Ратуша (Ротенбург-об-дер-Таубер)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ратуша
Рәсем
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия
Административ-территориаль берәмек Бавария
Мираҫ статусы памятник архитектуры в Баварии[d]
Адрес Marktplatz 1
Commons-logo.svg Ратуша Викимилектә

Ратуша — Ротенбург- об-де-Тауберҙа бина, ҡала властары эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Урта быуат осоронда төҙөлгән[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ротенбург-об-дер-Тауберҙа ратушаның готик өлөшө 1250 йылда төҙөлгән. Уға йәнәш торған Яңырыу дәүере стилендәге ҡоролма 1572 йылда төҙөлә башлаған[1], 1578 йылда тамамланған[2].

Ҡасандыр готик стилдә төҙөлгән бинаның өлөшө янғын арҡаһында юҡҡа сығыуы һөҙөмтәһендә төҙөлөш эштәрен яңыртырға кәрәк була. Яңы төкәтмә бөтөнләй башҡа стилдә башҡарыла, әммә шул уҡ ваҡытта бинаның ҡалған готик өлөшө менән берҙәм ансамбль барлыҡҡа килтерә. Баҙар майҙаны яғынан бинаға аркадалар төкәтеп төҙөлә һәм киң тышҡы баҫҡыс эшләнә[3].

Башняның бейеклеге 61 метр тиерлек тәшкил итә. Унда күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан, унан ҡаланың бөтә күренеше асыла. Ратуша баҙар майҙанында урынлашҡан. Ҡалала йола бар, уға ярашлы, кис баҙар майҙанында ратуша эргәһендә фонарь менән ҡарауылсы йөрөй, ул ҡала легендаларын һөйләп, биләмәләрҙе урап үтә[1].

Күҙәтеү майҙансығына бормалы баҫҡыстар ярҙамында күтәрелергә мөмкин[4]. Күҙәтеү майҙансығы 9:30 сәғәттән алып 12:30 тиклем, 13:00 сәғәттән алып 17:00 тиклем асыҡ. Бынан ҡала панорамаһын һәм Таубер йылғаһы үҙәнен күрергә мөмкин[2].

1572 йылда төҙөлгән бина өлөшөнөң архитекторы Якоб Вольф була[3]. Бина бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлөү менән бәйле, унда бер нисә стиль бергә ҡушылған — готика, ренессанс, барокко. Ратушаның подвалында зиндандар бар, улар шулай уҡ урта быуат осоронда төҙөлгән. Зиндандар яҙыҡлыҡ эшләгән урындағы граждандарҙы ябып ҡуйыу өсөн ҡулланылған. Был иҫтәлекле урынды 09:00 алып 18:00 сәғәткә тиклем күрергә мөмкин[2].

Ратушаның эркеры ренессанс стилендә башҡарылған. Ратуша барокко стилендәге аркада менән биҙәлгән[2].

Ратушала механик сәғәт урынлаштырылған, ул көнөнә бер нисә тапҡыр фигуралар ярҙамында бургомситр Нуштың батырлығы тураһында легенда һөйләй. Риүәйәттәр буйынса, 1631 йылда Ротенбургты фельдмаршал Тилли ғәскәрҙәре баҫып ала, ул ҡаланы таларға, ә ҡала советын — язаларға теләй. Уға өс литрҙан артыҡ шарап тултырылған кубок тәҡдим итәләр. Кемдә кем кубокты бер эсеүҙә бушата, шул саҡ Тилли ҡалаға мәрхәмәт күрһәтергә вәғәҙә итә. Ярҙамға бургомистр Нуш килә, ул быны эшләй һәм ҡаланы ҡотҡарып алып ҡала[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Архитектура Западной Европы XV-XVI веков // Всеобщая история архитектуры в 12 томах — Москва: Издательство архитектуры по строительству, 1967. — Т. Том V. — 660 б.
  • Т. Коробкина Лучшие маршруты мира — Москва: Эксмо, 2016. — 276 б. — ISBN 978-5-699-82338-3.
  • Александр Хропов, Александр Попов, Елена Андреева, Феликс Патрунов, Ю. Алексеева, Л. Кунявский, Юлия Ларионова, Юлия Клочкова, Дарья Варденбург, Б. Мавлюдов Германия — 6. — Москва, 2011.