Рига ҡултығы
| Рига ҡултығы | |
|---|---|
| латыш. Rīgas jūras līcis, эст. Liivi laht | |
Рига ҡултығына күренеш | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Ҡултыҡ төрө | ҡултыҡ |
| Майҙаны | 18 100 км² |
| Иң ҙур тәрәнлек | 54 м |
| Тоҙлолоҡ | 4,5 ‰ |
| Ҡойоусы йылғалар | Көнбайыш Двина, Лиелупе, Гауя, Салаца, Пярну |
| Урынлашыуы | |
| Юғарыраҡ тороусы акваториялар | Балтик диңгеҙе, Атлантик океан |
| Регионы | Сааремаа, Пярнумаа, Видземе, Земгале, Курземе |
Ри́га ҡултығы (латыш. Rīgas jūras līcis — Рига диңгеҙ ҡултығы, эст. Liivi laht — Лив ҡултығы) — Балтик диңгеҙенең көнсығышында Латвия һәм Эстония араһындағы ҡултыҡ. Диңгеҙҙән Эстонияға ҡараған Моонзунд архипелагы утрауҙары менән кәртәләнгән.
Ҡултыҡ ҡоро ергә 174 км инә, уның дөйөм майҙаны 18,1 мең км² тәшкил итә[1]. Ҡултыҡтың киңлеге 137 км-ға һуҙыла, максималь тәрәнлеге — 54 м[2].
Рига ҡултығы ярындағы иң мөһим ҡалалар Рига һәм Пярну, көньяҡ яр буйлап хәҙерге Юрмала ҡала-курорты, ә Сааремаа утрауында боронғо Курессааре (Аренсбург) урынлашҡан. Ҡултыҡтың көнбайыш яры Лив яры тип атала һәм һаҡланыусы мәҙәни зона булып тора.
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яр буйының күпселек өлөшө уйһыу һәм ҡомло.
Һыу температураһы йәйгеһен 18 °C тиклем күтәрелә, ҡышҡыһын 0 — 1 °C тиклем төшә, шуның арҡаһында ҡултыҡ өҫтө декабрҙән апрелгә тиклем боҙ менән ҡаплана. Тоҙлолоғо — 3,56 ‰.
Ағымдары әйләнеүсән, уртаса тиҙлеге — 8 см/сек[1].
Ҡултыҡҡа түбәндәге йылғалар ҡоя: Көнбайыш Двина (Даугава), Лиелупе, Гауя, Салаца, Пярну, Аге, Шкеде, Светупе, Роя һәм башҡалар.
Бассейны һәм утрауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙар материктан Колкасрагс мороно (Курзема ярымутрауының төньяҡ осо) һәм Сааремаа утрауының көньяҡ осо араһында урынлашҡан Ирбен боғаҙы, шулай уҡ ике боғаҙҙан торған Вяйнамери боғаҙы менән айырыла: Суурвяйн (Муху утрауы янында) һәм Харикурк (Хийумаа һәм Вормси утрауҙары араһында). Рига ҡултығында Эстонияның Кихну, Рухну, Абрука һәм Манилайд утрауҙары урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта Пярну ҡултығы айырылып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик диңгеҙендә хәрби-диңгеҙ флоттары барлыҡҡа килгәндән алып Рига ҡултығы күп тапҡырҙар Рәсәй, Польша, Германия, Швеция, Дания һәм башҡа дәүләттәр ҡатнашлығында хәрби хәрәкәттәр аренаһына әйләнә.
Беренсе донъя һуғышы барышында ҡултыҡта Рига ҡултығын обороналау (1915), Домеснес мороно янында десант (1915) төшөрөү һәм Альбион операцияһы (Моонзунд һуғышы) (1917) үтә.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡултыҡта Моонзунд оборона (1941) һәм Моонзунд десант операцияһы (1944) үткәрелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Gulf of Riga (Baltic Sea). www.britannica.com. Дата обращения: 6 декабрь 2019. Архивировано 7 октябрь 2014 года. — Britannica Online Encyclopedia
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта Lucas Janszoon Waghenaer 1583 года — Magno Ruijne. www.raremaps.com. Дата обращения: 6 декабрь 2019.
- Карта Lucas Janszoon Waghenaer 1588 года — Rugshe bottom. www.raremaps.com. Дата обращения: 6 декабрь 2019.
- Карта Gerard De Jode 1593 года — Wijen dōnes. i.imgur.com. Дата обращения: 6 декабрь 2019.
- Карта Pierre Mortier 1710 года — Clylipenus sinus. www.raremaps.com. Дата обращения: 6 декабрь 2019.