Ҡарабулатов Рәсүл Рафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Расуль Рафикович Карабулатов битенән йүнәлтелде)
Ҡарабулатов Рәсүл Рафиҡ улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 март 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Урта Муйнаҡ, Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө йырсы, музыкант, театр актёры, актёр
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡарабулатов Рәсүл Рафиҡ улы (18 март 1968 йыл) — ҡурайсы, музыкант, йырсы һәм театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996). Ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы лауреаты (1991)

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов 1968 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.

1987 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класын, аҙаҡ — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Уҡыу барышында ике йыл СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайта.

1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында эшләй.

1998—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» ДТРК-ның «Таныш булмаған таныштар» һәм «Таныш булмаған таныштар-2» музыкаль телефильмдәрендә төп ролдәрҙе башҡара. «Башҡортостан» киностудияһында нәфис фильмдәрҙә төп ролдәрҙә уйнай: Ҡурамша Йәнбирҙин («Сөмбөлдөң етенсе йәйе», 2002 йыл), Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», 2003 йыл).

2006 йылда Рәсүл Ҡарабулатов Өфө ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ Йорто"ноң директоры итеп тәғәйенләнә, 2007 йылдан ул — Башҡортостан Республикаһының «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры.

2010 йылдың декабренән 2014 йылдың февраленә тиклем Рәсүл Рафиҡ улы — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының директоры.

Ғаиләһе: ҡатыны — Ҡарабулатова Айгөл Ҡәҙим ҡыҙы, ҡыҙы Гөлнур Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡый, улы Ильяс Башҡорт дәүләт филармонияһының «Карауанһарай» төркөмөндә бейеүсе булып эшләй.

2018 йылдың 10 ноябрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсүл Ҡарабулатовтың ҙур юбилей концерты була[2].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурайсы-музыкант[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсүл Ҡарабулатов «Карауанһарай» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе, хәҙерге көндә лә унда эшләй. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсылар конкурсында I урын ала.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Милли Йәштәр театрында Тәлғәт образын (Әнғәм Атнабаев, «Мөхәббәт тураһында йыр»), Салауат Юлаев образын (Мостай Кәрим, «Салауат») ижад итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1996)
  • Ҡурайсыларҙың Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы лауреаты (1991)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]