П. Е. Осипенко исемендәге урам (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
П. Е. Осипенко исемендәге урам
Таганрог
Фотография
П. Е. Осипенко исемендәге урам, 2013 й.
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Таганрог

Район

Таганрог металлургия заводы

Элекке исемдәре

Межевая урамы,
Сиверс урамы

Оҙонлоғо

900 м

Почта индексы

347905

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да


П. Е. Осипенко исемендәге урам — Таганрог ҡалаһындағы Таганрог металлургия заводы районындағы урам.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Островский урамы һәм Завод урамы араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 900 м. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Островский урамынан башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта П. Е. Осипенко исемендәге урам Межевой урамы тип атала, сөнки был урам генерал-лейтенант, Таганрог нығытмаһының 3-сө коменданты Иван Петрович Касперов һәм сәнәғәтсе, Таганрог күн заводына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Иван Амвросиевич Скараманганың[1] ер биләмәләре сиге буйлап үткән. Ҡаланың был райондары XIX быуат аҙағында металлургия һәм күн заводтары эшселәре тарафынан төҙөлгән. Ул райондар шулай тип аталалар ҙа — Касперовка[2] һәм Скараманговка[3].

Урам көнсығыштан «Колонка» тип аталған районды сикләп тора, унда 1896 йылда[4] төҙөлгән коттедждарҙа металлургия заводының бельгия инженерҙары ғаиләләре йәшәгән.

П. Е. Осипенко исемендәге урамда металлургия заводы янындағы сквер, «металлургия заводы эшселәренең полиция менән бәрелеш урыны булараҡ», тарихи мираҫ булып тора һәм мәҙәни мираҫ объекттары дәүләт реестрына индерелгән.

1920-се йылдарҙа Межевая урамы ҡыҫҡа ғына ваҡыт араһында ҡыҙыл командир Рудольф Сиверс[5] исемен йөрөтә

Урамға Таганрог металлургия заводы директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Павел Ефимович Осипенко исеме 1998 йылдың[6] декабрендә бирелә. Урам башында П. Е. Осипенко хөрмәтенә иҫтәлекле таҡта ҡуйылған.

П. Е. Осипенко исемендәге урамда күп фатирлы йорттар һәм металлургтарҙың торлаҡ йорттары, шулай уҡ Таганрог ҡалаһы эске эштәр идаралығының 3-сө полиция бүлеге (П. Е. Осипенко исемендәге урам, 64) урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һәләк булған металлургтарға һәйкәл[7]. Завод урамы һәм П. Е. Осипенко исемендәге урам мөйөшө.
  • В. И. Ленин[8][9]исемендәге мәҙәниәт һәм техника һарайы. Завод урамы һәм П. Е. Осипенко исемендәге урам мөйөшө.
  • «1905 йыл революцияһы иҫтәлегенә һәйкәл». Завод урамы һәм. П. Е. Осипенко исемендәге урам мөйөшө[10]
  • 1-се йәшерен большевиктар комитеты урынлашҡан йорт — П. Е. Осипенко исемендәге урам, 42[11].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Назаренко И. В. Скараманга Иван Амвросиевич // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 639.
  2. Киричек М. С. Касперовка // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 384.
  3. Чаленко С. «Фараоны» с городских окраин // Таганрогская правда. — 2012. — 12 июля.
  4. Ясаева В. Таганрог и Бельгия — неожиданное соседство / Молодёжное предпринимательство — новый вектор в развитии Российского бизнеса. Материалы конференции. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2010. — С. 33.
  5. Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  6. Киричек М. С. Их именами названы улицы. — Таганрог: ИП Стадников, 2009. — 154 с.
  7. Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101168000№ 6101168000РФ мәҙәни мираҫы объекты № 6101168000(недоступная ссылка)№ 6101168000
  8. Киричек М. С. Дворец культуры и техники им. В. И. Ленина ООО КСК «Олимп» // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 311.
  9. Собств. корр. Прощай, ДэКа? // Первая таганрогская газета. — 2014. — 31 мая. — С. 3.
  10. Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 61.
  11. Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101159000№ 6101159000РФ мәҙәни мираҫы объекты № 6101159000 2016 йыл 21 март архивланған.№ 6101159000