Радулов Александр Валерьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Александр Радулов
Радулов Александр Валерьевич
Alexander Radulov 2012-10-28.jpeg
Александр Радулов — ЦСКА уйынсыһы (2012 йыл)
Эшмәкәрлек төрө:

хоккейсы

Тыуған ваҡыты:

06.07.1986

Тыуған урыны:

Түбән Тагил, Рәсәй

Ауырлыҡ:

91 кг

Буй:

186 см

Урын:

сит яҡ һөжүмсе

Карьера
Клубтар:

2003—2004 Рәсәй флагы ТХК
2004 Рәсәй флагы Динамо Мәскәү
2004—2006 Канада флагы Квебек Ремпартс
2006—2008 АҠШ флагы Нэшвилл Предаторз
2008—2012 Башҡортостан Салауат Юлаев
2012 АҠШ флагы Нэшвилл Предаторз
2012—2016 Рәсәй флагы ЦСКА Мәскәү
2016—2017 Канада флагы Монреаль Канадиенс
2017—... АҠШ флагы «Даллас Старз»

Гражданлығы:

Рәсәй Рәсәй

Ҡушамат:

Бунша, Rads, Радул, Радик
Раду (ингл. Radu)

Бүләктәр
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Радулов Александр Валерьевич (5 июль 1986 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Ике тапҡыр донъя чемпионы. 2017 йылдан «Даллас Старз» хоккей клубы уйынсыһы.

Александр Радулов 24.09.2011 Амур—Салауат Юлаев

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр Валерьевич Радулов 1986 йылдың 5 июлендә Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында тыуған. Тәүге аҙымын «Спутник» клубында башлай. Һуңынан Тверь хоккей командаһында, «Динамо» (Мәскәү), Салауат Юлаев, өс миҙгел Канаданың йәштәр лигаһында сығыш яһағас, НХЛ-дың «Нэшвилл Предаторз» командаһында ике миҙгел уҙғара. Радулов юлаевсылар рәтенә НХЛ-дың «Нэшвилл Предаторз» клубынан 2008 йылда күсеп килә. 2012 йылдан — Мәскәүҙең ЦСКА командаһы уйынсыһы. Үҙ карьераһында юниорҙар араһында Рәсәй командаһы составында ике тапҡыр донъя беренселегенең бронза миҙалына лайыҡ була. Канада хоккей лигаһының иң шәп уйынсыһы исемен дә ала. Рәсәй йыйылма командаһында 2007 йылдан сығыш яһай башлай.

Радуловтар сығыштары менән Түбәнге Тагилдан. Атаһы Валерий Юрьевич урындағы «Спутник» хоккей командаһында уйнаған. Александрҙың олатаһы ла хоккей мөхитендә ҡайнап, спорт майҙансығының хеҙмәткәре булып эшләй. Шуға ла ағалы-ҡустылы Радуловтар, ғаилә традицияһын дауам итеп, боҙ майҙансығын икенсе өйгә әйләндерә. 1999 йылда Радуловтар ғаиләһе Ярославль ҡалаһына күсеп китә. 13 йәшлек Александр Ярославль хоккей мәктәбендә шөғөлләнеүен дауам итмәксе була. Тик ундағы тренер, буласаҡ «йондоҙ»ға ҡарап, хоккей һинең шөғөлөң түгел, тип ишекте яба. Радулов юғалып ҡалмай, бер йыл буйы ағаһының командаһында шөғөлләнгәндән һуң, Мәскәүҙең «Динамо» хоккей клубына барып яҙыла. Тормош дауам итә. Йәш Радулов яйлап "Динамо"ның төп составына эләгә, тик унда нығына алмай һәм клуб етәкселеге Сашаны Тверь хоккей командаһына ҡуртымға бирә. Шунан башлана ла инде геройыбыҙҙың уңыштары. Ул Тверь хоккей һөйөүселәренең кумирына әйләнә. Һәр бер йәш хоккейсы хыялланған һымаҡ, Александр ҙа НХЛ-да уйнағыһы килә. Ул ваҡыттағы донъя "йондоҙҙары"ның гәзит-журналдарҙа сыҡҡан фотоларын йыя, улар кеүек булыр өсөн көнө-төнө үҙ өҫтөндә эшләй. Һәм хыялы тормошҡа аша. «Динамо» өсөн бер генә уйын уҙғарған Радуловҡа НХЛ белгестәре күҙ һалып, «Нэшвилл Прэдаторз» клубы вәкилдәре уны һайлап ала. Шулай итеп кесе Радулов океан аръяғына юллана. Тик унда ла шунда уҡ төп составҡа эләкмәй, фарм-клубта уйнарға мәжбүр була. Бер миҙгелдә генә 32 шайба индереп, 45 пас бирә, иң өмөтлө уйынсыға әйләнә. Һөҙөмтәһе көндән-көн яҡшыра бара. Икенсе йылына 62 уйында 61 гол индереп, 93 тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ итә. Бер осрашыуҙа хатта ете тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Шулай ҙа ҡайһы бер белгестәр, был һөҙөмтәһенә ҡарамаҫтан, төп составҡа тиҙ генә эләкмәҫ, тип күҙаллай. Әммә 20 йәшлек уйынсы барыһын да пыран-заран килтерә, һәм "Нэшвилл"дың төп составына юл ала.

