Рамос Серхио

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Футбол
Cерхио Рамос
Russia-Spain 2017 (6).jpg
Информация
Тулы исеме Серхио Рамос Гарсия
Тыуа 30 март 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][2][3] (34 йәш)
Камас, Севилья, Испания
Гражданлығы
Буйы 184[4] см
Ауырлығы 82[4] кг
Позиция үҙәк һаҡсы
Клубы
Клубы Испания Реал Мадрид
Номер 4
Карьера
Йәштәр клубтары
1996—2003 Испания Севилья
Клуб карьераһы*
2003—2005 Испания Севилья 39 (2)
2003—2004  Испания Севилья B 26 (2)
2005—х. в. Испания Реал Мадрид 450 (68)
Йыйылма командаһы**
2002 Испания Испания (17 йәшкә тиклем) 1 (0)
2004 Испания Испания (19 йәшкә тиклем) 7 (0)
2004 Испания Испания 21 йәшкә тиклем) 6 (0)
2005—х. в. Испания Испания 170 (21)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаттары
Алтын ЮАР 2010
Конфедерация кубоктары
Бронза ЮАР 2009
Көмөш Бразилия 2013
Европа чемпионаттары
Алтын Австрия/Швейцария 2008
Алтын Польша/Украина 2012

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала, 2.07.2020 ҡарата төҙәтелгән.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Серхио Рамос Гарсия (исп. Sergio Ramos García; 30 март 1986 йыл, Камас, Севилья провинцияһы) — испан футболсыһы, һаҡсы, «Реал Мадрид» һәм Испания йыйылма командаһы капитаны. Донъя чемпионы (2010) һәм ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012). Испания йыйылма командаһы өсөн уйналған матчтар иҫәбе буйынса рекордсы. XXI быуатта Примерала сығыш яһаған һаҡсылар араһында иң яҡшы бомбардир.

Клуб карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Севилья»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

15 йәшендә Серихо «Севильяға» күренергә килә һәм үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Тиҙҙән клубтың үҫмерҙәр командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Интервьюларының береһендә Рамос, иң тәүге уйнаған футбол ҡырым — таштан эшләнгән ҡапҡалы ташландыҡ ялан ине, тип белдерә.

2002/03 йылдар миҙгелендә Испания чемпионатының икенсе дивизионында "Севилья"ның резерв командаһы өсөн бер матч уйнай. 2003/04 йыл миҙгелендә Рамос дублдең төп составына күсә, 25 матчта ҡатнаша һәм бер туп индерә.

2004 йыл башында "Севилья"ның баш тренеры Хоакин Капаррос Рамосты төп составҡа күсерә. 2004 йылдың 1 февралендә Рамос Примерҙа «Депортиво Ла-Корунья»ға (0:1) ҡаршы уйында дебютын үткәрә.

2004/05 йылдар миҙгелендә Серихо Примерҙа 31 матчта уйнай һәм 2 туп индерә, шулай уҡ уның УЕФА кубогында уйнай һәм Петербургтың «Зениты» менән осраша. Миҙгел аҙағына Серхио чемпионат асышы тип таныла. Уның көслө яҡтары тип тиҙлеге, физик әҙерлеге, алышта сигенә белмәүе һәм башы менән уйнауы билдәләнә.

«Реал Мадрид»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2005 йылдың йәйендә Мадридтың «Реал»ы Рамосты 27 миллион евроға һатып ала. «Барселона» һәм «Манчестер Юнайтед» та уны үҙенең составында күрергә теләй. Был хаҡта Серхио үҙе былай ти:

Меня вызвали в сборную. У меня с собой в сумке были туалетные принадлежности и бутсы, поскольку обычно в сборной проводишь тренировку, играешь матч и возвращаешься домой. И так получилось, что в тот день я домой не поехал. Я подписал контракт в 23.30 в Лас Росас, зная, что трансферное окно закрывается в полночь. И когда я поставил свою подпись, я не мог в это поверить. Мне посыпались СМСки. В тот день я наверно получил больше всего СМСок в своей жизни. Это был шаг вперёд и огромная ответственность, и невероятные перемены. И если я и сейчас ещё юнец, то тогда я был совсем ребёнком. И у меня не было ни малейшего опыта… Просыпаешься игроком «Севильи», а спать ложишься футболистом «Реал Мадрид». И знаешь, что будешь делить раздевалку с такими людьми, как Рауль, Бекхэм, Зизу, Икер, Роберто Карлос, Рональдо, а все они были моими кумирами… Мир переворачивается с ног на голову.

