Рассказов Иван Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рассказов Иван Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 26 август 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Гуровка, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 февраль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Рассказов Иван Павлович (26 август 1917 йыл — 28 февраль 1980 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1977 һәм 1979—1980 йылдарҙа Өфө элемтә аппаратураһы заводы фрезерсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Павлович Рассказов 1917 йылдың 26 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Гуровка ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1934 йылда «Южураллес» тресында башлай, 1938—1941 йылдарҙа Өфөлә ҡала ашханалар тресында эшләй. 1941 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армия сафына алына, Бөйөк Ватан һуғышында элемтә ғәскәрҙәре составында ҡатнаша. 1946 йылда демобилизациялана һәм ошо ваҡыттан алып СССР Радио сәнәғәте министрлығының Өфө алыҫ элемтә аппаратуралары заводында (хәҙер — «Прогресс» производство берекмәһе асыҡ акционерҙар йәмғиәте) эшләй.

Юғары квалификациялы белгес, И. П. Рассказов эш нормаһын йыл һайын 140—150 процентҡа үтәй, сығарылған продукцияһының сифаты юғары кимәлдә була. Һигеҙенсе биш йыллыҡтың заданиеһын (1966—1970) ваҡытынан алда — 1969 йылдың октябрь айында үтәй.

Үҙенең ҙур практик эш тәжрибәһен И. П. Рассказов йәш эшселәргә тапшыра, туған заводына һәм һайланған һөнәренә һөйөү уята һәм хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләй. 17 йәш эшсене өйрәтә.

Әүҙем рационализатор эшендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ иткән алдынғы технологиялар ҡуллана. Деталдәрҙе эшкәртеүҙең, фрездар йыйылмаһы менән фрезерлау, күп урынлы ҡулайламалар ҡулланыу, ҡаты иретмәле инструменттар менән эшкәртеү кеүек прогрессив ысулдарын индерә.

Уның исеме Өфө элемтә аппаратураһы заводында Почёт китабына индерелгән. И. П. Рассказовҡа «Заводтың иң яҡшы фрезеровщигы» исеме бирелә.

1966—1970 йылдарҙа биш йыллыҡ планды үтәүҙә күренекле хеҙмәттәре һәм яңы техника тауарҙар етештереүҙе ойошторған өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән И. П. Рассказовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1977 йылда пенсияға сыға.

Рассказов Иван Павлович 1980 йылдың 28 февралендә вафат була, Өфөләге Көньяҡ зыяратта ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]