« Бик көслө, хәрәкәтсән уйынсы, — тип билдәләй уны клуб тренеры Барри Тротц. »

Ни тиклем күберәк уйнай, шул хәтлем тотоп алғыһыҙ хоккейсыға әйләнә. Бындай тиҙлеге менән ул, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, күп ҡапҡасыларҙың "дошманы"на әүерелде. Тик ҡапҡаға ғына уҡталыуы менән Александр хатта Овечкиндан да ҡурҡынысыраҡ була. Күнекмәләр ваҡытында ла, ял иткәндә лә һис кенә лә тик ултырмай. Уның энергияһы командаға ла ҙур йоғонто яһай. Тәүге миҙгелдә ул «Нэшвилл» составында 64 уйында 37 (18+19) мәрәй туплай. Күп тә үтмәй, Рәсәй йыйылма командаһы составына саҡырыу ала. Рәсәй хоккей һөйөүселәренең күптәренә билдәле булмаған Александр, барыһын да хайран ҡалдырып, команда составында донъя чемпионы исемен яулай. Ул ғына ла түгел, еңеү шайбаһын индерә. Егеттең шатлығын бөтә Түбәнге Тагил халҡы байрам итә. Бигерәк тә шунда ҡалған олатаһы ҡаланың иң хөрмәтле кешеһенә әйләнә. Шуғамы икән инде, Радуловтың хис-тойғолары тыуған яғына тарта. Беренсе булып «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге быны һиҙеп ҡалып, уның менән ҡыҙыҡһыныуын белдерә. «Нэшвилл» клубы менән килешеү дауам итһә лә, Александр Радулов, өфөләрҙең саҡырыуын ҡабул итеп, Башҡортос­танға юллана. 2011 йылда «Салауат Юлаев» составында Гагарин Кубогына эйә була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Александр Радулов атай булды... — «Что происходит?» сайты, 2015, 12 ноябрь[1](рус.)
  • Хоккейсы Радулов һәм гимнастка Дмитриева туй үткәрҙе. — «НТВ-Спорт» сайты, 2015, 11 август[2](рус.)

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Bronze medal icon.svg Донъя чемпионатты бронза призеры (Мәскәү 2007).
  • Gold medal icon.svg Донъя чемпионаты еңеүсеһе (Канада 2008).
  • Gold medal icon.svg Донъя чемпионаты еңеүсеһе (Швейцария 2009).
  • Bronze medal icon.svg Гагарин Кубогы призеры (Салауат Юлаев 2010).
  • Gold medal icon.svg Гагарин Кубогы эйәһе (Салауат Юлаев 2011).
  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионы (Салауат Юлаев 2011).
  • Gold medal icon.svg Рәсәй чемпионы (ЦСКА 2015).
  • Bronze medal icon.svg Гагарин Кубогы бронза призеры (ЦСКА 2015).
  • Silver medal icon.svg Гагарин Кубогы көмөш призеры (ЦСКА 2016).
  • Silver medal icon.svg Йәштәр донъя чемпионаты көмөш призеры 2005, 2006.
  • Иң яҡшы уйынсы (CHL) 2006.
  • Иң яҡшы бомбардир (CHL) 2006.
  • Иң яҡшы бомбардир Квебек Баш юниор хоккей лигаһы (Жан Беливо Трофи) 2006.
  • Яҡшы уйынсы Мемориал кубогы (Стэффорд Смайт Мемориал Трофи) 2006.
  • Майкл Брир Мемориал Трофи эйәһе 2006.
  • Яҡшы һөжүмсе Квебек Баш юниор хоккей лигаһы (Telus Кубогы) 2006.
  • Иң яҡшы уйынсы КХЛ регуляр чемпионаты 2009—2010.
  • Иң яҡшы бомбардир КХЛ плей-оффтың 2009—2010.
  • Секунда призы — иң шәп голы тыуған хоккейда, 6 секунда («Салауат Юлаев» — «Югра» ярышы).[3].
  • «Яҡшы бомбардир» призы эйәһе 2010—2011.
  • «Алтын сәкән» призы эйәһе 2009—2010, 2010—2011.
  • Бөтө йондоҙҙар ярышы (КХЛ) биш тапҡыр ҡатнашыусы (2009, 2010, 2011, 2012, 2013).

