Рауил (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Рауил — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рауил — ғәрәптәрҙән ингән, «үҫмер», «йәш егет», «яҙғы ҡояш», «сәйәхәтсе», «ил гиҙеүсе» мәғәнәләрен аңлатҡан ир-ат исеме[1]. XI—XII быуаттарҙан башлап башҡорттар араһында мосолман дине менән бергә ғәрәп исемдәре лә тарала башлай[2].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рауил Бикбаев — (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).

Рауил Шаммас — (9 ноябрь 1930 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм журналист, 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015), Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013).

Рауил Бәхтейәров — (4 ғинуар 1926 йыл — 30 март 2001 йыл) — төҙөлөш алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1988 йылдарҙа «Нефтепроводмонтаж» 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығы слесарь-монтажсыһы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).

Рауил Заһиҙуллин — (17 декабрь 1959 йыл), ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007).

Рауил Рәшит улы Шәүәлиев — (3 февраль 1958 йыл)— ғалим-хи­рург, медицина фәндәре докторы (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһының «Алтын скальпель» наградаһы лауреаты.

Рауил Ниғмәтуллин — (12 май 1941 — 5 сентябрь 2005) — башҡорт шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 19902004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).

Рауил Закирйән улы Фәйрүзов — (2 апрель 1949 йыл — 10 февраль 1996 йыл) — эске эштәр органдары һәм дәүләт эшмәкәре. Милиция генерал-майоры. 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Рауил Сыртланов — (29 октябрь 1877 йыл — 20 июнь 1916 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, 2016 йылдың башынан Ровно пехота полкы командиры. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм Беренсе донъя һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Генерал‑майор (1916). Рәсәй империяһының 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) ордендары кавалеры.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рауил — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл.

Рауил ауыл Советы (Әбйәлил районы)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]