Эстәлеккә күсергә

Реза Пәһләүи (шаһзада)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Реза Пәһләүи
фарс. رضا پهلوی‎‎
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Шаханшахское Государство Иран[d]
Псевдоним RP[2]
Тыуған көнө 31 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3] (65 йәш)
Тыуған урыны Тәһран, Иран
Атаһы Мөхәммәт Риза Пәхләүи[4]
Әсәһе Фарах Пехлеви[d][4]
Бер туғандары Шаһназ Пәһләүи, Фарахназ Пехлеви[d], Әли Реза Пәһләүи һәм Ләйлә Пәһләүи
Хәләл ефете Йәсмин Пәһләүи[5]
Балалары Нур Пәһләүи, Iman Pahlavi[d] һәм Farah M. Pahlavi[d][6]
Нәҫеле Пехлеви[d]
Туған тел фарсы теле
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә, фарсы теле һәм Француз теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, хоҡуҡ яҡлаусы, лётчик, фотограф-любитель, музыкант, яҙыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре
Эшмәкәрлек төрө сәйәсмән һәм Сәйәсәт
Биләгән вазифаһы кронпринц[d]
Уҡыу йорто Университет Южной Калифорнии[d]
Колледж Уильямса[d]
Американский университет в Каире[d]
Ғилми дәрәжә бакалавр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Национальный совет Ирана[d][7]
Сексуаль йүнәлеш гетеросексуаллек[d]
Спорт төрө футбол[8][9]
Рабочая рука леворукость[d][10]
Музыка ҡоралы Дәф, Томбак[d], гитара һәм ударная установка[d]
Жанр Джаз[2][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 183 сантиметр[11]
Рәсми сайт rezapahlavi.org
Рәсми блог sokhanibashoma.blogspot.com
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d][12]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 199 324 һәм 100 000 ± 999[13]
Предпочитаемое местоимение Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Reza Pahlavi
 Реза Пәһләүи Викимилектә

Шаһзада Реза Пәһләүи (фарс. رضا پهلوی, [ɾeˈzɒː pʰæhlæˈviː]; 31 октябрь 1960 йыл, Тәһран, Ирандың шаһиншаһ дәүләте) — Пәһләүиҙәр йорто башлығы һәм әлеге ваҡытта ғәмәлдә булмаған Иран шаһиншаһ дәүләтенең вариҫ принцы (шаһзада), Ирандың һуңғы шаһиншаһы — Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙең өлкән улы.

Реза Пәһләүи 1967 йылдан Ирандың вариҫ принцы (шаһзада) була, атаһы Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙән һуң тәхеткә ултырырға тейеш була, әммә 1979 йылда Ирандағы Ислам революцияһы арҡаһында ғаиләһе менән Ирандан ҡасырға мәжбүр була.

Ирандағы хәҙерге клерикаль Ислам Республикаһын тәнҡитләүселәрҙең береһе. Иранда тыйылған Иран Милли советының ойоштороусыһы һәм лидеры булып тора. Хәҙерге көндә ул Америка Ҡушма Штаттарында йәшәй.

1973 йылда шаһзада Реза Пәһләүи

Резха Пәһләүи 1960 йылдың 31 октябрендә Тәһранда тыуған. Ул Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙең беренсе улы. Әсәһе — шаһбаныу Фәрәх Пәһләүи, 1959 йылда Мөхәммәт Реза Пәһләүигә кейәүгә сыҡҡан.

Мәктәпте тамамлағас, йәш Реза Пәһләүи Иран Империяһы Хәрби-һауа көстәренә кесе офицер сифатында хеҙмәткә алына. 1977 йылда 17 йәшендә осоу стажировкаһы үтеү өсөн Америка Ҡушма штаттарына ебәрелә. АҠШ-та ул шулай уҡ Уильмяс колледжында уҡый, әммә Ирандағы тәртипһеҙлектәр арҡаһында күп тә үтмәй уҡыуын өҙөргә мәжбүр була. Күп тә үтмәй, 1979 йылда, Иранда Ислам революцияһы була, Иран шаһы ғаиләһе менән илдән ҡасырға мәжбүр була. Тиҙҙән Иранда Иран Ислам Республикаһы ойошторола.

Артабанғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шаһзада Реза Пәһләүи Пәһләүи йорто башлығы сифатында тантаналы ант ваҡытында, Ҡаһирә, Мысыр, 1980.

Һуңынан Реза Пәһләүи Көньяҡ Калифорния университетында (АҠШ) уҡый, унда политология буйынса бакалавр дәрәжәһен ала. Шул уҡ ваҡытта Реза Пәһләүи лә АҠШ һауа көстәре осоусыларын әҙерләү программаһын уңышлы тамамлай.

1980 йылдың 27 июлендә тәхеттән төшөрөлгән һәм һөргөнгә ебәрелгән Реза Пәһләүиҙең атаһы, Иран шаһиншаһы Мөхәммәт Реза Пәһләүи, ҡаты ауырыуҙан вафат була. Атаһы вафат булғандан һуң, Реза Пәһләүи, шаһ һәм шаһбаныу балаларының иң өлкәне булараҡ, Пәһләүи йорто башлығы булып китә. Ул, ғәмәлдәге конституцион система сиктәрендә булһа ла, үҙе етәкселек итеп, Иранда монархияны тергеҙергә теләүен ҡат-ҡат иғлан итә.

1981 йылда Яҡын Көнсығышта Иран-Ираҡ һуғышы башлана. Реза Пәһләүи Иран Ислам Республикаһының Ҡораллы Көстәре баш командующийы генерал-майор Вәлиулла Фәлләхҡа Иран Хәрби-һауа көстәрендә осоусы сифатында Ираҡҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашырға рөхсәт һорап хат яҙа. Реза Пәһләүиҙең тәҡдиме кире ҡағыла[14]. Иран-Ираҡ һуғышы һигеҙ йыл дауам итә һәм 1988 йылдың авгусында ғына тигеҙ иҫәп менән тамамлана.

Реза Пәһләүи Иранда хәҙерге Ислам Республикаһын бөтөрөү яҡлы. Ул Иран донъяуи булырға тейеш, дин дәүләттән айырылырға тейеш[15][16], шуның менән бер-береһенән айырым йәшәргә тейеш, тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта ул исламофобия бер ниндәй формала ла ҡабул ителмәй, тип иҫәпләй. Ирекле һәм демократик һайлауҙар, шулай уҡ демократия һәм ғәҙеллек өсөн сығыш яһаусы барлыҡ сәйәси идеологияларҙы һайлауға рөхсәт алыу өсөн сығыш яһай[17]. Уның фекеренсә, Иран халҡы үҙе хәл итергә тейеш, Иран ниндәй дәүләт буласаҡ — конституцион монархиямы, президент республикаһымы, йәки парламент республикаһымы.

Реза Пәһләүи үҙенең асыҡ белдереүҙәрендә монархия тергеҙелгән осраҡта Иранға конституцион монарх булараҡ ҡайтырға бер нисә тапҡыр вәғәҙә бирә: "Мин һул, уң яҡлы түгел, мин үткәндәр өсөн. Мин киләсәк өсөн. Тарихыбыҙҙағы яңы битте, яңы мөрәжәғәтнамәне күрһәтәм, тип иҫәпләйем

Ул кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен һаҡлау өсөн сығыш яһай[18] . Ул бер нисә тапҡыр кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса төрлө конференцияларҙа, сараларҙа сығыш яһай.

2023 йылдың 17 апрелендә кис Һәләкәттең һәм батырлыҡтың Хәтер көнөндә Израилгә Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу өсөн Ирандың шаһиншаһ дәүләтенең кронпринцы (шаһзада) Реза Пәһләүи килә.

Иран эмигранттары менән мөнәсәбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реза Пәһләүи теге йәки был сәбәптәр арҡаһында Ирандан китергә мәжбүр булған Иран эмигранттары араһында ҙур авторитетҡа эйә. Реза Пәһләүи Ислам революцияһы арҡаһында Ирандан киткән эмигранттар араһында айырыуса популяр[19][20]. Әле Реза Пәһләүи йәшәгән АҠШ-та яҡынса ике миллион Иран иммигранты йәшәй, уларҙың һуңғы быуындары АҠШ-та тыуған һәм бер ҡасан да тарихи тыуған ерҙәрендә булмаған. АҠШ-тағы Иран диаспораһы шул илдәге күп һанлы диаспоралар араһында иң әүҙемдәренең береһе булып тора.

