Рио-де-Жанейро федераль университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рио-де-Жанейро федераль университеты
Исеме

Universidade Federal do Rio de Janeiro

Асылған йылы

7 сентябрь 1920

Сайт

http://www.ufrj.br/

Рио-де-Жанейро федераль университеты (порт. Universidade Federal do Rio de Janeiro, UFRJ, шулай уҡ Бразилия университеты) — Бразилияның иң ҙур федераль университеттарының береһе.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рио-де-Жанейро федераль университеты 1920 йылда нигеҙләнгән һәм Латин Америкаһында иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының береһе тип иҫәпләнә.

Университет башлыса Рио-де-Жанейрола урынлашҡан, уның 11 илдә филиалдары бар. Төп кампустары — Praia Vermelha (тарихи) һәм Университет ҡаласығы (порт. Cidade Universitária, Рио технологик паркында урынлашҡан).

Рио-де-Жанейрола бер нисә айырым институттар эшләй: Музыка мәктәбе, Хоҡуҡ факультеты, Фәлсәфә һәм социаль фәндәр институты, Тарих институты.

Университет составында 7 музей, 8 дауахана, йөҙләгән лаборатория һәм ҡырҡтан ашыу китапхана бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]