Бәрей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пәрей битенән йүнәлтелде)

Бәрей (шулай уҡ пәрей, бире) — башҡорт мифологияһында яуыз рух — ел хужаһы.

Иран пәрейҙәренә барып тоташа. Хөрәфәти хикәйәләр персонажы. Исламға тиклемге дини инаныуҙарҙа асыҡ ҡиәфәт‑килбәте булмаған ҡөҙрәтле көс һанала, кешегә әҙәм йәки хайуан (айыу, өйрәк, бесәй һ. б.) булып күренә. Кеше ҡиәфәтенә ингән бәрей күҙгә тылсымлы дарыу һөртөп кенә күреп була. Хөрәфәттәргә ярашлы, бәрей ҡая тарлауығында (унда елде бәйләп тота) йәки тау башында йәшәй. Кеше һымаҡ уҡ көн күрә: тирмәлә йәшәй, йәйләүгә сыға, көҙөн ҡышлауға ҡайта; туй яһай һәм музыканттар саҡыра. Бәрей туй яһағанда йәки күсенгәндә көслө ел‑буран сыға, кеше уларҙы күрмәһә лә, арба тәгәрмәсе, ат кешнәгән һ.б. тауыштар ишетә. Бәрей осратыу яҡшыға булмай, кеше ауырый йәки үлә. Исем ҡушылмаған баланы Бәрей үҙенеке менән алмаштырыуы мөмкин (физик йәки аҡыл үҫеше кимәле түбән булған баланы «Бәрей алмаштырған» тиҙәр), шуға күрә сәңгелдәккә Ҡөрьәндән доға, тылсым һалғандар. Кешегә ярҙам итеүсе мосолман бәрегә айыралар. Ҡайһы берҙә кеше бәрей менән никахҡа ингән, уларҙан ырыу бүленештәре барлыҡҡа килгән («Биреләр араһы» легендаһы). Бисура, дейеү, ен, шүрәле Б. хас сифаттарға эйә. Күп халыҡтарҙың мифологияһында осрай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  • Башкирское народное творчество. Т. 1. Эпос. Уфа, 1987. (рус.)
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 томдар
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте1992 й.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Нәҙершина Ф. А. Халыҡ хәтере. Өфө, 2006.
  • Мирбадалева А. С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]