Рождество Пресвятой Богородицы сиркәүе (Коныгин)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Православие ғибәҙәтханаһы Русское название=Церковь Рождества Пресвятой Богородицы
Рождество Пресвятой Богородицы сиркәүе (Коныгин)
Сиркәү 2012 йылда
Сиркәү 2012 йылда
Ил Рәсәй
Утар Коныгин,
Усть-Донецкий районы,
Ростов өлкәһе
Конфессия Православие
Епархия Волгодонск епархияһы,
Усть-Донецкое благочиние 
Төҙөлөшө 18781879 йылдар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110069000№ 6110069000
Бөгөнгө хәле эш итеүсе
Сайт Рәсми сайт

1879

Рождество Пресвятой Богородицы сиркәүе(Рождество Богородицы сиркәүе) — Ростов өлкәһе Коныгин утарындағы православие сиркәүе[1]; Волгодонск епархияһы, Донец Тамаҡ благочиниеһына ҡарай.

Усть-Донецкий районында хәҙерге ваҡытҡа тиклем һаҡланып ҡалған сиркәүҙәрҙең иң боронғоһо[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Коныгин утарына 1788 йылда нигеҙ һалына. Оҙаҡ ваҡыт ауылдың үҙ сиркәүе булмаған, шунлыҡтан утар кешеләре күрше Раздор станицаһындағы Божья Матерҙың Дон иконаһы сиркәүенә йөрөгән. Раздор сиркәүе кешеләрҙе һыйҙыра алмай башлағас, утар кешеләре Дон архиепискобына үҙ ауылдарында сиркәү төҙөүҙе юллап мөрәжәғәт иткән. Рөхсәт алынғас, ауыл халҡы сиркәү төҙөү өсөн аҡса йыя башлаған. 1877 йылғы рус-төрөк һуғышында байтаҡ ирҙәр һуғышҡа киткәс, сиркәү төҙөү эше туҡталып торған. Киләһе йылда, казактар һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, Пресвятая Богородицаның Тыуыуы хөрмәтенә бер тәхетле сиркәүҙең нигеҙ ташы һалына. 1879 йылда йорт төҙөлә һәм изгеләндерелә. 1883 йылда утар сиркәүе үҙаллы мәхәлләгә әйләнә, уға Коныгин һәм Ольховский утары табыныусылары ҡарай. 1889 йылда сиркәү тирәһе — ағас, ә 1914 йылда тимер ҡойма менән уратыла.

Октябрь революцияһынан һуң сиркәү бик ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. 19201930 йылдарҙа уның саң манараһындағы ҡыңғырауҙары йолҡоп алына, сиркәү бинаһында склад яһау планына ярашлы, тәҙрәләре таҡталар менән көпләгәнә. 1962 йылдың йәйендә Раздор станицаһындағы сиркәүҙе шартлатыусылар Коныгин утарына ла шундай маҡсат менән килә. Әммә ауыл халҡы сиркәүҙе һаҡлап ҡала. Шулай уҡ уны «хрущев» эҙәрлекләүҙәре ваҡытында ла яба алмайҙар.

СССР тарҡалғас, сиркәүҙең яңы тарихы башлана. 2003 йылда уның иҫке көмбәҙе яңы — алтын ялатылғаны менән алмаштырыла.

Адресы: Ростов өлкәһе, Усть-Донецкий районы, Коныгин утары, Соборный тыҡрығы, 24-се йорт.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]