Беренсе миҙгелдә үк 19 йәшлек футболсы уң һаҡсы урыны өсөн дәғүәселектә еңеп сыға һәм король клубының старт составы уйынсыһы булып китә. Киләһе йылда иһә Испания чемпионы булып, карьераһында беренсе ҙур титулын яулай. 2007 йылдың 10 мартында Серхио "Камп Ноу"ҙа «Барселона» ҡапҡаһына бер гол индерә, ә уйын 3:3 иҫәбе менән тамамлана. Тап ошо тигеҙ иҫәп «Реал»ға чемпион булырға ярҙам итә, сөнки иҫәп тигеҙ булғанда ла мадридтар каталондарҙы шәхси осрашыуҙарҙағы яҡшы иҫәп менән үтеп китә. Артабан Рамос үҙ клубы өсөн мөһим булған уйындарҙа голдар индерә.

Үҙенең төп позицияһынан тыш, Рамос ҡаршы флангыла ла, үҙәк һағында һәм ярымһаҡта уйнарға ла өйрәнеп ала. 2010 йылда ул тулыһынса уң флангынан оборона үҙәгенә күсә. 2015 йылдың йәйендә клубтан Касильяс Икер киткәндән һуң, Рамос капитан булып ҡала. «Реал» өсөн сығыш яһап, Серхио бер нисә тапҡыр Испанияның иң яҡшы һаҡсыһы тип таныла.

2014 йылда «Реал» 12 йыл эсендә тәүге тапҡыр Чемпиондар лигаһында еңеүгә өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта был триумфта Рамостың голдары ҙур роль уйнай. 2014 йылдың 29 апрелендә ул Мюнхендың ғәмәлдәге титул эйәһе «Бавария» командаһына ике гол индереп, һуңынан «Атлетико Мадрид» менән финал уйындарында 93-сө минутта башы менән гол индереп иҫәпте тигеҙләп, өҫтәмә ваҡытта уйнау мөмкинлеген ала һәм үҙ командаһына финалға сығырға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә команда иҫәпте үҙгәртә һәм 4:1 иҫәбе менән еңә. Былар барыһы ла оборонала ышаныслы уйын менән бер рәттән алып барыла.

Ике йылдан һуң «Реал» ошо уңышын тағы ла ҡабатлай, өҫтәүенә, финалда дәғүәсеһе тағы ла «Атлетико» була. Был юлы Серхио гол индереп кенә ҡалмай (тап ул иҫәпте аса), ләкин был ынтылышын үҙенең мөмкинлеген пенальтиҙар серияһында ла һынап ҡарау мөмкинлеге ала. Ике финал һөҙөмтәһе буйынса Рамос матчтың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. Улай ғына ла түгел, УЕФА Суперкубогы өсөн матчта 93-сө минутта иҫәпте тигеҙләп, командаһын еңелеүҙән ҡотҡара һәм тағы ла иң яҡшы уйынсы булып таныла.

Икенсе яҡтан Рамостың уйыны бик йыш ҡаты була. 2018 йылдың февралендә ул 163-сө тапҡыр һары карточка алып, Примераның үҙенсәлекле рекорсыһы була.

Йыйылма командалағы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рамос 2012 йылда Европа чемпионатында

2004 йылдың йәйендә Серхио Испанияның үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында 19 йәштән оло булмаған уйынсылар араһында Европа чемпионы була.

2005 йылдың 26 мартында 18 йәшендә Испания йыйылма командаһы составында Ҡытай йыйылма командаһына (3:0) ҡаршы уйында алмашҡа сығып, дебют үткәрә. Серхио — 1941 йылдан алып Испания йыйылма командаһы өсөн йәш кенә килеш уйнай башлаған беренсе футболист: быға тиклем ҡапҡасы Хуан Акунья иң йәше була. Күпмелер ваҡыттан һуң Серхио 2006 йылғы Донъя чемпионатының Сербия һәм Черногорияға ҡаршы һайлап алыу матчына старт составына эләгә. Шул ваҡыттан алып ул Луис Арагонес командаһының төп һаҡсыһы була. 2005 йылдың 13 октябрендә йыйылма команда өсөн Сан-Марино клубына ҡаршы уйында беренсе тубын индерә һәм дубль яһай (6:0). Рамостың йыйылма командаға килеүе Мичел Сальгадоның халыҡ-ара карьераһын туҡтатыуына тура килә һәм ул Испания командаһының уң һаҡсыһы булып китә. Пуйоль Карлес та карьераһын туҡтатҡас, Рамос оборона үҙәгенә күсә һәм Жерар Пике менән берләшә.

2006 йылдан башлап Рамос ете ҙур турнирҙарҙың (Донъя чемпионаттары: 2006, 2010, 2014 һәм 2018, шулай уҡ Европа чемпионаттары: 2008, 2012 һәм 2016) 34 матчында 34 уйын уйнай. Испания йыйылма командаһы өсөн өс еңеү турнирының икеһе һөҙөмтәһе буйынса символик йыйылма командаларға индерелә. 2016 йылда команданан Икер Касильяс киткәс, "Реал"дағы кеүек, унан капитанлыҡты алып ҡала.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Серхио Рамос Telecinco репортеры Лара Альварес менән осраша, 7 июлдә айырылашалар. Был хаҡта Серхио уға телефон аша әйтә һәм һуңынан мөхәббәтен белдерә[5].

