Ринат (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Ринат | |
Renat | |
Яҙыу | Латин алфавиты |
---|---|
Soundex | R530 |
Кёльнская фонетика | 762 |
Caverphone | RNT111 |
Ринат Викимилектә |
Ринат (Ренат) — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа был исем йыш осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат исеме латин телендәге «renatus» — «яңынан тыуған» тигән һүҙҙән килә тип уйлайҙар. Шулай уҡ совет ваҡытында «революция-наука-техника» йәки «революция-наука-труд» һүҙҙәренең аббревиатураһы һымаҡ барлыҡҡа килгән исем тип фаразлайҙар[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ринат Хәйри, Ринат Мәғәфүр улы Хәйретдинов (19 ғинуар 1950 йыл — 5 сентябрь 1990 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990).
- Йосопов Ринат Мөхәмәт улы (12 ноябрь 1951 йыл— 15 ғинуар 2011 йыл) — ғалим-этнолог, антрополог, тарих фәндәре кандидаты.
- Камалов Ринат Әлтәф улы; Ринат Камал (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19 март 1949 йыл) — ғалим-зоотехник., юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Ғәбитов Ринат Хәмит улы (1 февраль 1943 йыл — 16 июнь 2016 йыл) — фән-ғалим-хоҡуҡ белгесе. Халыҡ-ара информатизация академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2000).
- Нуруллин Ринат Ғәли улы (рус. Ринат Галеевич Нуруллин, 20 август 1954 йыл) — балалар шағиры, ғалим-уйлап табыусы, техник фәндәр кандидаты (1999). Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2011). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994).
- Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы (24 ғинуар 1964 йыл) — график. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 2004 йылдан — Халыҡ-ара графика академияһы ағзаһы (Санкт-Петербург). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
- Шәйбәков Ринат Гәрәй улы (20 декабрь 1954 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2011 йылдан Белорет районы Йөйәк ауылы старостаһы. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (1995) һәм Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы делегаты (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1993), Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004). Йөйәк ауылы мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойоштороп, уны республика кимәлендә танытҡан шәхес[2].
- Атауллин Ринат Юмор улы (23 ғинуар 1959 йыл) — рәссам, 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010), Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (1998).
- Вәлинуров Ринат Ғаян улы (27 май 1952 йыл) — ғалим-психиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 4‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1988), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2009) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Закиров Ринат Закир улы (рус. Закиров Ринат Закирович) — 7 июль 1947 йыл) — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, финанс эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты[3].
- Йосопов Ринат Шәйхулла улы (1 ғинуар 1947 йыл) — БАССР-ҙың Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоз тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт геройы (1976).
- Артемьев Ринат Александрович (20 июль 1958 йыл) — СССР һәм хужалыҡ эшмәкәре, «АЖИО» финанс компанияһының президенты. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 48-се Нева һайлау учаткаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[4].
- Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы (12 ғинуар 1960 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (2002), профессор.
- Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы (14 июнь 1953 йыл)[5] — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (2006)[5]. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылышы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 1-се саҡырылыш депутаты.
- Вәлиуллин Ринат Риф улы (29 ноябрь 1969 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы, шағир, филолог, рәссам. Юғары мәктәп уҡытыусыһы[6].
- Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (23 февраль 1939 йыл) — ғалим-географ, география фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996), Башҡортостандың халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003), саңғы ярышы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1965), «Башҡорт энциклопедияһы» фәнни-редакция советы ағзаһы, Халаҡ-ара бабалар һәм үҫмерҙәр туризм һәм крайҙы өйрәнеү академияһы академигы[7].
- Чанышев Ринат Риян улы (23 июль 1953, Салауат, БАССР) — СССР һәм Рәсәй инженер-төҙөүсеһе һәм ғалимы. Техник фәндәр докторы (2003).
- Ишембаев Ринат Сәхиулла улы (5 август 1976 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, судья. Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара мастер (2001).
- Баймөхәмәтов Ринат Бикбулат улы (28 март 1953 йыл) — СССР хоккейсыһы, һөжүмсе. Ҡурған хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.
- Солтанов Ринат Ишбулды улы (9 май 1954 йыл — 22 май 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-философы, ислам һәм философия тарихы, дин өйрәнеү ғилеме һәм этика буйынса белгес; сәйәсмән[8] Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1992). «Философский энциклопедический словарь» авторҙарының береһе. Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының II-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999).[8][9][10][11] «Яблоко-Башҡортостан» йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк советы рәйесе.[9][10][11]
- Раев Ринат Афраем улы (26 июнь 1966 йыл) — мосолман дин әһеле. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мосолмандары Төбәк Диниә назараты рәйесе (2005 йылдан), Рәсәй Ислам университеты ректоры (2003—2015).
