Сыртланов Рим Солтан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рим Сыртланов битенән йүнәлтелде)
Рим Сыртланов
Исеме:

Рәхмәй Солтан улы Сыртланов

Тыуған ваҡыты:

22 август 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Сыртлан ауылы[1]

Вафат ваҡыты:

13 сентябрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны:

БАССР, Өфө

Һөнәре:

актёр, театр педагогы

Әүҙем йылдары:

1928—1972

Псевдоним:

Рим Солтан улы Сыртланов

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1946
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1955
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Сыртланов Рим (Рәхмәй) Солтан улы (22 август 1908 йыл — 13 сентябрь 1979 йылбашҡорт театр һәм кино актёры, 1928—1972 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1954) артисы. Башҡорт. Сыртлановтар нәҫеленән. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1946).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рим (Рәхмәй) Солтан улы Сыртланов 1908 йылдың 22 авгусында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Сыртлан ауылында[1] башҡорт ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда М. Ә. Мәһәҙиев, В. Мортазин-Иманский курстары буйынса Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаған. Үҙенең бар ғүмерен тиерлек (1928—1972 йылдар) Башҡорт дәүләт академия драма театры арнай. Бер үк ваҡытта 60‑сы йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

Юғары сәхнә мәҙәниәте, нескә актёрлыҡ оҫталығы Рим Сыртланов 200‑гә яҡын роль башҡарырға мөмкинлек бирә, улар араһында милли әҙәбиәт геройҙары образдары:

  • Мәғсүм Таҡтабашев («Портфель», Н. Иҫәнбәт; дебют, 1929), Закир (М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғәйнан Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимовтың шул уҡ исемдәге инсценировкаһы), Фәйзи («Рәйсә», Нәжиб Асанбаев);
  • рус классикаһынан: Кнуров («Бирнәһеҙ ҡыҙ», А. Н. Островский), Астров («Ваня ағай», Антон Чехов), Каренин («Тере мәйет», Лев Толстой);
  • совет драматургияһынан: Берсенев («Һынылыш», Б. А. Лавренёв), Малинин («Любовь Яровая», К. А. Тренёв), Гордей Павлович («Атайыңдың ҡәҙерен бел», В. В. Лаврентьев) һәм башҡа образдар.

Тәрән драматизм һәм гражданлыҡ пафосы менән һуғарылған (Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһалана, 1955) Шәүкәтов («Яңғыҙ ҡайын», МостайКәрим) һәм аныҡ социаль, психологик характерҙа кәүҙәләндергән Фәруҡша («Әсәләр көтәләр улдарын», Әсғәт Мирзаһитов) ролдәрендә актёрҙың образдарҙы барлыҡ индивидуаль нескәлектәрендә асыу оҫталығы тулыһынса сағылған.

«Салауат Юлаев» кинофильмендә Бохайыр ролен башҡара.

Уҡыусылары араһында Рәфҡәт Исрафилов.

1979 йылдың 13 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була. 

Ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Отелло» У. Шекспир — Отелло; Кассио
  • «Борис Годунов» А. С. Пушкин — Басманов
  • «Ревизор» Н. В. Гоголь — Держиморда; Ляпкин-Тяпкин
  • «Ваня ағай» А. П. Чехов — Астров
  • «Бирнәһеҙ ҡыҙ» А. Н. Островский — Кнуров
  • «Тере мәйет» Л. Н. Толстой — Каренин
  • «На дне» А. М. Горький — Васька Пепел
  • «Шаһнамә» Фирҙәүси — Рух
  • «Бай һәм батрак» Х. Н. Хамза — Салих-бай
  • «Һаҡмар» С. Мифтахов — Юлай
  • «Ҡара йөҙҙәр» М. Ғафури — Закир
  • «Ағиҙел ярында» Р. Ниғмәти — Чапаев
  • «Һуғыш» К. Мэргэн һәм В. Кедров — Арсланов
  • «Яңғыҙ ҡайын» М. Кәрим — Шәүкәтов
  • «Ай тотолған төндә» М. Кәрим — Дервиш
  • «Рәйсә» Н. Асанбаев — Файзи Курамшин
  • «Әсәләр көтәләр улдарын» Ә. Мирзаһитов — Фәруҡша
  • «Утлы өйөрмә» Ә. М. Мирзаһитов — Ильяс
  • «Күршеләр» Ә. М. Мирзаһитов — Аҡнаҙар
  • «Тансулпан» Ҡ. Даян — Сарагул
  • «Девон» Абдуллин — Сахаров
  • «Шайморатов генерал» Абдуллин һәм Насыров — Кашапов
  • «Моңло сазым» Риза Ишморат (Ишморат Риза Фәхретдин улы)— Гаделыпа
  • «Навстречу бури» И. Ишморат — Егорыч
  • «Не называя фамилий» Минко — Карпо Карпович
  • «Атайыңдың ҡәҙерен бел» Лаврентьев — Гордей Павлович

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахметшин Г. Шавкатов и его друзья // Сов. искусство. — 1953, 25 февр.
  • Саитов С. Зрелость творчества // Сов. Башкирия. — 1959, 25 окт.
  • Саитов С. С. Сыртланов Рим Сулатанович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 554—555. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  • Л. Ив. Сыртланов. Визуальный словарь. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 1 сентябрь 2013 года. 2007 йыл 23 август архивланған.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 122-123 с. ISBN 5-295-02294-3.

Дом, где жил Сыртланов Р. С. Коммунистическая, 75/1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]