Революция проспекты (Воронеж)
Революция проспекты | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Оҙонлоҡ | 2,3 ± 0,1 km |
![]() |
Революция проспекты — Воронеж ҡалаһының үҙәк урамы, Үҙәк район аша үтә. Революцияға тиклемге атамаһы — Оло Дворян урамы, шулай уҡ хәҙерге ваҡытта ла ҡулланыла. Оҙонлоғо — 2,3 км[1]. Урам ҡаланың тарихи үҙәк урамы булып тора.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революция проспектында 200 йылдан ашыу элек 1774 йылдың планына ярашлы даими йорттар төҙөлә башлаған. Әле һаҡланған боронғо биналарының күбеһе XIX быуаттың икенсе яртыһында — ХХ быуаттың башында төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Воронежды азат итеү өсөн көрәш барғанда бик күп биналар емерелгән, уларҙың күбеһе ХХ быуат уртаһында яңынан тергеҙелә.
Иҫтәлекле урындар һәм киҫелештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революция проспектында XVIII-XIX быуат архитектураһы биналарының күбеһе һаҡланып ҡалған, уларҙың бөтәһе лә тиерлек Воронеж өлкәһенең һәм Воронеж ҡалаһының[2] тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыһы объекттары булып һанала.
- № 3 — Герман усадьбаһы (И. А. Бунин тыуған йорт).
- Коммунар урамы менән киҫешкән урын
- № 7 — торлаҡ йорт, xix быуат аҙағында төҙөлгән.
- Кольцов урам менән киҫешкән урын
- № 8 — Петр I исемендәге урта-техник училище. 1907 йыл.
- № 10, 12, 14 — губерна земство дауаханаһы биналары комплексы менән сиркәү (3-сө йорт), 1826 й.
- № 18а — Благовещен кафедраль соборы
- Феоктистов һәм С.Разин урамдары менән киҫешкән урын.
- № 18 — идаралыҡ ЮВЖД идаралығы, 1930—1950 йыл
- № 18 — Воронеж һарайы, XVIII быуат аҙағында төҙөлгән.
- № 19 — I ирҙәр гимназияһы бинаһы
- ВЛКСМ-дың XX йыллығы урамы менән киҫешкән урын
- № 21 — ҡаҙна палатаһы бинаһы, 1787 йыл.
- Чайковский урамы менән киҫешкән урын
- № 22 — халыҡ ойошмалары йорто (Губернатор йорто) 1780—1880 йй.
- № 23 — губерна идаралығы, 1788—1859 йй.
- № 24 — дини семинария, 1880 йй.
- № 25 — губерна почта контораһы.
- № 27 — Шванвич ҡунаҡханаһы, 1840 йыл. Ҡайһы саҡ «Арыҫланлы йорт» тип йөрөтәләр. Хәҙер бында «Баев һәм партнерҙар» адвкокат контораһы
- № 29 — дини семинария бинаһы, 1822—1873 йыл
- № 30 — Тулинов йорто , XIX быуат башы.
- Комиссаржевская урамы менән киҫешкән урын
- № 32 — Мариин гимназияһы, 1875—1905 йй.
- № 33 — китап йорто, 1935 йыл.
- Пятницкий урамы менән киҫешкән урын.
- № 35 — элемтә йорто, 1937 йыл.
- 25 октябрь урамы менән киҫешкән урын
- № 37 — Капканщиков йорто,XIX быуат башында төҙөлгән.
- № 39 — Сомовтар усадьбаһы. «Воронеж Телеграф» һәм «Воронеж коммунаһы» редакциялары бинаһы (2 бина), 1913 йыл.
- № 41 — музыкаль училище бинаһы, 1913 йыл.
- № 42 — «Үҙәк» Самофалов ҡунаҡханаһы , XIX быуат аҙағы.
- № 43 — ҡунаҡхана «Бристоль», 1910 йыл.
- № 44 — Самофалов ҡунаҡхана, XIX быуат аҙағы.
- № 45 — Вансович йорто, 1890-сы йй.
- № 46 — Самофалов йорто, 1880-се йй.
- № 47 — Михайлов йорто, 1880-се йй.
- № 48 — яҙыусы Шубин йәшәгән йорт, 1880-се йй.
- № 50 — Воронеж ҡурсаҡ театры «Зеркон»
- № 55 — А. Кольцов исемендәге Воронеж академия драма театры. 1886—1930 йылдар.
- № 56 — «Увечный воин» кинематографы, 1916 йыл.
- К. Маркс урамы менән киҫешкән урын
- № 58 — сауҙа йорто «Утюжок», 1930—1950 йылдар
- Ленин майҙаны(Воронеж)
Революция проспекты һәм Феоктистов урамы киҫешкән ерҙә Благовещен кафедраль соборы — ҙурлығы буйынса Рәсәйҙә Храм Христа Спасителянан һуң икенсе урында торҡан ҡорам. Урамда Платоновҡа, Никитинға (Карл Маркс урамы менән киҫешкән урында), Петр I Петр ҡала скверында ҡуйылған һәйкәлдәр урынлашҡан. Ҡурсаҡ театры янында әҙәби герой Бимға ҡуйылған һәйкәл.
Проспект менән Карл Маркс урамы сатында «Пролетарий» кинотеатры урынлашҡан.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи фотоһүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Оло Дворян урамы XIX быуат аҙағында
-
Оло Дворян урамы, А. Кольцов исемендәге Воронеж академия драма театры күренеше
-
Оло Дворян урамы
Биналар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Тулинов йорто
-
Самофалов ҡунаҡханаһы
-
«Бристоль» ҡунаҡханаһы
-
«Пролетарий» кинотеатры
-
ЮВЖД идаралығы бинаһы
Һәйкәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Бим һәйкәле
-
А. П. Платонов Һәйкәле
-
С. И. Никитин Һәйкәле
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ По данным Google Maps
- ↑ Перечень объектов исторического и культурного наследия Воронежской области 2011 йыл 17 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Попов П. А. Воронеж: История города в названиях улиц. — 2-е изд.. — Воронеж: Кварта, 2003. — 448 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Проспект Революции на сервисе Яндекс. Панорамы