Ирандың ядро программаһына ҡағылышлы белдереүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реза Пәһләүи фекеренсә, Израиль йәки Америка ғәскәрҙәренең Иранға һөжүме шул илдәге ғәмәлдәге ислам режимына ҙур ярҙам ғына була ала. Пәһләүи Иранға һөжүм итеү уның ядро программаһын юҡ итмәйәсәк, ә уны ваҡытлыса ғына туҡтатасаҡ тип билдәләй[21]. Хәрби операция урынына Реза Пәһләүи, Иран эсендәге үҙенең яҡлыларға һылтанып, Ислам Республикаһы етәкселегенә ҡаршы «донъялағы иң яҡшы ғәскәрҙе, Иран халҡының үҙен» мобилизацияларға тәҡдим итә[22][23][24]. Һуңыраҡ, Ирандың ядро программаһына ҡаршы Израиль операцияһы башланғас, Реза Пәһләүи ирандарҙы Әли Хәмәней режимына буйһонмаҫҡа һәм уны ҡолатырға саҡыра[25].

Иранда күмәк тәртипһеҙлектәр һәм ҡаршылыҡ акциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иранда ҡаршылыҡ акциялары һәм тәртипһеҙлектәр даими була. Тәүге күләмле ҡаршылыҡ акциялары һәм тәртипһеҙлектәр 2009 йылда үтә. 2017 йылдың декабрь аҙағынан илдә ҡаршылыҡ акциялары һәм тәртипһеҙлектәр яңынан башлана. Башта ҡаршылыҡ акциялары аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың юғары булыуы һәм йәшәү кимәленең түбән булыуы арҡаһында барлыҡҡа килһә, артабан хөкүмәткә ҡаршы акцияларға әүерелә. Протест белдереүселәр илдәге иҡтисади һәм социаль хәл, Сүриәлә, Ираҡта, Йемендә һәм Ливанда ҡораллы конфликттар арҡаһында Ирандың ҙур хәрби сығымдары менән ҡәнәғәт булмай. Атап әйткәндә, протест белдереүселәр Реза Пәһләүи һәм ғөмүмән Пәһләүиҙәр династияһы файҙаһына ҡысҡыра. Ҡаршылыҡ акцияларында йәштәр, студенттар һәм Иранда монархияны ҡайтарыу яҡлы монархистар ҡатнаша, уларҙың күпселеге Пәһләүиҙәр вәкилен, атап әйткәндә, Реза Пәһләүиҙе Иран шаһы итеп күрергә теләй[26][27][28][29].

Атаһы: шаһ Мөхәммәт Реза Пәһләүи, 1919 йылда тыуған һәм 1980 йылда вафат булған. Әсәһе: шаһбаныу Фәрәх Пәһләүи, 1938 йылда тыуған. Фәрәх Пәһләүи әлеге ваҡытта АҠШ-та йәшәй. Реза Пәһләүиҙең ике һеңлеһе һәм бер ҡустыһы була. Ҡустыһы: принц Әли Реза Пәһләүи, 1966 йылда тыуған, 2011 йылдың ғинуарында үҙ-үҙенә ҡул һала.

Һеңлеләре — шаһбикә Фәрәхназ Пәһләүи (1963 й. тыуған) һәм Ләйлә Пәһләүи (1970—2001). 2001 йылдың июнендә ҡунаҡхана номерында үле килеш табыла.

1986 йылдың 12 июненән Реза Пәһләүи 1968 йылда Тәһранда тыуған Йәсмин Пәһләүигә өйләнгән. 1970 йылдар аҙағында Йәсмин Әмини Ирандан АҠШ-ҡа күсә, унда Джордж Вашингтон университетын тамамлай. Реза менән Йәсмин Пәһләүи өс ҡыҙ үҫтерә: Нур (1992 й. тыуған), Иман (1993 й. тыуған) һәм Фәрәх (2004 й. тыуған).

Үҙенең интервьюларының береһендә дин хаҡында былай тип әйтә: «Был һәр кемдең шәхси эше, ләкин һеҙ, бәлки, минең мосолман булыуымды беләһегеҙҙер. Мин бик Аллаға ышана торған кеше»[30] Ул Мәккәгә хаж ҡылған[31] .

