Баязитов Роберт Ишдәүләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Роберт Баязитов битенән йүнәлтелде)
Баязитов Роберт Ишдәүләт улы
Тыуған көнө

2 ноябрь 1939 йыл

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы

Байназар  ауылы
Вафат булған көнө

19 май 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (79 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары

РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡорт АССР-ның мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997)

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (2 ноябрь 1939 йыл, Бөрйән районы, Байназар ауылы — 19 май 2019 йыл, Бөрйән районы, Байназар ауылы) — комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роберт Ишдәүләт улы Баязитов 1939 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған.

Атаһы Баязитов Ишдәүләт Зәйнулла улы 1901 йылда батрак ғаиләһендә тыуған. Ауылды коллективлаштырыу эшендә әүҙем ҡатнашыусы була. Артабан совет һәм партия органдарында етәксе вазифаларҙа эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. 1954 йылда һуғышта алған яраларынан мәрхүм була.

Роберт Ишдәүләт улы 1947 йылдан алып 1957 йылға тиклем Яңы Монасип башланғыс һәм Байназар урта мәктәптәрендә белем ала. Хеҙмәт биографияһы мәктәп йылдарында уҡ башланып китә. Баҫыу утау, картуф сәсеү, утау, күмеү, ҡаҙыу, колхозға бесән әҙерләү, иген игеү кеүек барлыҡ эштәрҙә ҡатнаша.

1957 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1962 йылда уҡыуын тамамлай.

Педагогик эшмәкәрлеген 1961 йылда Байназар урта мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып башлай.

  • 1965 йылдың авгусынан ноябенә тиклем директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
  • 1965 йылдың ноябренән 1971 йылдың сентябренә тиклем ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының беренсе секретары.
  • 1971 йылдың сентябренән 1974 йылдың мартына тиклем КПСС-тың Бөрйән район комитетының бүлек мөдире.
  • 1974 йылдың мартынан Байназар урта мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороусы.
  • 1976 мартынан Байназар урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.
  • 1979—1982 йылдарҙа Байназар ауыл советы (Бөрйән районы) башҡарма комитеты рәйесе.
  • 1982—1984 йылдарҙа Бөрйән районы халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор.
  • 1984—1985 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
  • 1985—2004 йылдарҙа Байназар урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара.
  • 1996—1999 уҡыу йылдарында мәктәп өс тапҡыр Рәсәйҙең «Йыл мәктәбе» конкурсы лауреаты була.
  • 1998—1999 уҡыу йылдарында « За свободное образование» Европа конкурсында «Матур мәктәп» номинацияһының махсус призына лайыҡ була.
  • Бөтә Союз, Рәсәй һәм Республика уҡытыусылар съездары делегаты була.

2019 йылдың 19 майында мәрхүм була. Байназар ауылында ерләнгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Агитатор, лектор, пропагандист,
  • ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы,
  • КПСС-тың Бөрйән район комитеты бюроһы ағзаһы була.
  • Халыҡ депутаттарының бер нисә саҡырылыш Байназар ауыл Советының һәм Бөрйән район Советының депутаты итеп һайлана.
  • 2003—2004 йылдарҙа Бөрйән район Советы рәйесе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1967 — ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Комсомолда әүҙем эшмәкәрлек өсөн» билдәһе
  • 1969 — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Почёт грамотаһы
  • 1970 — «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы
  • 1979 — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979)
  • 1988 — БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988)
  • 1999 — «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» билдәһе
  • «2006 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәп алыуын үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таң гәзите. 18 май 2023 йыл. Байназар ауылында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһына хәтерташ ҡуйылды Ысын остаздар онотолмай

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]