Эстәлеккә күсергә

Радиотехника

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Радиотехника
 Радиотехника Викимилектә
ТЕЛЕГРАФЫ ЭЛЕКТРИЧЕСКИЕ II. 1. Электрический звонок. 2 и 3. Двойной изолятор для проводов. 4. Изолятор в железной оправе. 5. Звонок для переменных токов. 6. Соединение проводов. 7. Реле. 8. Пишущий телеграфный прибор, обыкновенный немецкий. 9. Сифонный отметчик Томсона. 10. Поляризованный пишущий телеграфный аппарат Сименса и Гальске. 11. Приемный аппарат Морзе. 12. Ключ Морзе.

Радиоте́хника — электромагнит тирбәлеш һәм радиодиапазон тулҡындарын, генерация ысулдарын, көсәйеү, үҙгәртеү, нурланыш һәм ҡабул итеү, шулай уҡ уларҙы мәғлүмәт тапшырыу өсөн ҡулланыу өйрәнеүсе фән, электротехниканың радиотапшырыу һәм радио ҡабул итеү техникаһын, сигналдарҙы эшкәртеү, проектлау һәм радиоаппаратураны булдырыуҙы эсенә алған бер өлөшө.

1832 йылда Англия ғалимы- физик Майкл Фарадей электромагнит нурланыш булыуын теорияла күҙаллай.

1864 йыла Дж. К. Максвелл электромагнит ҡырҙың эволюцияһын һәм уның зарядтар һәм токтар менән үҙ-ара тәьҫир итешеүен һүрәтләгән классик электродинамиканың төп тигеҙләмәләрен яҙа .

1888 йылда ғалимы- физик Г. Герц электромагнит тулҡындар аша энергияны алыҫ араға тапшырып булғанын үҙ тәжрибәһендә күрһәтә: «вибратор» тип атаған ҡоролма алыҫ араға сымһыҙ ғына электромагнит ҡыр ебәрә .

Схема электромеханического телеграфа

1894 йылдың 14 авгусында Оксфорд университетында Британия фән үҫешенә ярҙам итеү ассоциацияһы ултырышында Оливер Лодж менән Александр Мирхед тәүге тапҡыр радиотелеграфияның уңышлы сеансын үткәрә. Морзе әлифбаһының радиосигналы күрше Кларендон корпусындағы лабораториянан ебәрелеп, 40 м алыҫлыҡта урынлашҡан аппарат тарафынан ҡабул ителә.

1895 йылдың 25 апрелендә (7 майында) Санкт-Петербургта Рус физика һәм химия йәмғиәте ултырышында А. С. Попов бер-бер артлы бирелгән телеграф сигналдарының (ҡыҫҡа һәм оҙон) электромагнит тулҡындарын ҡабул итеү аппаратын эшләтеп күрһәтә.

Приёмник Попова

1897 йылда Италия инженеры Г. Маркони тәүге (Британияла) патент ала һәм Лондонда сымһыҙ телеграфты эшләтеп күрһәтә. Башҡа илдәрҙә Г. Маркониға патент бирмәйҙәр , сөнки быға тиклем үк А. С. Попов ошондай уҡ когерент приемникты һүрәтләгән мәҡәләһен баҫтырған була[1].

Приёмник Маркони с когерером

Радиотехниканы яңы кимәлгә күтәргән Рәсәй һәм cовет ғалимдары :

  • профессорҙар М. А. Бонч-Бруевич, Б. Л. Розинг ( электрон телевидение уйлап сығарған);
  • академик А. И. Берг (радиолокация);
  • академик А. Ф. Богомолов (радиолокация, алыҫ космос элемтәһе);
  • академик В. А. Котельников (ҡамасауҙарға ҡаршы тороу теорияһы).

Радиотехника бүлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Радиотехника бүлектәре[сығанаҡ 2948  көн күрһәтелмәгән]:

Радиотехника фәндең физика, астрономия, медицина, химия һәм башҡа өлкәләрендә ҡулланыш таба. Радиотехник ысулдар мәғлүмәт биреү системаларында, радиобәйләнеш, радиотапшырыуҙар, телевидение, радиолокация, радионавигация, радио идара итеү, автоматика системаларында һәм хисаплау техникаһында ҡулланыла.

  1. «Прибор для обнаружения и регистрирования электрических колебаний» // Журнал Русского физико-химического общества. — СПб., 1896 — т. XXVIII, вып. 8, ч.физ.отд.1, стр.1-14 с 2 рис.