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Регуляр сезоны Плей-офф
Сезон Команда Лигаһы Уйын Г П М +/- Штр Уйын Г П М +/- Штр
2003-04 ТХК Тверь Юғары хоккей лигаһы 42 15 16 31 -- 102 -- -- -- -- -- --
2003-04 Динамо Мәскәү Суперлига 1 0 0 0 -- 2 -- -- -- -- -- --
2004-05 Квебек Ремпартс QMJHL 65 32 43 75 30 64 13 6 5 11 -- 15
2005-06 Квебек Ремпартс QMJHL 62 61 91 152 53 101 23 21 34 55 9 30
2006-07 Милуоки Эдмиралс АХЛ 11 6 12 18 3 26 -- -- -- -- -- --
2006-07 Нэшвилл Предаторз НХЛ 64 18 19 37 19 26 4 3 1 4 1 19
2007-08 Нэшвилл Предаторз НХЛ 81 26 32 58 7 44 6 2 2 4 0 6
2008-09 Салауат Юлаев КХЛ 52 22 26 48 26 92 4 0 2 2 1 4
2009-10 Салауат Юлаев КХЛ 54 24 39 63 44 62 16 8 11 19 7 10
2010-11 Салауат Юлаев КХЛ 54 20 60 80 27 83 21 3 15 18 9 42
2011-12 Салауат Юлаев КХЛ 50 25 38 63 1 64 6 0 6 6 1 2
2011-12 Нэшвилл Предаторз НХЛ 9 3 4 7 3 4 8 1 5 6 5 4
2012-13 ЦСКА Мәскәү КХЛ 48 22 46 68 12 86 9 1 6 7 -4 0
2013-14 ЦСКА Мәскәү КХЛ 34 9 25 34 19 75 - - - - - -
2014-15 ЦСКА Мәскәү КХЛ 46 24 47 71 37 143 16 8 13 21 7 20
2015-16 ЦСКА Мәскәү КХЛ 53 23 42 65 27 73 20 4 12 16 5 26
2016/17 Монреаль Канадиенс НХЛ 76 18 36 54 10 62 6 2 5 7 0 6
2017/18 Даллас Старз НХЛ
Бөтәһе НХЛ-да 230 65 91 156 39 136 24 8 13 21 3 35
Бөтәһе КХЛ-да 391 169 323 492 194 678 92 24 65 89 26 104

Халыҡ-ара ярыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Йыйылма команда Ярыш Урын   У Г П М Штр
Юниор донъя чемпионаты 2004 Рәсәй (юниор.) ЮДЧ Gold medal with cup.svg 6 2 5 7 2
Йәштәр донъя чемпионаты 2004 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ Silver medal with cup.svg 6 2 1 3 4
Йәштәр донъя чемпионаты 2006 Рәсәй (мол.) ЙДЧ Silver medal with cup.svg 6 1 3 4 4
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) 18 5 9 14 10
2007 Рәсәй ДЧ Bronze medal with cup.svg 9 2 0 2 6
2008 Рәсәй ДЧ Gold medal with cup.svg 6 0 3 3 2
2009 Рәсәй ДЧ Gold medal with cup.svg 9 4 6 10 10
2010 Рәсәй ОУ 6 4 1 1 2 4
2011 Рәсәй ДЧ 4 9 2 5 7 6
2013 Рәсәй ДЧ 6 8 5 5 10 4
2014 Рәсәй ОУ 5 5 3 3 6 4
Бөтәһе (төп йыйылма команда) 50 17 23 40 36

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]