РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маҡтаулы исемдең күкрәккә тағыла торған билдәһе

РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре — РСФСР-ҙың маҡтаулы исеме. 1964 йылдың 26 майында ҡабул ителгән.

Мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф органдары, полиграфия, матбуғат,радио һәм телевидение учреждениелары, ойошмаларының юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәренә бирелгән. Шулай уҡ ижади үҙешмәкәрлектә, мәғариф органдары, учреждениелары, ойошмаларының эшмәкәрлегендә йәмәғәт башланғысында ҡатнашыусылар, мәҙәниәт үҫешенә индергән өлөштәре, хеҙмәттәре өсөн һәм мәҙәниәт өлкәһендә 15 һәм унан күберәк йылдар эшләгәндәр ҙә ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

1992 йылдың 4 февралендә һуңғы тапҡыр был маҡтаулы исем бирелгән [1][2].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Заслуженный работник культуры Российской Федерации
  • Список Заслуженных работников культуры РСФСР

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]