Разна (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Разна» милли паркы
латыш. Rāznas nacionālais parks
Озеро Разна
Озеро Разна
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны532 км2 
Нигеҙләнгән ваҡыты2007 йыл 
Урынлашыуы
56°16′00″ с. ш. 27°30′00″ в. д.HGЯO
Латвия
Точка
«Разна» милли паркы
 Разна Викимилектә

«Разна» милли паркы (латыш. Rāznas nacionālais parks) Латвияның Латгаль төбәгендә урынлашҡан. 2007 йылдың 1 ғинуарында төҙөлә һәм 59615 гектар майҙанды биләй. Быға тиклем булған «Разна» тәбиғәт паркын милли паркҡа үҙгәртеү инициативаһы менән Даугавпилс университетынан сығыш яһай.

Был милли парк Латвияла ҙурлығы буйынса икенсе урында тороусы Разна күлен һәм уға яҡын райондарҙы яҡлау өсөн булдырыла. Милли парктың 14 % майҙанын һыу ҡаплап тора. Экосистеманың иң ҡиммәтлеһе — ул үҫемлектәрҙең күп һанлы һирәк төрҙәре менән тәбиғи япраҡлы урман, был ағастарҙың ҡайһы берҙәре Эжезерс күленең 26 утрауында үҫә. Шулай уҡ тәбиғәт һаҡлауҙың юғары ҡиммәтенә тәбиғилеккә яҡын булған болондар ҙа эйә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]