- Мирғәлиев Ринат Хәтмулла улы (рус. Миргалиев Ринат Хатмуллинович; 15 апрель 1951 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.
- Тәминдәров Ринат Ғиниәт улы (рус. Таминдаров Ринат Гиниятович; 1 сентябрь 1949 йыл) — СССР, партия һәм сәнәғәт эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[12].
- Ғатауллин Ринат Фазлытдин улы (рус. Гатауллин Ринат Фазлтдинович) — (14 июнь 1953 йыл — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Ғәлиев Ринат Ғәзим улы (рус. Галиев Ринат Газимович) (15 ғинуар 1949 йыл) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы (27 март 1955 йыл — 24 август 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй производство ойоштороусыһы һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (2007—2011).
- Хафизов Ринат Ҡасим улы (24 август 1961 йыл — 1996 йыл) — СССР спортсыһы, спорт акробатикаһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа чемпионы (1985).
- Ғәбиҙуллин Ринат Ғиндулла улы (19 август 1942 йыл) — журналист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1995—1999), КПРФ фракцияһы ағзаһы. КПРФ-тың Башҡортостан Республика комитетының элекке икенсе секретары.
- Нагаев Ринат Йәүҙәт улы — табип, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[13] .
- Ринат Дасаев — СССР футболсыһы.
- Ринат Моталлапов — Рәсәй актёры.
- Ринат Кәфиәтуллин — актёр.
- Ринат Ибраһимов — актёр.
- Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (20 сентябрь 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
- Ғәләмшин Ренат Биктимер улы (рус. Галямшин Ренат Биктимирович; 18 февраль 1949 йыл — 8 ноябрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2009 йылдарҙа «Дэмен» хужалығы рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат.
- Ренат Хойбергер (ингл. Renat Heuberger; 18 декабрь 1976 йыл, Цюрих, Швейцария) — Швейцария эшҡыуары һәм менеджеры, South Pole Group компанияһының нигеҙләүселәренең береһе һәм етәксеһе; Climate Friendly Pty (Австрия) һәм VNEEC (Вьетнам) компаниялары директорҙар советы ағзаһы[14][15]; парник газдары (Киото протоколы һәм Эмиссион квоталары менән сауҙа итеү) буйынса эксперт[16][17][18].
- Ғафуров Ренат Зәйтүн улы (8 октябрь 1982 йыл) — спидвей спортсыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры. Мотоциклдарҙа уҙышыуҙа шәхси иҫәптә ике тапҡыр, команда иҫәбендә өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, Европа чемпионы.
- Хилажев Ренат Рафаил улы (25 апрель 1983 йыл) — эшҡыуар, финанс консультанты, Башҡортостан Республикаһының кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, «РадостьЕсть» хәләл туҡланыу селтәре (кафе, ресторан) милектәше, блогер[19].
- Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (2 апрель 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй кардиохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2011) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1998) һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1991). СССР-ҙың (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) дәүләт премиялары, Рәсәй Хөкүмәте премияһы (2004) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (1996). Рәсәй Йөрәк һәм ҡан тамырҙары кардиологик ғилми-етештереү үҙәгенең А. П. Мясников исемендәге клиник кардиология институтының хирургияһы бүлеге етәксеһе. Медицинала юғары технологияларҙы үҫтереү дәүләт программаһы етәксеһе (1998).
- Еникеев Ренат Әхмәт улы — СССР һәм Рәсәй композиторы. Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2002), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
- Ренат Ағзамов — телевидениела алып барыусы, кондитер.
- Әхмәтов Ринат Леонид улы — украин эшҡыуары, филантроп, политик, олигарх, иҡтисадсы, банкир, сәнәғәтсе, миллиардер, 1996 йылдан «Шахтёр» футбол клубы президенты, «Систем Кэпитал Менеджмент» компанияһына нигеҙ һалыусы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Известные люди Белорецкого района 2021 йыл 21 сентябрь архивланған.
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ 5,0 5,1 Ринат (исем) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Ринат Валиуллин
- ↑ сайт Института дополнительного образования БГПУ им. М. Акмуллы 2019 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Кускильдин, 2009
- ↑ 9,0 9,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;labyrinth
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 10,0 10,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;garant
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 11,0 11,1 Султанов, Ринат Ишбулдович 2017 йыл 19 август архивланған. // Федеральное Собрание Российской Федерации Справочник
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Депутат Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан по Исянгуловскому одномандатному избирательному округу № 41.
- ↑ Climate Friendly Board of Directors 2012 йыл 14 август архивланған..
- ↑ Members of the Board of Director (VNEEC).
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;bloomberg.com.60806474
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;schwabfound.org.renat
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;projourno.org.making
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Ренат Хилажев: «При Хамитове в Башкирии у бизнесменов просто опускались руки» 2021 йыл 21 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |