РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы
Нигеҙләү датаһы 21 ғинуар 1937
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе РСФСР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе РСФСР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы
Принят законодателем XVII Всероссийский съезд Советов[d]

РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы — Рәсәй Федератив Совет Социалистик Республикаһының 1937—1978 йылдарҙағы төп законы. Конституция эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттарының Бөтә Рәсәй Советтарын һәм Советтарҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетын дәүләт власының яңы органы — Юғары Совет, урындағы эшсе һәм крәҫтиән депутаттарының Советтары Съездары — хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтары итеп үҙгәртте.

Ҡабул итеү сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1934 йылда Европа илдәрендә власҡа ультра-уң партияларҙың килеүе һәм диктатура урынлаштырыу ҡурҡынысы арта. Коммунистик партиялар социалистик партиялар менән бәйләнешкә инергә мәжбүр булалар, коммунистик партиялар, үҙ сиратында, эшселәр советтарына власты тапшырыу талабынан баш тартырға һәм парламент власын һаҡлап ҡалыу кәрәклеген танырға мәжбүр булалар. Шулай уҡ эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советтары системаһынан (синфи билдә буйынса булдырылған була) баш тартыу һәм дөйөм дәүләт парламентын һайлау өсөн нигеҙ барлыҡҡа килә. Яңы конституцияны үҙерләү кәрәклеге Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советтарының XVI Бөтә Рәсәй Съезы ҡарарына ярашлы ҡабул ителә һәм Эшсе һәм крәҫтиән депутаттары Советтарының ғәҙәттән тыш XVII Бөтә Рәсәй Съезының 1937 йылдың 21 ғинуарындағы «РСФСР Конституциянын (Төп Законды) раҫлау тураһында» Ҡарарына ярашлы ҡабул ителә.

Сәйәси үҙгәрештәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләт власы органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары Советы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылғы Конституция республикала дәүләт власының яңы юғары органын раҫлай — бер палатанан торған РФСР-ҙың Юғары Советы. Яңы орган 18 йәштән өлкәнерәк граждандарҙың дөйөм, тиң һәм йәшерен тауыш биреү ваҡытында тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә, есем, дин һәм милләт айырмаһыҙ, дүрт йыллыҡ срокка һайлана. Юғары Совет закондар ҡабул итә, һалымдарҙың күләмен һәм пошлиналарын билдәләй, дәүләт бюджетын ҡабул итә. Халыҡ-ара килешеүҙәрҙең ратификацияһы һәм денонсацияһы — СССР-ҙың Юғары Советының, ә дәүләт займдарын булдырыу СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының ҡарамағында була. Юғары Советтың ултырыштарын Юғары Советтың Рәйесе алып бара (уның һигеҙ урынбаҫары була).

Халыҡ Комиссарҙары Советын булдырыу хоҡуғы һәм уның отчетлылығы Юғары Советҡа күсә (1946 йылда Министрҙар Советы тип үҙгәртелә). Шулай уҡ 1937 йылғы Конституция халыҡ комиссариаттарын үҙәк башҡарма-идара итеү органдары сифатында һаҡлап ҡалдыра (1946 йылда министрлыҡтар тип үҙгәртелә), уларҙы халыҡ комиссарҙары етәкләй.

Дәүләттең коллектив башлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Конституцияға ярашлы шулай уҡ РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы (составында — рәйес, рәйес урынбаҫары, Рәйестең автономияларҙан урынбаҫарҙары, секретарь һәм 14 ағза) —дәүләт башлығы вәкәләттәрен башҡарған юғары дәүләт советы (1937 йылғы Конституцияһына ярашлы сессиялар саҡырыу, яңы составҡа һайлауҙар билдәләү, маҡтаулы исемдәр биреү, ярлыҡау үткәреү — Юғары Советтың ҡарамағына инә). Юғары Совет Президиумының указдарына Юғары Совет Президиумының Рәйесе һәм Юғары Совет Президиумының Секретары имзаһы ҡуйыла. Юғары Советының Президиумы Юғары Советы тарафынан ғәмәлдәге саҡырылыш Юғары Советының вәкәләттәре тамамланға тиклем һайлана һәм уға отчет бирергә тейеш була.