Ул футбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән ҡыҙыҡһына. Йәш сағында ул оҫта футболсы була. Ул Ислам революцияһына тиклем «Тадж» (фарсы телендә таж) тип аталған Тәһран «Эстеғләл» футбол клубы көйәрмәне. Мөхәммәт Реза Пәхләүи идара иткән осорҙа «Тадж» футбол клубы шаһ ғаиләһе менән тығыҙ бәйләнештә була, шуға күрә Ислам революцияһынан һуң яңы исламсы властар тарафынан шаһ дәүерен иҫкә төшөрөү итеп ҡабул ителә һәм «Эстеғләл» (фарсы телендә бойондороҡһоҙлоҡ) тип үҙгәртелә[32] .

1976 йылда 16 йәшендә СССР-ға килә һәм «Артек» пионер лагерында ял итә, был «Ғали йәнәптәре, әҙер булығыҙ!» фильмын төшөрөүгә этәргес була

Титулдары, дәрәжәләре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иран кронпринцы (шаһзада) гербы
Ирандың кронпринцы (шаһзада) штандарты
  • Уның Ғали йәнәптәре Ирандың кронпринцы (Шахзаде)
  • Империя Иран һауа көстәренең кесе офицеры
  • Пәһләүи ордены (26 сентябрь 1967 йыл)
  • «Реза Шах Пәхләүи» таж кейҙереү миҙалы (26 октябрь 1967 йыл)
  • 25-се быуатлыҡ миҙалы (14 октябрь 1971 йыл)
  • Персеполис миҙалы (15 октябрь 1971 йыл)

Сит ил наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Серафимдарҙың Король ордены рыцары (24 ноябрь 1970 йыл, Швеция Короллеге)
  • "Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" Ҙур тәре ордены рыцары. (15 декабрь 1974 йыл, Италия Республикаһы)[33].
  • Изабелла Католик орденының рыцарҙар сылбыры (19 апрель 1975 йыл, Испания Короллеге)[34].
  • Почет легионы орденының Бөйөк тәреһе (14 декабрь 1976 йыл, Франция Республикаһы)
  • «Австрия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» Почёт билдәһенең ҙур йондоҙо (1976, Австрия Республикаһы)[35].
  • Барабандың Король орденының ҙур сылбыры (Руанда Короллеге)[36]
  • Изге Благовещение Юғары ордены рыцары (26 апрель 2023 йыл, Савойя йорто)[37]

