Эстәлеккә күсергә

РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы
Нигеҙләү датаһы 1925
Юрисдикция таралышы Рәсәй
Алдағы РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы
Ваҡиға ваҡыты 1925

РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы — Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы — РСФСР-ҙың 1925 йылда раҫланған Конституцияһы.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Советтарҙың XII Бөтә Рәсәй съезының «РСФСР Конституцияһын (Төп Закондың) раҫлауы тураһында» 1925 йылдың 11 майындағы Ҡарарына ярашлы раҫлана.

Конституцияның ҡабул итеүе РСФСР-ҙың яңы ойошторолған СССР Союзы составына инеүе һәм Рәсәй ҡануниәтен Союз ҡануниәтенә (башлыса 1924 йылғы СССР Конституцияһына) ярашлы итеү маҡсатында эшләнә. Яңы конституция Граждандар һуғышы тамамланыуы һәм СССР-ҙың булдырылыуы сәбәпле илдәге сәйәси һәм иҡтисади хәлдәрҙең йомшарыуын сағылдыра. РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһынан айырмалы рәүештә маҡсаттар ҙа бер ни тиклем үҙгәрә: 1918 йылғы конституцияла «социалистик йәмғиәттең ойошторолоуы һәм бөтә илдерҙә лә социализмдың еңеүе» раҫланһа, 1925 йылғы конституцияла «коммунизм булдырыу» маҡсаты һуңғыһы итеп билдәләнә һәм башҡа илдәр тураһында бер нәмә лә әйтелмәй.

Конституция башта 6 бүлектән, 8 главанан һәм 89 статьянан торған.

Конституцияға административ-территориаль бүленеше һәм совет идара итеү органдарының үгҙәртеп ҡороуына бәйле бер нисә үҙгәреш индерелә.

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы

РСФСР Конституцияһы (Советтарҙың XII Бөтә Рәсәй съезының 1925 йылдың 11 майында раҫланған).