Урындағы власть органдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крайҙарҙа, өлкәләрҙә, автономиялы өлкәләрҙә, милли округтарҙа, административ округтарҙа, райондарҙа, ҡалаларҙа, ҡасабаларҙа, ауылдарҙа (станица, ауыл, утар) 18 йәштән өлкәнерәк граждандарҙың дөйөм, тиң һәм йәшерен тауыш биреү ваҡытында тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә, 2 йыллыҡ срокка һайланған хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтары дәүләт власы органдары булып китә. Хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтарының ултырыштарын Советтың рәйесе һәм секретары алып баралар. 1937 йылғы Конституцияһын ҡабул иткән ваҡыттан урындағы власть кимәлдәре түбәндәгесә була — өлкә кимәле (өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советтары һәм өлкә башҡарма комитеттары), район кимәле (район хеҙмәтсәндәр депутаттары советтары һәм район башҡарма комитеттары), эре ауылдарҙа һәм ҡасабаларҙа ауыл кимәле (ауыл хеҙмәтсәндәр депутаттары советтары һәм ауыл башҡарма комитеттары, ҡалаларҙа — ҡала хеҙмәтсәндәр депутаттары советтары һәм ҡала башҡарма комитеттары), ҡасабаларҙа — ҡасаба советтары һәм ҡасаба башҡарма комитеттары), ваҡ ауылдарҙа ауыл кимәле (ауыл йыйылыштары һәм ауыл комитеттары, ҡалаларҙа — урам йыйылыштары һәм урам комитеттары, ҙур урамдарҙа — квартал йыйылыштары һәм квартал комитеттары, башҡарма комитеттары булмаған уртаса ауылдарҙа — ауыл советы менән ауыл комитеттары араһында айырма тик ҡарарҙарҙың мотлаҡ булыуында).

Хеҙмәтсәндәр депутаттары Советтарына урындағы башҡарма комитеттарҙы һайлау хоҡуғы күсә. Шулай уҡ 1937 йылғы Конституция урындағы бүлектәрҙе урындағы башҡарма — идара итеү органдары сифатында һаҡлап алып ҡала, уларҙың башында бүлектәрҙең начальниктары тора.

Автономия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылғы Конституция Рәсәй составында автономиялы республикалар ғәмәлдә булыуын күҙ уңында тота, республикаларҙың һәр береһендә, шулай уҡ автономиялы өлкәләрҙең һәм милли округтарҙың үҙенең юғары Советы була. Һәр автономиялы республиканың үҙенең Конституцияһы була, уны автономиялы республиканың Юғары Советы ҡабул итә һәм РСФСР-ҙың Юғары Советы раҫлай. Автономиялы өлкәләр был автономиялы өлкә тураһында полпжение ҡабул итә, уны РСФСР-ҙың Юғары Советы раҫлай. Һәр автономиялы республиканың, автономиялы өлкәнең һәм һәр милли окрутың үҙ рәсми теле була.

Судтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ Юғары Советҡа Юғары — судты һайлау, ә өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советтарына өлкә судтарҙы һайлау хоҡуғы күсә. Район халыҡ судтарын райондың бәлиғ булған халҡы һайлай. Конституцияға ярашлы судьяларҙың бойондороҡһоҙлоғо һәм эште судта ҡарау асыҡлығы нығытыла.

Граждандарҙың хоҡуҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылғы Конституцияға 1918 йылғы һәм 1925 йылғы Конституцияларында ҡаралған бөтә хоҡуҡтар һәм азатлыҡтар — һүҙ, матбуғат, йыйылыштар, союздар азатлығы, шәхес торлаҡтың тейелгеһеҙлеге индерелә. Ошолар менән бер рәттән яңы хоҡуҡтар һәм азатлыҡтар нығытыла — ете сәғәтлек эш көнө, эш хаҡы һаҡлаулы йыллыҡ отпускылар, бушлай медицина ярҙамы, һигеҙ йыллыҡ дөйөм мотлаҡ белем алыу, белемдең бөтә төрҙәрен бушлай алыу, дәүләт стипендиялары системаһы, мәктәптәрҙе туған телдәрҙе уҡыу, бушлай производство техник һәм агрономия уҡытыу, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға түләүле отпускылар биреү.

Әһәмиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылғы Конституция билдәләгән сәйәси система 1978 йылғы Конституцияла үҙгәрешһеҙ ҡала һәм 1990 йылға тиклем ғәмәлдә була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]