Башҡа наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Record #10651161 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 1 2 3 Чэн С., Хёрли Ч., Карим Д. https://consumerrights.wiki/w/YouTube (билдәһеҙ) — 2005.
  3. База данных Национальной библиотеки Чешской Республики
  4. 1 2 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
  5. сайт — 1990.
  6. сайт — 1990.
  7. радио «Свобода»Прага: 1949.
  8. https://www.youtube.com/watch?v=VwWQ3hnJLZQ
  9. https://commons.wikimedia.org/wiki/File:Crown_Prince_Reza_Pahlavi_wearing_football_shirts.jpg
  10. Deutsche Welle — 1953.
  11. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  12. сайт — 1990.
  13. (unspecified title)
  14. An Interview with Reza Pahlavi. Дата обращения: 8 января 2018. Архивировано 14 июня 2006 года.
  15. Pahlavi, Reza. April 2011, Q&A  (фр.). 6 август 2025 тикшерелгән.
  16. Pahlavi, Reza. December Q&A  (фр.). 6 август 2025 тикшерелгән.
  17. Reza Pahlavi — «The Challenge Of Implementing Democracy And Human Rights In Iran» (англ.). www.rezapahlavi.org. Дата обращения: 6 августа 2025. Архивировано 5 апреля 2010 года.
  18. Prinz Reza Pahlavi über den Iran: «Dieses Regime ist äußerst anti-religiös» 2010 йыл 4 апрель архивланған.. (interview with Reza Pahlavi, in German) Zenit.org (31 March 2010). Retrieved on 9 June 2012.
  19. Lone, Mahlia. Memorable Romance: The Shah & I (1 июля 2016). Дата обращения: 4 июня 2017. Архивировано 25 февраля 2021 года.
  20. Connie Bruck. Exiles: How Iran’s Expatriates are Gaming the Nuclear Threat 48. The New Yorker (6 марта 2006). Дата обращения: 8 января 2018. Архивировано 28 ноября 2016 года.
  21. Принц Персии попросил Израиль не бомбить Иран (рус.) // Lenta.Ru. 18 апреля 2012 года. Архивировано из первоисточника 5 март 2016.
  22. Антон Евстратов Шахская семья: попытка возродиться из политического небытия (рус.) // РИА «Iran News». 20 апреля 2012 года.
  23. Сын иранского шаха призвал Израиль помочь революции в Иране (рус.) // ИА «REGNUM». 14 апреля 2012 года. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
  24. Iran: Reza Pahlavi pleads with Israel not to bomb his country over its nuclear program (инг.) // GlobalPost. 9 апреля 2012 года. Архивировано из первоисточника 5 декабрь 2014.
  25. Сын шаха Пехлеви призвал иранцев свергнуть аятоллу Али Хаменеи. dw.com (13 июня 2025). Дата обращения: 6 августа 2025. Архивировано 20 июля 2025 года.
  26. «», с. 53–66
  27. AFP. Anti-government protests break out in Iran over economic woes. The Times of Israel (28 декабря 2017). Дата обращения: 30 декабря 2017. Архивировано 29 декабря 2017 года.
  28. Rafizadeh, Dr Majid. Iran: Protesters Decry Economic Mismanagement, But Also Express Broader Frustrations (англ.). Huffington Post (28 декабря 2017). Дата обращения: 29 декабря 2017. Архивировано 31 декабря 2017 года.
  29. Holly Dagres. Chants in the holy city of Qom tonight. Twitter (29 декабря 2017). Дата обращения: 30 декабря 2017. Архивировано 31 декабря 2017 года.
  30. Soloman, Deborah (26 июня 2009). The Exile. The New York Times Magazine. Архивировано 19 декабря 2018. Дата обращения: 8 января 2018.
  31. Reza Bayegan. Reza Pahlavi and the Question of Religion, Payvand. 8 ғинуар 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 8 ғинуар архивланған.
  32. Kausik Bandyopadhyay, Sabyasachi Mallick. Fringe Nations in World Soccer. Routledge, 2013. — С. 87. ISBN 9781317998105.
  33. PALHAVI S.A.I. Abdolreza, Cavaliere di Gran Croce Ordine al Merito della Repubblica Italiana (итал.). Дата обращения: 16 октябрь 2012. Архивировано 15 июль 2014 года.
  34. Boletín Oficial del Estado. Дата обращения: 8 ғинуар 2018. Архивировано 15 апрель 2019 года.
  35. Reply to a parliamentary question (нем.) (pdf) 458. Дата обращения: 16 октябрь 2012. Архивировано 22 май 2020 года.
  36. Guidance for Honours in the De Jure Kingdom of Rwanda(недоступная ссылка)
  37. Elenco dei Cavalieri dell'Ordine supremo della Santissima Annunziata. Дата обращения: 6 август 2025. Архивировано 15 июнь 2024 года.
  38. Farda Audience Picks Late Shah's Son As Iran's Person of the Year, Radio Free Europe/Radio Liberty (22 март 2012).
  39. Talbot, Victoria Beverly Hills News – Iranian Crown Prince Reza Pahlavi Seeks Support For Peaceful Revolution (26 ғинуар 2017). Дата обращения: 28 май 2017. Архивировано из оригинала 26 октябрь 2017 года.
  40. The Mayor of Beverly Hills Presenting the Key to the City to The Crown Prince of Iran Reza Pahlavi. YouTube (ғинуар 2017). Архивировано 21 декабрь 2021 года.Ҡалып:Cbignore
  41. Reza Pahlavi´s Web site. Дата обращения: 25 июнь 2014. Архивировано 1 ноябрь 2020 года.
Алдан килеүсе:
Фәрәх Пәһләүи (Иран шаһбаныуы)
Иран шаһиншаһы
27 июль 1981
Һуңынан килеүсе:
Әли Патрик Пәһләүи