Уйын стиле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рамос төрлө позицияла уйнарға һәләтле һәм «Реал» тренерҙары уның был сифатын киң ҡуллана. Атап әйткәндә, ҡайһы бер матчтарҙа ул терәк ярымһаҡсы позицияһында уйнай. Рамос яҡшы техникаға эйә, тупты һайлай белә һәм майҙанды яҡшы күрә, уйындағы хәл-торошто тиҙ баһалай.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Командала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Испания «Реал Мадрид»

  • Испания чемпионы (4): 2006/07, 2007/08, 2011/12, 2016/17
  • Испания кубогы эйәһе (2): 2010/11, 2013/14
  • Испания Суперкубогы эйәһе (4): 2008, 2012, 2017, 2019/20
  • УЕФА чемпиондары лигаһы еңеүсеһе (4): 2013/14, 2015/16, 2016/17, 2017/18
  • УЕФА Суперкубогы эйәһе (3): 2014, 2016, 2017
  • Клуб Донъя чемпионаты еңеүсеһе (4): 2014, 2016, 2017, 2018
  • Йәмғеһе: 21 трофей


Испания Испания Йыйылма Командаһы

  • Донъя чемпионы: 2010
  • Европа Чемпионы (2): 2008, 2012
  • Йәмғеһе: 3 трофей
  • Карьераһында барлығы: 24 трофей

Шәхси[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Don Balón йылының йәш уйынсыһы наградаһы эйәһе
  • УЕФА версияһы буйынса Символик йыйылма командаһы составына инә: 2008, 2012, 2013, 2014, 2015, 2016, 2018
  • Примераның иң яҡшы һаҡсыһы: 2012,2013,2014,2015
  • УЕФА версияһы буйынса иң яҡшы һаҡсы: 2017/18
  • Клуб донъя чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы: 2014
  • Донъя чемпионатының символик йыйылма командаһы ғзаһы: 2010
  • Европа чемпионатының символик йыйылма командаһы ағзаһы, : 2012
  • Чемпиондар лигаһы финалының иң яҡшы уйынсыһы: 2016

Сығыштар статистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Клуб статистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2020 йылдың 24 июненә ҡарата[6][7][8].

Клуб Миҙгел Лига Кубок Еврокубоктар Башҡалар Йәмғеһе
Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Севилья B 2002/03 1 0 1 0
2003/04 25 2 5 0 30 2
Йәмғеһе 26 2 0 0 0 0 5 0 31 2
Севилья 2003/04 7 0 0 0 0 0 0 0 7 0
2004/05 31 2 5 0 6 1 0 0 42 3
2005/06 1 0 0 0 0 0 0 0 1 0
Йәмғеһе 39 2 5 0 6 1 0 0 50 3
Реал Мадрид 2005/06 33 4 6 1 7 1 0 0 46 6
2006/07 33 5 3 0 6 1 0 0 42 6
2007/08 33 5 3 0 7 0 2 1 45 6
2008/09 32 4 0 0 8 1 2 1 42 6
2009/10 33 4 0 0 7 0 0 0 40 4
2010/11 31 3 7 1 8 0 0 0 46 4
2011/12 34 3 4 0 11 1 2 0 51 4
2012/13 26 4 3 0 9 1 2 0 40 5
2013/14 32 4 8 0 11 3 0 0 51 7
2014/15 27 4 2 1 8 0 5 2 42 7
2015/16 23 2 0 0 10 1 0 0 33 3
2016/17 28 7 3 1 11 1 2 1 44 10
2017/18 26 4 1 0 11 1 4 0 42 5
2018/19 28 6 6 3 5 0 3 2 42 11
2019/20 29 8 2 0 5 2 2 0 38 10
Йәмғеһе 448 67 48 7 124 13 24 7 644 94
Карьераһында барлығы 513 71 53 7 130 14 29 7 725 99

Йыйылма команда статистикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019 йылдың 19 ноябренә ҡарата[9].

Команда Йыл Уйын Гол
Испания 2005 7 2
2006 13 0
2007 10 2
2008 15 0
2009 11 0
2010 16 1
2011 10 1
2012 16 2
2013 17 1
2014 9 1
2015 6 0
2016 10 0
2017 9 3
2018 12 4
2019 9 4
Йәмғеһе 170 21

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Transfermarkt.com — 2000.
  2. Base de Datos del Futbol Argentino
  3. AsMadrid: PRISA, 1967.
  4. 4,0 4,1 Sergio Ramos | Real Madrid CF
  5. Серхио Рамос и Лара Альварез поженятся?
  6. Sergio Ramos. Soccerway. 28 август 2018 тикшерелгән.
  7. Sergio Ramos. ESPN FC. 11 октябрь 2018 тикшерелгән.
  8. Sergio Ramos. BDFutbol. 24 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  9. Sergio Ramos. European Football. 11 октябрь 2018 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]