Амантаев Рафаэль Альберт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рафаэль Альберт улы Амантаев битенән йүнәлтелде)
Амантаев Рафаэль Альберт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (61 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө бейеүсе
Әүҙемлек урыны Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Амантаев Рафаэль Альберт улы (19 октябрь 1962 йыл) — бейеүсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997). Шағир һәм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Ғабдулла Амантайҙың ейəне.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Альберт улы Амантаев 1962 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Кесе йәштән үк бейеү сәнғәтенә ғашиҡ була. Башҡорт дәүләт филармонияһының Хореография студияһын тамамлай. 19801990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында балет артисы; 19901991 йылдарҙа «Восток» концерны концерт коллективында балет артисы; 19911992 йылдарҙа «Мунсаҡ» концерт коллективында балет артисы; 1992 йылданФәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Үҙенсəлекле бейеүсе. Донъяның бик күп ҡитғаларында башҡорт бейеүҙәрен бейегән артист ул.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Альберт улында башҡарыу виртуозлығы («Арагон хотаһы» — «Арагонская хота», «Бесəнселəр», «Гопак») сағыу образлылыҡ («Андалузия кистəре» — «Андалузские вечера», «Бөркөткə һунар уйыны», «Кейəү» — «Жених») менән уңышлы берлəшə. Бөтə Рəсəй яңғыҙ халыҡ бейеүҙəрен башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Һамар ҡалаһы, 1993).

45 йәше лә тулмаған Амантаев хаҡлы ялға сыҡҡас, яңы һөнәр үҙләштерә, төрлө биҙәүестәр, сулпылар, ҡәмәр-ҡайыштар яһай башлай. Рафаэль бер нисә йыл рәттән тотош ансамблдәге бейеүселәргә милли биҙәүестәр, ҡәмәр-ҡайыштар етештерә. Ул етештергән әйберҙәргә һорауҙар арта. Амантаев, шәхси иҫәп асып, үҙенең оҫтаханаһын булдыра. Бөгөн уның «Амантай» ижад үҙәге уңышлы эшләй. Билбау ҡаптырмаһы, алҡа-сулпылар, иҫке салғы киҫәгенән эшләнгән нәҡ боронғоса ағас һаплы башҡорт бысаҡ-хәнйәре, баҡыр беләҙек, барыһы ла Рафаэль Амантаевтың ҡулында зауыҡлы, камил төҫ ала. Амантаев бөгөн башҡорттоң милли яу-һунар ҡоралы булған йәйәһен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем шөғөлләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]