаһы буйында урынлашҡан.

2010 йылдың 31 декабрендә Петркув-Трыбунальски ҡалаһында — 77 383 кеше йәшәгән. Майҙаны — 67,27 квадрат километр.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ягеллондар заманында был ҡалала Польша королдәрен һайлау өсөн сеймдарға йыйылғандар.

Рәсәй империяһы составында 1867 йылдан алып Польша батшалығының Петроковский губернаһы (Привислинский крайы) булып торған.

XХ быуат башында ҡалала 30 824 кеше (1897 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса) йәшәгән, бында 3000-гә тиклем бина, 7 костел, православие һәм 2 диндәш сиркәүе, синагогалар; завод һәм фабрикаларҙа 604 эшсе булған, ҡала йыл һайын 1062000 һумлыҡ табыш алған. Ҡаланың эре предприятиелары — 2 быяла заводы, 3 банк бүлексәһе. 1900 йылды ҡалала 292 никах килешеүе төҙөлгән, 1472 бала тыуған, 801 кеше вафат булған. Ҡалала 47 койкалыҡ ике дауахана булған. Богадельня, приют, 2 хәйриә йәмғиәте, 60 уҡыу йорттары, уларҙа 2617 бала уҡыған (1682 малай, 935 ҡыҙ), ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, ҡала училищелары, 10 башланғыс мәктәп, 2 йәкшәмбе мәктәбе, 2 йәһүд училищеһы, 43 хедер, 2 китапхана, 2 китап магазины, типография, 2 периодик баҫма булған. Ҡала килеме — 71 884 һум (1900 йыл). Варшава- Вена тимер юлының станцияһы булған.

1913 йылда ҡалала 36000 кеше, 13 дауахана, 15 башланғыс һәм 2 урта мәктәп, 8 сәнәғәт предприятиеһында 830 эшсе, 5 банк ғәмәлдә була.

1952 йылда ҡалала 44000 кеше, ҙур кизе-мамыҡ комбинаты, быяла һәм ағас эшкәртеү предприятиеһы була.

2010 йылдың 31 декабрендә ҡалала 77 383 кеше йәшәгән.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Совет һалдаттарының ҡәберлеге

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ровецкий Стефан (1895—1944) — Крайова Армияһының баш коменданты.
  • Отоцкий-Закутин Лев Григорьевич (1905—1977(?)) — сит илдәге рус яҙыусыһы, философы
  • Исраэль Меир Лау (тыуған 1937) — Израилдең һәм Тель-Авивтың баш раввины.
  • Мацей Ганчар (тыуған 1976) — немец әҙәбиәте тәнҡитсеһе, әҙәбиәт белгесе, педагогика методикалары баҫмалары авторы.
  • Зиттенфельд Станислав (1865—1902) — поляк һәм француз шахматсыһы.
  • Левенфиш Григорий Яковлевич (1889—1961) — совет һәм рәсәй шахматсыһы, ике тапҡыр СССР чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер.
  • Трынкевич Мариуш (тыуған 1962) — поляк сексуаль маньягы, сериялы кеше үлтереүсе.

Тышҡы мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндә Петркув-Трыбунальский ҡалаһының туғандаш ҡалалары һәм ҡала-партнерҙары исемлеге бирелгән[5]:

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала-партнерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. (unspecified title) — 1994.
  2. Пётркувский повят
  3. http://www.polskawliczbach.pl/Piotrkow_Trybunalski
  4. Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г., гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Изд-во Оникс, 2010. — С. 68, 235. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  5. Idea Miast Partnerskich  (пол.). Piotrków Trybunalski. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 май 2013. 29 май 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]