Редькин ауыл Советы (Краснокама районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Редькин ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснокама районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Редькин ауыл Советы Краснокама районы составында ауыл биләмәһе,  2008 йылда бөтөрөлөгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Ҡуян ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баръяҙыбаш ауылы (административ үҙәге), Яңы Хажи, Редькин, Иҫке Әшит, Таҡталасыҡ ауылдары[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Краснокама районы буйынса:


а) Ҡуян ауылында административ үҙәге менән, «Ҡуян» атамаһын һаҡлап, Ҡуян ауыл Советы һәм Редькин ауыл Советын берләштерергә. Редькин ауыл Советының Баръяҙыбаш, Яңы Хажи, Редькин, Иҫке Әшит, Таҡталасыҡ ауылдарын Ҡуян ауыл Советы составына индерергә.
Ҡуян ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Редькин ауыл Советын алып ташларға.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылда Ҡуян ауыл Советы, Яңы Бура ауыл Советы, Яңы Ҡайынлыҡ ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш[3] («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]