Репетитор (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Репетитор
Жанр:

хикәйә

Автор:

Чехов Антон Павлович

Яҙылған йылы:

1884

Репетитор  — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 6-сы һанында 1884 йылдың 11 февралендә «Сценка» башы аҫтында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Павлович Чеховтың «Репетитор» хикәйәһе 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 6-сы һанында 1884 йылдың 11 февралендә «Сценка» башы аҫтында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1886 йылда хикәйә А. Ф. Маркс нәшер иткән «Пестрые рассказы» йыйынтығына индерелгән.

А. П. Чехов гимназияла уҡыған сағында Таганрогта, һуңынан Мәскәүҙә репетиторлыҡ эше менән шөғөлләнә. Яҙыусының репетиторлыҡ тәжрибәһе был хикәйәлә ярылып күренеп тора.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец һәм словак телдәренә тәржемә ителә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәнҡитсе Ф. Змиев был хикәйәгә бик ныҡ кире баһа бирә. Ул «Репетитор» хикәйәһен «ярым һаташыу, йә булмаһа бушты-бушҡа ауҙарыу хикәйәләренә оҡшаған, ә аңлайышлы яҙылған фабулаһы бөтөнләй юҡ» хикәйәләрҙең береһе тип атай.

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйәләге ваҡиға отставкалағы губерна сәркәтибе Удодов фатирында бара. Уның ун ике йәшлек улы Петя янына һәр көн һайын VII класс гимназисы Егор Зиберов дәрестәр бирергә килә.

Дәрестәр көн һайын ике сәғәт дауамында бара, һәм уны үткәргән өсөн гимназист алты һум аҡса ала. Петяны гимназияның II класына әҙерләү латин фәненән башлана. Петяға алтынсы тапҡыр килештәр буйынса үҙгәртеүҙе өйрәтәләр, ләкин Петя һаман бер нимә лә үҙләштерә алмай интегә. Петя яҡшы уҡыһын өсөн атаһы ҡайыш менән ярып, белем бирергә лә булыша. Латин теленән бирем икенсе көнгә күсерелә. Бала шулай уҡ арифметиканан да үҙ белеменең кимәлен күрһәтә алмай. Удодов счет таҡтаһында алгебра юлы менән сиселәсәк биремде үҙе эшләй.

Был фән артынан бала диктант яҙып ҡарай, географиянан, дин законы фәненән, рус теленән уның белемен тикшерәләр. Ике сәғәт үтеп тә китә, Зиберов өйөнә ҡайтыға йыйына. Ҡайтырҙан алда ул Удодовтан аҡса һорай. Малайҙың атаһы алты ай буйына уға бер тин дә түләмәгән була. Бөгөн дә ата кешенең аҡсаһы булмай, һәм Зиберов эше өсөн хаҡ ала алмай ҡайтып китә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чехов А. П. Репетитор // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]