Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айрат Шәйхулла улы Рамаҙанов
Тыуған көнө:

24 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡалмашбаш, Саҡмағош районы, БАССР, СССР

Гражданлығы:

СССР СССР
Рәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

геофизика

Эшләгән урыны:

БДУ

Ғилми дәрәжәһе:

техник фәндәр докторы

Уҡыу йорто:

БДУ

Награда һәм премиялары


Изобретатель СССР Бронзовая медаль ВДНХ
Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Айрат Рамаҙанов

Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы (24 февраль 1953, Ҡалмашбаш, Саҡмағош районы, БАССР) — СССР һәм Рәсәй физигы, геофизик һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (2005). Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985), ВДНХ бронза миҙалы менән бүләкләнгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы 1953 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуа. Шунда уҡ 1970 йылда урта мәктәпте тамамлай.

1975 йылда яҡшы билдә менән Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Шул йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем БДУ-ла уҡытыу эшен алып бара. Әлеге ваҡытта «Ер һәм планеталар физикаһы» һөнәре буйынса дисциплиналарҙы алып бара.

1987 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 2005 йылда Айрат Рамаҙанов техник фәндәр докторы исемен яҡлай.

1985 йылда — СССР-ҙың уйлап табыусыһы, 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләнә.

Рамаҙановтың ғилми тикшеренеүҙәре туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙәге термогидродинамик процестарҙы өйрәнеүгә, математик модель әҙерләүгә һәм геофизик тикшеренеүҙәрҙең һығымталарын автоматлаштырып эшкәртеүгә бағышланға. Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы ҡарамағында нефть ҡатламдарын термогидродинамик өйрәнеү юлының теоретик нигеҙҙәре уйлап табыла.

Рамаҙнов етәкселегендә нефть һәм газ ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һөҙөмтәләрен автоматлаштырылған ысул менән эшкәртеү һәм интерпретациялау өсөн «Гидрозонд» системаһы яһала. Был система Рәсәй Федерацияһының, Беларусь һәм Ҡаҙағстан геофизика предприятиеларында әүҙем рәүештә эшләтелә.

Айрат Шәйхулла улының 150 тирәһе ғилми эше һәм 18 уйлап табыуы бар.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Өфө, 1992 (авторҙ.)
  • Термометрия пластов с многофазными потоками. Өфө, 1998 (авторҙ.)

Наградалары һәм исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почётлы грамотаһы (2003)
  • Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)
  • ВДНХ бронза миҙалы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]