Эстәлеккә күсергә

Ригала 1991 йылдың ғинуар ваҡиғалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ригала 1991 йылдың ғинуар ваҡиғалары
Дәүләт  СССР
Урын Рига, Лиепая[d], Кулдига[d] һәм Улброка[d]
Ваҡиға ваҡыты 27 ғинуар 1991, ғинуар 1991 һәм август 1991
Башланыу датаһы 13 ғинуар 1991
Тамамланыу датаһы 27 ғинуар 1991
Карта
 Ригала 1991 йылдың ғинуар ваҡиғалары Викимилектә

Ригала 1991 йылдың ғинуар ваҡиғалары (Баррикадалар; латыш. Barikāžu laiks) — СССР-ҙың тарҡалыуы менән бәйле башлыса Рига ҡалаһында булған 1991 йылдың 13 ғинуарынан алып 27 ғинуарға тиклемге ваҡиғалар. Киңерәк мәғәнәлә 1991 йылғы баррикадалар ваҡиғаһы ОМОН тарафынан Екаба урамы баррикадаларын юҡҡа сығарырға маташыу осоро — 1991 йылдың 21 авгусына ҡарай.

1995 йылда Баррикадалар хәтере фонды булдырыла. 1996 йылдың ғинуарынан алып 30 меңдән ашыу баррикада һаҡсыһы баррикадала ҡатнашыусыһы Иҫтәлекле билдәһен ала.

1990 йылдың 4 майында Латвия ССР-ының Юғары советы Латвия бойондороҡһоҙлоғон терегеҙеү тураһында декларация ҡабул итә һәм үҙенең хөкүмәтен булдыра. Юғары советта Латвия Халыҡ фронты күпселекте тәшкил итә. Яңы хөкүмәт республикала СССР учрждениелары менән бер рәттән власть структураларын булдырырға тотон Шулай итеп, Латвияла ике власлылыҡ барлыҡҡа килә: формаль рәүештә ил менән Юғары совет һәм Халыҡ фронтыэшмәкәрҙәре етәкселегендә Министрҙар советы идар итәләр, ә ысынында ул Прибалтика хәрби округы, МВД, банк һәм аҡса системаһы аша ССР Союзы контроле аҫтында була, матди-техник ресурстар менән Союз үҙәгенән тәьмин ителә[1].

1988 йылдың декабрендә СССР МВД-һының, шул иҫәптән Латвия ССР-ы МВД-һы ҡарамағында ла, 206-сы бойороғона ярашлы Рига ОМОНы ойошторола, уның һаны 150 кеше тәшкил итә (улар араһынан 20 офицер һәм 2 аттестацияланмаған хеҙмәткәр[2].

Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң Латвия ССР-ының Эске эштәр министры, Халыҡ фронтынан тәғәйенләнеүсе ОМОН-ды үҙ ҡарамағына күсереп ала һәм милли һыҙат буйынса таҙартыу башлай. Отряд командиры милиция подполковнигы Эдгар Иванович Лымарь Вазнисҡа буйһоноуҙан баш тарта һәм «Советская Латвия» үҙәк гәзите аша СССР Конституцияһы һәм Латвия ССР-ы конституцияһына ҡаршы килмәгән бойороҡтарын ғына үтәйәсәге тураһында хәбәр итә. Яуап итеп, Вазнис ОМОН яугирҙарын тәьмин итеүҙе туҡтата, ә Латвия ССР-ының Министрҙар советы СССР МВД-һынан отрядты тарҡатыуын талап итә[2].

Отряд Юрмала ҡалаһының сауҙа идараһы менән килешеү буйынса эшләгән тәүге коммерция ҡарауыл структураһы булып тора. Ресторандарҙы япҡан саҡтағы башбаштаҡлыҡҡа министр Вазнистың күҙ өсөн уйымлы битлектәрҙә хеҙмәт алып барыуҙы рөхсәт итеү булышлыҡ итә. Юрмала милицияһы ресторан клиенттары ялыуҙарын теркәп бара, ә Вазнисҡа ОМОН-ды үҙ ҡоралы итеү ниәте тормошҡа ашмағанға күрә, ул МВД структураларын «сәйәсәтләштермәү тураһында бойороҡ» сығара. Был бойороҡ республика эске эштәр бүлектәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра[3].

