Эстәлеккә күсергә

Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы
Тыуған көнө

1 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө

Вафат көнө

4 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (94 йәш)

Вафат урыны

Мәскәү, Рәсәй

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй флагы Россия

Һөнәре

Ҡалып:Кинооператор

Наградалары
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Ҡалып:Ника (кинопремия)
 Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Викимилектә

Рафиҡов Мәхмүт Мөхәмәтйән улы ( рус. Рафиков Махмуд Мухамедзянович;1 март 1924 йыл4 октябрь 2018 йыл) — кинооператор. «Центрнаучфильм» фәнни-поуляр һәм уҡыу фильмдары киностудияһының элекке операторы. СССР-ҙың беренсе лётчик-космонавтары, атом һәм водород бомбаларын, атом һыу аҫты кәмәләрен һынау тураһындағы документаль фильмдар авторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев (2014) ордендары кавалеры. «Рәсәй кинематографына индергән юғары өлөшө өсөн» номинацияһында «Ника» кинопремияһы лауреаты (2011).

Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡов 1924 йылдың 1 мартында Өфө ҡалаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ул авиация заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Киске мәктәпте тамамлағас, Өфө авиация институтына уҡырға инә. Һуғыш тамамланғандан һуң, 1946 йылда, Мәхмүт Мәскәү авиация институтына күсә[1][2].

1946 йылда Мәхмүт Мөхәмәтйән улы режиссёр Григорий Александровтың «Яҙ» фильмында массовкаларҙа (күмәк уйындарҙа) ҡатнашҡандан һуң киләсәген кинематография менән бәйләргә уйлай. С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтына уҡырға инә, 1951 йылда операторҙар әҙерләү факультетын тамамлай. Мәскәү фәнни-популяр фильмдар студияһына («Центрнаучфильм», 2003 йылдан «Моснаучфильм») эш өсөн кәрәкле — атомлы һәм термойәҙрәле бомбаларҙы, баллистик ракеталарҙы, атомлы һыу аҫты кәмәләрен тикшереү, шулай уҡ космонавтика тураһында фильмдар төшөргән йәшерен кинотөркөмөнә эшкә тәғәйенләнә. Юрий Гагарин, Валентина Терешкова ергә төшкәс, уларҙы беренселәрҙән булып төшөрә[1]. Йылмайып торған Гагариндың телефондан һөйләшкән һәм самолёт креслоһында иркенләп ултырған фотоһы бөтә донъя һәм совет киң мәғлүмәт сараларын урап үтә[3]. Әммә уларҙың авторы тураһында етәкселәрҙән башҡа бер кем дә белмәй[2].

Мәхмүт Мөхәмәтйән улы Рафиҡовтың эше йәшерен ил ваҡиғалары менән бәйле һәм 40 йыл буйы йәшерен шрифтлы («Үтә серле») булып һанала. Тик 2000-се йылдарҙа ғына уның исеме асыла, әммә Рафиҡов төшөргән 180 метр кинопёнканың әлегә тиклем 35 метры ғына асыҡ ҡулланылышта, ҡалған эштәре һаман да йәшерен булып ҡала[4][2].

Мәхмүт Рафиҡов беренсе йәҙрә һынауҙарын, беренсе атом һыу аҫты кәмәһен кинотаҫмаға төшөрә. Һауанан төшөрөүсе иң шәп фотограф була. 1958 йылда радиоактив нурланыш ала һәм мөғжизә менән тере ҡала[2].

Йәшерен шрифтлы эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Конструктор Сергей Королёв ракета етештереүҙең һәр этабын төшөрөүҙе айырыуса мөһим тип һанай[2]
  • 1954 йылда Рафиҡовты бер нисә оператор менән бергә Семей ( Ҡаҙағстан ) ядро һынауҙарын төшөрөргә ебәрәләр[2]
  • 1955 йылда « Яңы Ер » һынау майҙансығында тәүге һыу аҫтында ядро шартлауын Рафиҡов төшөрөп ала[2]
  • 1960 йылға тиклем ядро ҡоралын һынау менән бәйле күренештәрҙе төшөргән эштәре[2]
  • Гагариндың осошонан һуң ергә төшөүен төшөрөүсе берҙән-бер оператор була[2]
  • Беренсе «Р 2» ракеталары һәм уларҙың модификациялары (1951—1954)[2]
  • Тәүге тапҡыр самолёттан ядро шартлауы төшөрөлгән кинотаҫма (1954)[2]
  • Һыу аҫтында беренсе ядро шартлауы (« Яңы Ер утрауы» ядро һынау майҙансығында ядро боеголовкаһы менән торпеда шартлай) (1955)[2]
  • Беренсе авиация водород бомбаһы төшөрөлгән таҫма (1955)[2]
  • Осоп барғанда самолётҡа ядро боеголовкалы ракета тейеүҙе һынау (1957)[2]
  • Кешенең тәүге йыһанға осоуы. (Юрий Гагариндың Ергә төшөүе) (1961)[2]
  • Йыһанға бернесе мәртәбә төркөмләп осоу (А. Николаев, П. Попович) (1962)[2]
  • Йыһанда беренсе ҡатын-ҡыҙ (В. Терешкованың осоуы) (1963)[2]
  • Тәүге тапҡыр күп урынлы «Восход» карабында осоу (Б. Егоров, К. Феоктистов, В. Комаров) (1964)[2]
  • Беренсе тапҡыр йыһан киңлегенә сығыу (А. Беляев, А. Леонов) (1965)[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылға тиклем, эшенең йәшерен булыуы арҡаһында, ул бер ҡасан да дәүләт наградаһына тәҡдим ителмәгән.

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992)
  • «Хеҙмәттәге батырлыҡ өсөн» миҙалы (Татарстан, 2010)
  • «Ника» (Рәсәй киноһының абруйлы наградаһы) — «Рәсәй космонавтикаһына лайыҡлы өлөш индергәне өсөн» (2011)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Салауат Юлаев ордены (2014)
  1. 1 2 Махмуд Рафиков, Кино-Театр, kino-teatr.ru. 20 май 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 Ахмадуллин Нияз. «Меня там Махом называли»: космические истории документалиста Махмуда Рафикова (12 апрель 2022). 20 май 0205 тикшерелгән.
  3. Свердловская Диана. Он первым снял улыбку Гагарина, Замечательные люди из Башкортостана, imena.bashenc.ru (18 май 2018). 20 май 2025 тикшерелгән.
  4. Башҡорт фотографының эштәре «Рәсәйҙең йәш фотографтары» конкурсының финалына үтте, Башҡортостандың мәҙәни донъяһы, kulturarb.ru (20 август 2020). 20 май 2025 тикшерелгән.