Пётр Сагайдачный һәйкәле (Харьков)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пётр Сагайдачный һәйкәле
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 22 август 2015
Дәүләт Flag of Ukraine.svg Украина
Административ-территориаль берәмек Харьков

Гетман Пётр Сагайдачный һәйкәле (укр. Пам'ятник гетьману Петру Сагайдачному) — Украинаның Харьков ҡалаһында украин гетманы Пётр Сагайдачный һәйкәле. Башта 2008 йылдың 14 июнендә Севастополдең Гагарин районында ҡаланың 225-йыллығы байрамына арнап урынлаштырылған[1]. Монумент авторы — скульптор Владимир Луцак. Проекттың төп меценаты булып «Трансконтиненталь» берекмәһенең етәксеһе Юрий Колесников сығыш яһай[2]. Ҡала кешеләре һәйкәлде «бейеүсе гетман» тип атағандар.

2014 йылдың 25 мартында Ҡырым Рәсәй Федерацияһы составына ингәндән һуң украин гетманы Пётр Сагайдачный һәйкәлен алып ташларға тигән ҡарар сыға. Алып ташлауҙың инициаторы ҡала губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Меняйло булған, ул журналистарға һәйкәлдең Севастополь өсөн тарихи әһәмиәте юҡ тип хәбәр иткән[3].

Һуңыраҡ Харьков ҡала башлығының инициативаһы буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, һөҙөмтәлә Севастополь хакимиәте һәйкәлде Харьковҡа тапшырыу тураһына килешкәндәр. Һәйкәлдең буласаҡ урынында уның нигеҙенә иҫтәлекле текст менән капсула һалынған[4].

2015 йылдың 22 авгусында Харьковта казак гетманы һәм атаманы Пётр Конашевич-Сагайдачный һәйкәле тантаналы рәүештә асылған[1]. Асыу тантанаһында ошолай итеп билдәләп үтелгән:[4]:

« Сагайдачный һәйкәлен асыу бик символиклы, юйыл йәнә тапҡыр Харьковтың украин ҡалаһы булыуы тураһында һөйләй. Күп кешеләр Харьков һәм гетман араһында ниндәй бәйләнеш булыуын белмәйҙәре. Әммә тап сәйәсмән һәм яугир Сагайдачный арҡаһында Харьков барлыҡҡа килгән, сөнки тап шул ваҡыттарҙа уның ғәскәренең казактары Слобожанщина ерҙәрен үҙләштерә башлаған. »

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]