Латвия коммунистар партияһы үҙәк комитетының беренсе секретары А. П. Рубикстың үтенесе буйынса министр Вадим Бакатин 1990 йылдың көҙөнә Латвия ССР-ы МВД-һы ҡарамағынан ОМОН-ды СССР МВД-на күсерә — Вильнюс эске эштәр 42-се дивизияһына. Макаров табель ҡоралдарынан тыш яугирҙарға даими рәүештә йөрөтөү өсөн — автоматтар, гранаттар, ә отрядҡа ике яңы БТР бирелә[3].

1990 йылдың 11 декабрендә Латвия Халыҡ фронты, «империя көстәренә» яуап биреү өсөн «Х» сәғәтенә әҙерләнеү тураһында белдерә, шулай уҡ махсус тәғәйенешле ирекле тәртип һаҡлау отрядтарына инергә, предприятиеларҙа ярҙам фондтарын булдырырға, «СССР-ҙың иҡтисади системаһын ҡаҡшатыу өсөн төрлө варианттағы стачкалар ҡулланырға» өндәй. Латвия Юғары советнда Латвия халыҡ фронты фракцияһы оборона штабын булдыра, уның алдында демократик яулауҙарҙы яҡлауҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Штаб составына Латвия халыҡ фронтының радикаль ҡанаты вәкилдәре Андрей Крастыньш, Талавс Юндзис һәм Одиссей Костанда инәләр[4].

1990 йылдың декабре — 1991 йылдың ғинуарында билдәһеҙ кешеләр Латвия Компартияһы Үҙәк комитеты, Матбуғат йорто — Латвия компартияһы үҙәк комитеты нәшриәте биналары алдына, Совет Армияһы хәрбиҙәре йәшәгән торлаҡ эргәһендә, хәстәхана янында шартлатыу ҡоралмаларын ташлайҙар һәм ғәмәлгә ашыралар. Митингыларҙа һәм йыйылыштарҙа «азатлыҡты ҡорбанһыҙ яулап булмай», «Мәскәү СССР-ҙан сығыуға ынтылышы өсөн Латвияны ҡанға батырасаҡ» кеүек белдереүҙәр йышая[4].

1991 йылдың 2 ғинуарында Латвия Компартияһы Үҙәк комитетының үтенесе буйынса СССР МВД-һы бойороғона ярашлы Рига ОМОНы матбуғат йортон һаҡ аҫтына ала. Унда бөтә периодик матбуғат баҫтырыла. Унан алдараҡ Латвия хөкүмәте йортто үҙләштереүе тураһында иғлан итә. Артабан Рига округ суды белдереүе буйынса, ОМОН-дың ғәмәлдәре «Латвия бойондороҡһоҙлоғо өсөн мөһим булған объекттарға етди зыян килтерелә»[5], шул уҡ ваҡытта бөтә периодика ғәҙәттәге тәртиптә нәшер ителеүен дауам итә һәм баҫмаларҙың йөкмәткеһенә бер кем ҡыҫылмай.

8 ғинуарҙа Юғары совет Халыҡ фронты лидеры, вице-спикер Дайнис Иванисҡа сит илдәрҙә Юғары совет һәм Латвия хөкүмәте мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн вәкәләттәр тапшыра[4].

13 ғинуарҙа Ригала Юғары совет һәм Министрҙар советына теләктәшлек һәм Литвалағы ҡораллы акцияларға ҡаршы протест белдереп, Халыҡ фронты митингыһы уҙғарыла. Митингыла яҡынса 500 000 кеше ҡатнаша. Шул көндө кис Ригала һәм башҡа ҡайһы бер латыш ҡалаларында стратегик объекттар тирәһендә баррикадалар төҙөлә башлай. Ваҡиғалар шаһиттары белдереүенсә, ҡайһы бер «баррикадсыларҙың» һалҡын һәм утлы ҡоралы була[6][7].

Ригалағы кәртәләрҙе төҙөүҙә ауыр техника, грузовиктар, күсермәле крандар ҡатнаша, улар менән Латвия предприятиелары етәкселәре тәьмин итә. Төҙөлөш идаралығы складтарынан ҡала урамдарына бетон блоктарын, металл ҡоралмаларын сығара башлайҙар. Баррикадаларға яҡлаусылар шулай уҡ ойошҡанлы, етәкселәр рөхсәтенән, киләләр, әммә шулай ҙа ирекле рәүештә. Яҡлаусыларҙы туҡландырыу мәсьәләһе лә хәл ителә, уларҙы ябай халыҡтан тыш йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары тәьмин итә[3].

