Родригес (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Родригес утрауы
ингл. Rodrigues Island франц. Île Rodrigues Zil Rodrigues (креол.)
Родригес (утрау) гербы
Флаг
Девиз: «Travail, Solidarité, FiertéҠалып:Spaces(фр.)

«Хеҙмәт,Берҙәмлек, ғорурлыҡ»»

Государственный гимн Родригес (утрау)
Үҙаллылыҡ датаһы 12 март 1968Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел Инглиз
Баш ҡала Порт-Матурин
Эре ҡалалар Ла-Ферм,Монт-Любен
Идара итеү төрө Маврикий Республикаһы биләмәһе
Президент

Администрация башлығы

Анируд Джагнот

Притам Сингх Мэттан

Территория
• Бөтәһе

104 км²
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

40 440 чел.
чел./км²
Валюта Маврикия рупияһы
Интернет-домен .mu
Телефон коды +230
Сәғәт бүлкәте 4

Родригес утрауы[1][2] (ингл. Rodrigues Island, франц. Île Rodrigues) — Маскарен утрауҙарының иң көнсығышы. Сәйәси яҡтан Маврикий Республикаһы составында автономия статусы булған Тышҡы утрауҙарҙың береһе булып тора. Координаталары: 19°42′ ю. ш. 63°25′ в. д.HGЯO.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙың топографик картаһы

Маврикий утрауынан көнсығыштараҡ 560 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 104 км², мәрйен рифтары менән уратып алынған. Иң юғары нөктәһе — 398 метр бейеклектәге Лимон тауы (mont Limon).

Тәбиғәт шарттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Родригес утрауында 42 эндемик ағас төрө үҫә. Ҡырағай вершаффельт гиофорбаһы бында ғына үҫә. Pteropus rodricensis ярғанаты ла ошо утрауҙа ғына осрай. Әлеге ваҡытта осар булмаған Pezophaps solitaria (Rodriguez Solitaire) ҡошо — утрауҙа йәшәгән дронттарҙың айырым төрө юҡ ителгән. Утрауҙың мәрйен рифы үҙенсәлекле. Көтөлмәгән Acropora rodriguensis мәрйендәрен ошонда ғына күрергә мөмкин.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау 1528 йылда португал диңгеҙ йөҙөүсеһе Диогу Родригес (порт. Diogo Rodrigues) тарафынан асыла.

1691-1693 йылдарҙа Нидерландтың Ост-Һиндостан компанияһы биләй.

XVIII быуатта үҙ плантацияларына Мадагаскарҙан ҡолдарын индергән француздар колониялаштырған. 1735 йылға тиклем кеше йәшәмәгән, һуңынан Маскарен утрауҙарының генерал-губернаторы Бертран Франсуа Маэ де Лабурдонненың айырым бойороғо менән унда даими француз торамаһы барлыҡҡа килә (һинд компанияһының эргәһенән үткән судноларын ташбаҡа ите менән тәьмин итеү маҡсатында). Родригестың ғәйәт ҙур ҡоро ер гөбөргәйелдәре (Cylindraspis төрө) XVIII быуат аҙағында тулыһынса юҡҡа сыға.

1810 йылдан алып утрау Маврикий Британия колонияһы составына инә.

1968 йылдан — Маврикий дәүләтенең бер өлөшө (1992 йылдан — Маврикий Республикаһы). 2003 йылда Родригес утрауы автономия хоҡуғы алды, Маврикий парламентында үҙ советы бар.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, утрауҙа 37 838 кеше йәшәй[3], уларҙың күпселеге (95 проценты) — нигеҙендә шулай уҡ утрауҙа таралған француз теле ятҡан креоль телендә һөйләшкән Африка граждандарының тоҡомдары. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ярашлы, Родригеста 40 440 кеше йәшәгән[4].

