Эстәлеккә күсергә

Ринкявичюс Гинтарас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ринкявичюс Гинтарас
лит. Gintaras Rinkevičius
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Литва
Тыуған көнө 1960[3][4]
Тыуған урыны Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Һөнәр төрө дирижёр, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Литва музыка һәм театр академияһы[d]
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Национальная школа искусств имени Микалоюса Константинаса Чюрлёниса[d]
Жанр классик музыка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Ринкявичюс Гинтарас Викимилектә

Гинтарас Ринкявичюс (лит. Gintaras Rinkevičius; 1960, Вильнюс) — Литва дирижеры.

М. К. Чюрленис исемендәге Милли сәнғәт мәктәбен тамамлаған, шунан Ленинград консерваторияһын (1983) һәм Мәскәү консерваторияһының аспирантураһын уҡып бөткән (1986). Ринкявичюс Мәскәүҙә үткән Бишенсе Бөтә союз дирижерҙар конкурсыда (1983) һәм Берлинда үткән Герберт фон Караян фондының халыҡ-ара конкурсында лауреат исемен ала, (1985), 1986 йылда Ференчик Янош исемендәге Будапештта уткән Халыҡ-ара конкурсында махсус бүләк ала.

1988 йылда Ринкявичюс Литва дәүләт симфоник оркестрын етәкләй һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе булып тора. Бер үк ваҡытта Латвия милли операһы етәксеһе була (19962003), 1996 һәм 2000 йылда баш музыкаль Латвия премияһына лайыҡ була, ә 1997 йылда Латвияла йыл дирижеры булып танылған. 20022005 йылда Мальма театрының опера оркестры етәксеһе, ә 2007 йылда Новосибирск академик симфоник оркестры етәксеһе була[5].

Новосибирсктан башҡа, Ринкявичюс төрлө коллективтар менән йыш ҡына Рәсәйҙә торлө сығыштар яһай. Сергей Прокофьевтың «Ромео һәм Джульетта», Чайковский опералары менән, «Пиковая дама», Пуччини «Богема» һәм «Турандот», Верди «Набукко» Ҙур  театрҙа, «Реквиемом» Верди «Яңы опералар» балеттарында дирижер була[6], 1996 йылда Мәскәүҙә Виктор Третьяковтың 50 йәшенә үткәрелгән юбилей концерттарында ҡатнаша, рецензенттан һоҡланғыс баһаламаһын ала:

Оркестр һәм солисы берҙәм, Гинтарас Ринкявичюс оркестр менән киҫкен, йылдам идара итә. Музыка, һуңғы нота уйнағандан һуң, һыҙғы һуңғы хәрәкәттәр яһағандан һуң, дирижер таяҡсаһынын һуңғы ҡыбырлаунан һуң ғына, тын алырға мөмкинлек бирә.[7].

Ҡатыны — Татьяна Ринкявичен, «Рус классикаһы» исемле хор етәксеһе, Рус драма театрынын художество етәксеһе. Вильнюс (20022009). Ҡыҙҙары — Рита Ринкявичюте (1984) — пианист, Сауле Ринкявичюте (1986) — скрипкасы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Литва милли премияһы (1994)
  • Литва Бөйөк кенәзе Гедиминас ордены (1997)
  • «Йыл дирижеры» титулы, Латвия (1999)
  • Ҙур музыкаль премия, Латвия (1997, 2000)
  • Латвия, Португалия, Норвегия илдәренең Почёт ордендары
  • «Литва алдындағы хеҙмәттәре өсөн» Оло командор тәреһе ордены(2009)
  • Дуҫлыҡ Ордены (2010)[8]
  1. Record #55225963 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #129394203 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Gintaras Rinkevičius // MAK (пол.)
  5. Оркестру нашли главного дирижера. Архивировано 3 август 2012 года. 2012 йыл 3 август архивланған. // «Культура», № 29 (7590), 26 июля — 1 августа 2007.
  6. Г. Ринкявичюс. «Каждый концерт рождает новые вопросы» 2016 йыл 4 март архивланған.: Интервью театральной газете «Вешалка» (февраль 2007)
  7. Е. Антонова. Октябрь уж отзвучал // «Завтра», 12 декабря 1996.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 25 сентября 2010 года № 1176 «О награждении орденом Дружбы Ринкявичюса Г. Ю.»