Мәскәүҙән Ригаға баррикадаларҙа ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм махсус саралар үткәреү өсөн махсус подразделение килә.

14 ғинуарҙа ОМОН Рига «Вецмилгравис» милиция бүлеген ҡоралһыҙландыра һәм шунда үҙенең базаһын ойоштора, киләһе көндә Эске эштәр министрлығының Минск юғары мәктәбе филиалы ҡоралһыҙландырыла (Ригала).

Альфред Рубикс етәкселегендәге Компартия Үҙәк комитеты 15 ғинуарҙа милли ҡотҡарыу комитетын булдырыу һәм бөтә тулылыҡта власты үҙ ҡулдарына алыу тураһында белдерә.

16 ғинуарҙа ОМОН Милграв каналы аша Камаздарҙан ҡоролған кәртәне емерә башлай, был канал отряд базаһын ҡала үҙәге менән тоташтыра. Бәрелеш барышында осраҡлы рәүештә элемтә минитрлығы шоферы Роберт Мурниекс һәләк була[3].

Икенсе көнөнә, 17 ғинуарҙа, Латвия эске эштәр министры Алоиз Вазнис милиция хеҙмәткәрҙәренә биналарҙы һаҡлау ваҡытында һәм Латвия МВД-һына ОМОШ яугирҙары 50 метрға яҡынлашҡанда уларға ҡарата утлы ҡорал ҡулланыуҙы рөхсәт итеү буйынса бойороҡ сығара. Мәскәүҙән министрҙың бойороғо ОМОН-ға тапшырыла[3].

1991 йылғы баррикадала ҡатнашыусыһы Иҫтәлекле билдәһе

Эске эштәр министрлығын штурмлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19 ғинуарҙан 20 ғинуарға ҡараған төндә биш билдәһеҙ кеше ОМОН взводы командиры Лактионовтың ҡатынын көсләүе тураһында хәбәр алына[8]. Шулай уҡ Матбуғат йортондағы ОМОН посы утҡа тотола. Отряд яугирҙары тиҙ арала «Латвия» микроавтобусын туҡтата, уның эсендә «милли оборона көстәре» дружинниктары була. Микроавтобуста, Мәскәү тикшереү төркөмөнөң элекке етәксеһе В. Костылевтың һүҙҙәре буйынса, һалҡын ҡорал һәм боеприпастар табыла.

Шул ваҡытта омондар тотолғандарҙы дүрт машинаға ултыртып алып китәләр. Рига үҙәге аша база юлында омондарға ҡарауыл алмаштырыу өсөн Латвия ССР-ы Прокуратураһына инергә тура килә. Конвой Райнис бульварына килеп инеүе менән Латвия ССР-ы Госстройы бинаһы яғынан билдәһеҙ кешеләр уларҙы утҡа тота. Полковник Виктор Бугай фекеренсә, омондар ҡаршы яҡта урынлашҡан МВД бинаһында йәшенергә мәжбүр була, һуңынан быны «ОМОН МВД-ны штурмланы», тип һөйләйәсәктәр[3].

Бугай хәтирәләре буйынса, Рига ГУВД-һының дежур бүлегендә яҙҙырылған һөйләшеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, МВД бинаһында йәшенеү ҡарарын ОМОШ яугирҙары 21 сәғәт 30 минутта ҡабул итәләр. Тура бәйләнештән министр урынбаҫары З. Индриков ОМОН ишектәрҙе емерә, тиҙерәк килеп етегеҙ, тип ҡысҡырғанға тиклем МВД менән бәйләнеш булмай. 21 сәғәт 46 минутта бина эсендәгеләогә атыуҙы туҡтатырға ҡушалар. 21 сәғәт 57 минутта МВД бинаһында хәүеф юҡлығы һәм ҡалала яҡшы ҡоралланған боевиктарҙың күп булыуы тураһында хәбәр итәләр[3].

Латвия МВД һәм Госстрой биналарын омондар юғалтыһыҙ баҫып алалар. Һәләк булғандарҙың күбеһе омондар тылында булған Бастион тауынан атылған. Ваҡиғалар барышын күп һанлы телеоператорҙар һәм репортерҙар теркәйҙәр, Бастион тауы янында буласаҡ бәрелеш тураһында уларҙың ҡайҙан мәғлүмәт алыуы тураһында билдәле түгел. УВД пультындағы һаҡсы ошо хәлде билдәләп үтә: «Ҡара әле, ниндәй һәйбәт әҙерлек — телевидение ла бында, антенналарын һуҙғандар, тура репортаж…»

Ҡала үҙәгендә интенсив атыш һөҙөмтәһендә 8 кеше яралана, 5 кеше үлтерелә. Уларҙың дүртеһе, шул иҫәптән кинорежиссер Юрис Подниекс төркөмө операторҙары Андрис Слапиньш Һәм Гвидо Звайгзне (февраль башында башына алған яранан вафат була), милиция өлкән инспекторы Сергей Кононенко һәм мәктәп уҡыусыһы Эди Риекстиньш Бастион тауы эргәһендәге парткта һәләк булалар, ә милиция лейтенанты Владимир Гомонович — МВД бинаһы эсендә дүртенсе һәм бишенсе ҡаттар араһында өҫтән атып үлтерелә[8][9][10].

ОМОН яугирҙары менән һөйләшеүҙәрҙе православие дин әһеле һәм Латвия ССР-ы Юғары советы депутаты Алексей Зотов үткәрә, уны Рига ГУВД-һы начальнигы Виктор Бугай алып килә. ОМОН базаға сигенә, генерал Индриковты азат итәләр.

25 ғинуарҙа Латвия Компартияһы Үҙәк комитетының ижтимағи-сәйәси үҙәгендә Рига гарнизоны 500 милиционеры үҙенең йыйылышында ОМОНға теләктәшлек белдерәләр һәм министр ВАзнисты вазифаһынан бушатыуҙы талап итәләр[3].

Баррикадаларҙың тамамланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың 22 ғинуарында СССР финанстар министры Валентин Павлов 1964 йылда сығарылған 50 һәм 100 һумлыҡ купюралары реформаһы тураһында иғлан итә, уларҙы өс көн дауамында, 5 ғинуарға тиклем, һәр кеше 1000 һумға тиклем яңы йәки вағыраҡ купюраларға алыштырырға мөмкин ине, шуға баррикадаларҙа ҡатнашыусылар шәхси эштәр менән шөғөлләнергә мәжбүр була. Рига урамдарындағы кәртәләр өлөшләтә алып ташлана.

25 ғинуарҙа Эске эштәр министрлығы бинаһы янында һәм уның эсендә булғандарҙың ерләүе үткәрелә, ерләү ҙур манифестацияға әүерелә[2].

1991 йылдың 20 ғинуарындағы ваҡиғаларҙы 30 йыл дауамында тикшереүҙәр бер ниндәй һөҙөмтәгә килтермәне, кем атышта ғәйеплә, нисек операторҙар Звайгзне һәм Слапньш камералары менән алдындағы МВД бинаһын төшөргән саҡта арт яҡтан атыу арҡаһында һәләк булғандар — был һорауҙарға яуаптар табылманы.

Тикшереү төркөмө етәксеһе Костырев «Провокация анатомияһы» фильмы өсөн интервьюһында ошолай итеп һөйләй: «Бер нисә урындн аттылар. Атап әйткәндә, Рига „Водоканалынан“, Бастион тауынан, „Ридзень“ кунаҡханаһынан, Сәнғәт академияһынан айырым атыуҙар булды». МВД эргәһендәге Бастион тауы өҫтөнлөклө бейеклек булып тора һәм конфликттың ике яғы өсөн дә мөһим була. Тикшереү фаразлауы буйынса,ОМОН-дың Райнис бульварына килгәненә тиклем уны ниндәйҙер ҡораллы кешеләр биләп алған. Күп кенә тикшеренеүҙә ОМОН алдан әҙерләнгән ҡапҡанға эләккән тип билдәләнә[11].

Тикшереү ваҡытында Бастион тауында "Альфа"ның йәки СССР-ҙың махсус подразделениеларының булыуы раҫланмай. МВД бинаһынан 150 метр алыҫлыҡта торған операторҙарҙың Бастион тауы яғынан бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс күрмәүен раҫлай.

«Рәсәй хәбәрҙәре» бер шаһиттың күрһәтмәләрен баҫтырып сыға: Бастион тауынан атышты Земессардзе полковнигы Дидзис Мейерс һәм Латвия Милли ҡораллы көстәренең буласаҡ башлығы Раймонд Граубе алып барҙылар[12].

Ваҡиғаларҙани һуң 20 йылдан Рига ГУВД-һы дежур часы һөйләшеүҙәре нәшер ителә, уларҙы элемтәсе А. Романс алып барған (ул радикаль-милләтсе советы ағзаһы булған), Рига милицияһы хеҙмәткәрҙәре шылтыратыусыларҙы тынысландырыуы, хәбәрҙәргә иғтибар итергә тырышыуы һәм, килеп сыҡҡан хәлдә һалҡынҡанлыҡ һаҡларға тырышыуы ишетелә.

  • Ригала баррикада музейы эшләп килә.
  • Латвияла йыл һайын иҫтәлекле саралар үткәрелә, Дом майҙанында концерттар ойошторола, Азатлыҡ һәйкәленә сәскәләр һалына. Рига ГУВД-һы начальнигы В. Ф. Бугай әлеге даталарҙы МВД өсөн хурлыҡлы даталар тип иҫәпләй, сөнки министрлыҡ етәкселеге һәм шәхси состав 1991 йылдың ғинуарында һәм авгусында МВД ябырылыуға ҡаршы бер нәмә лә эшләмәне, ә бөтә эште Рига ГУВД-һы башҡарҙы, уларҙың ҡаҙаныштарын 1992 йылдан һуң МВД-ға килгәндәр үҙләштерҙе[3]
  • Иҫтәлекле билдә булдырылған
  • Милграв каналы аша күпер янында Роберт Мурниекс иҫтәлегенә тәре ҡуйылған.

Баррикадаларҙа һәләк булғандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ВладимирГомонович
  • Илгварс Гриезиньш
  • Сергей Кононенко
  • Робертс Мурниекс
  • Эдийс Риекстиньш
  • Андрис Слапиньш
  • Гвидо Звайгзне[13]

1991 йылдың 20 ғинуарында һәләк булған өс кешенең ғаилә ағзалары Латвия гражданлығын ала алмайҙар, шул иҫәптән оператор Андирс Слапиньштың балалары, уларҙы ҡатыны наталья бер нисә йл үткәс, рәсәйгә алып китә. 2014 йылда балалар Латвия хөкүтәнә ике гражданлыҡты һаҡлау буйынса мөрәжәғәт итәләр. Латвия Республикаһында ике гражданлыҡ тыйылған, әммә Министрҙар кабинеты ташлама яһап, рөхсәт итә алыуына ҡарамаҫтан, 2015 йылдың 3 ноябрендә мөрәжәғәт кире ҡағыла[14]. 2018 йылдың 8 февралендә Латвия хөкүмәте Андрис һәм Анна Слапиньштарға гражданлыҡты һаҡлау буйынса ҡарар ҡабул итә[15].

Милиция лейтенанттары Владимир Гомонович һәм Сергей Кононенконың балалары Светлана Гомонович һәм Наталья Кононенко «айырым ҡаҙаныштары өсөн» 6 йылдан гражданлыҡҡа ҡабул ителәләр, улар менән 2005 йылдың 10 мартында премьер Эйнар Репше осраша. Хәҙер улар Рәсәй һәм Белорссияла йәшәйҙәр[14].

  1. Дозорцев, Владлен. Другой Юрканс. — авторская редакция. — Рига, 2017. — С. 42—44. — 440 с. — ISBN 978-9934-8686-1-0.
  2. 2,0 2,1 2,2 Русанов, Сергей. «Черные береты» в истории страны :: IMHOclub - Территория особых мнений. imhoclub.lv (4 август 2012). Дата обращения: 30 сентябрь 2019.(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Михайлова, Марина. Баррикады, январь 1991. Хроника провокаций. The Baltic Course-Балтийский курс. Бизнес-КЛАСС, журнал (10 март 2011). Дата обращения: 30 сентябрь 2019.
  4. 4,0 4,1 4,2 Клауцен, Арнольд Петрович. Песенная революция. Как латышские националисты победили красных латышских стрелков. — Воспоминания, документы, свидетельства. — Москва-Санкт-Петербург: Свет, 2018. — С. 22—24. — 228 с.
  5. РИА Новости. Хроника январских баррикад: двоевластие и кровь. Sputnik Латвия (19 ғинуар 2018). Дата обращения: 30 сентябрь 2019.
  6. [[Бугай, Виктор Федорович|Виктор Федорович Бугай]]. Латвия-1991. Январь—август. Как это было на самом деле. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 24 август 2013 года. 2013 йыл 24 август архивланған.
  7. Neatkarības deklarācijas pieņemšana, barikādes (1990–1991). Министерство обороны Латвии. Дата обращения: 2013-6-12. Архивировано из оригинала 11 май 2013 года. 2013 йыл 11 май архивланған.
  8. 8,0 8,1 [1]Владимир Вигман. ТРОЯНСКИЙ КОНЬ ОСОБОГО НАЗНАЧЕНИЯ. «Зеркало недели» № 10, 07 марта 1996 г.
  9. Рижский ОМОН. Закулисные игры 2014 йыл 4 февраль архивланған.
  10. 20 января 1991 года Рижский ОМОН атаковал здание МВД Латвии. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 3 февраль 2014 года. 2014 йыл 3 февраль архивланған.
  11. Дмитрий Ермолаев. Тени на Бастионке. ИноСМИ.Ru (29 ғинуар 2016). Дата обращения: 30 сентябрь 2019.
  12. Эраст Разумихин. Баррикады-1991: рижский ОМОН намеренно стрелял по своим? Gorod.lv (29 ғинуар 2017). Дата обращения: 30 сентябрь 2019.
  13. после ранения умер 5 февраля
  14. 14,0 14,1 Ксения Колесникова. Детям убитого в 1991 году при штурме МВД режиссера обещают вернуть гражданство Латвии. rus.lsm.lv (5 февраль 2019). Дата обращения: 30 сентябрь 2019.
  15. Judīte Čunka. Barikāžu laikā nošautā operatora Slapiņa bērniem atjauno Latvijas pilsonību (латыш.). lsm.lv (8 февраль 2019). Дата обращения: 19 ноябрь 2019.
  • Viktors Daugmalis «Barikādes — mīlestības Latvijas grāmata». — 1991.gada atbalsta fonds sabiedriskais dalībnieku barikāžu atklātais, 2001 Rīga. ISBN 9984191966
  • Tālavs Jundzis, Zaļais Renārs «Nevardarbīgā pretošanās — Latvijas pieredze». — Akadēmija Latvijas Zinātņu, 2006 Rīga. ISBN 9789984010434 (Rakstu, un krājums dokumentu atmiņu, 15 veltīts Barikāžu atceres.gadadienai)
  • Jāzeps Ločmelis «dienām Atmiņas barikāžu par». — Klubs Latvijas telekomunikāciju, 2001 Rīga. ISBN 998494980X
  • Iveta Kaķīte «Barikādes — tas patiesībā kā bija». — Partneri Redisons un, 2001 Rīga. ISBN 9984932745 (barikādēs Tautas loma Frontes)
  • Ināra Mūrniece «Aksenoka Rita: Barikādes — arī Bija nodevība». — 2006 Latvijas Avīze. 21 gada. janvāris.
  • Dzintars Vītols «uz Ceļš barikādēm». — 2001 Burtnieki.
  • «Un režīmam totalitārajam Janvāra forma kā mācības tautas barikādes tās». — Akadēmija Latvijas Zinātņu, 1991.barikāžu fonds gada atbalsta dalībnieku, kabinets LR Ministru, 2001 Rīga. ISBN 998419213X (ar 10 atceres sakarā konference Starptautiska Baltijas barikāžu valstu.gadadienu)
  • Jānis Stradiņš «1991. gads. Janvāris». — Fonds Latvijas Kultūras, 1991 Rīga.
  • Modris Ziemiņš «deg Rīgā ugunskuri — brūk Maskavā padomju impērija». — Apgāds Mācību, 2001 Rīga. ISBN 9984922138
  • Ivars Bērziņš, Zaļais Renārs, Viktors Daugmalis «Domā Latviju par, barikādes piemini». — 1991. gada biedrība barikāžu dalībnieku, 2006 Rīga. ISBN 9984956822 (1991. gada fotoalbums barikādēm veltīts)
  • Александр Федотов. Дайнис Иванс: «Баррикада — латыш тарихтағы иң мөһим ваҡиға». — «Телеграф», № 9 (1303), 2007 йылдың 12 ғинуарынан.
  • Александр Федотов. Альфред Рубикс: «беҙ йыйылған власты яулап ала». — «Телеграф», № 9 (1303), 2007 йылдың 12 ғинуарынан.
  • Эске эштәр министрлығы кемдәрҙе атарға була? — «Сәғәт», 2006 йылдың 20 ғинуарында.