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙың иҡтисади нигеҙен «ауыл хужалығы», «балыҡсылыҡ» һәм «туризм» тәшкил итә.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Родригес Маврикий утрауы менән даими рейстар менән бәйле. Air Mauritius Милли авиакомпанияһы миҙгел менән бәйле ATR 72 самолеттары менән көнөнә 2—3-әр осош башҡара. Сэр Шарль Гаэтан Дюваль исемендәге аэропорт утрауҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

Порт-Луи менән Порт-Матурин араһындағы ике аҙна һайын Мауритус Прайд карабы рейстар башҡара. Юлда — 30 сәғәткә яҡын.

Эске транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асфальт япмалы юлдар утрауҙың бөтә төп нөктәләрендә һалынған. Хәрәкәт һул яҡлы. Берҙән-бер заправкалау станцияһы Порт-Матурин ҡалаһында урынлашҡан.

Утрауҙа такси хеҙмәте бар, машиналарҙы, мотоциклдарҙы, велосипедтарҙы ҡуртымға алыу өсөн бер нисә нөктә эшләй.

Йәмәғәт транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа автобус маршруттары системаһы үҫешкән. Төп автостанция Порт-Матурин ҡалаһында урынлашҡан. Автобустар иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө 4-кә тиклем (дүшәмбе-шәмбе) һәм 7-нән иртәнге 10-ға тиклем йәкшәмбе) 30-60 минут аралыҡта ҡуҙғала. Маршруты: № 204 Порт-Матурин — Инглиш-Бей — Гран-Бэ

№ 205 Порт-Матурин — Бэ-о-Юитр — Бэ-Мальгаш — Бэ-дю-Норд

№ 206 Порт-Матурин — Мон-Любен — Ла-Ферм — Аэропорт

№ 207 Порт-Матурин — Мон-Любен — Ла-Ферм — Топаз-Бей — Плен-Мапу

№ 208 Порт-Матурин — Мон-Любен — Гранд-Монтань — Көнсығыш бухтаһы (инеү) — Пуант-Коттон

№ 209 Порт-Матурин — Мон-Любен — Сен-Габриель — Порт-Сюд-Эст — Мунрок бухтаһы (инеү) — Ривьер-Коко

№ 210 Порт-Матурин — Мон-Любен — Гранд Монтань — Петит-Гравье

№ 211 Порт-Матурин — Мон-Любен — Сен-Габриель — Ситрон Дони

№ 212 Порт-Матурин — Мон-Любен — Виктория шарлауығы — Монтань-Мальгаш

№ 213 Ривьер-Коко — Птит-пют — Ташбаҡа ҡурсаулығы (инеү) — Ла-Ферм — Бэ-дю-Норд

№ 220 Порт-Матурин — Мон-Любен — Семетьер — Соупик

№ 224 Порт-Матурин — Мон-Любен — Борно — Баладироу


Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туризм насар үҫешкән. Төп сәбәптәре — инфраструктураның алыҫ һәм үҫешмәгән булыуы.

Утрауҙа 5 отель (3-сө һәм 4-се йондоҙло), бер нисә ҡунаҡ йорто бар. Туристик компанияларҙың төп кафелары, магазиндары, офистары баш ҡалала һәм ҙур отелдәр янында урынлашҡан.

Утрау экологик туризмды яратыусылар араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Утрау тирәләй һәм уның эсенә йәйәүле походтар, Франсуа Лега ҡурсаулығына, Кокос утрауындағы ҡоштар ҡурсаулығына сәфәрҙәр ойошторола.

Утрауҙағы һыуҙағы күңел асыу сараларынан дайвинг, балыҡ тотоу, снорклинг, һыуҙағы спорт төрҙәре булыуы мөмкин.

Бәйләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа Утрауҙа Маврикияның ике иң ҙур мобиль элемтә операторы — Emtel һәм Orange эшләй. Төп интернет-провайдер — Mauritius Telecom. Почта бүлексәләре Порт-Матурин һәм Мон-Любенда урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Остров Родригес // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 158. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. Ҡалып:СГНЗС
  3. Ministry of Finance & Economic Development DIGEST OF DEMOGRAPHIC STATISTICS 2010 (mis). — Government of Mauritius, 2010. — Т. 31st December. — С. 29. Архивировано из первоисточника 14 ноябрь 2012.
  4. Non-Existent Domain. Архивировано 2 май 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]