Ростов-Главный

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Станция Ростов-Главный
Кизитеринка — Батайск
Хапры — Первомайская
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы
Ростов железнодорожный, 2013 год.jpg
ДЦС:

ДЦС-1 Ростов

Регион ж. д.:

Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәге

Оператор:

ОАО «Рәсәй тимер юлдары»

Асылған:

1869[1]

Тип:

Пассажирская

Платформалар һаны:

3 төп һәм 3 ҡала яны

Платформаның тибы:

1 эргә һәм 2 утрауҙа; ҡала яны: 1 эргә һәм 2 утрауҙа

Платформаның формаһы:

Тура

Платформанан сығыу йүнәлеше:

Вокзал яны майҙаны, төп автовокзалға, Сиверс проспектына, урамдарға: Оло Баҡса, Локомотив, Красноармейская, Привокзальная, Никитин, тыҡрыҡтарға: Вагон, Мотор

Расположение:

Дондағы Ростов, Ростов өлкәһе

Башҡа транспортҡа күсеп ултырыу:

А 3, 3а, 7, 21, 31, 33, 39, 70, 80;
Тб 1, 5, 9, 22;
Тм 1, 4.

Расстояние до Батайскка:

10 км Яндекс.Расписания

Расстояние до Кизитеринкаға:

21 км Яндекс.Расписания

Расстояние до Хапрыға:

19 км Яндекс.Расписания

Тарифная зона:

0 (Ростов-Главный)

Станция коды:

510204

Код в АСУЖТ:

510204

«Экспресс-3» коды

2064001

[{{fullurl:commons:Category:Commons-logo.svg Rostov-Glavny station Викимилектә|uselang=ru}} Станция Ростов-Главный] на Викискладе

Росто́в-Гла́вный — Төньяҡ Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге, Ростов өлкәһенең административ үҙәге булған Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан үҙәк тимер юл станцияһы. Станция үҙ эсенә ике вокзалды — Төп һәм 1962 йылда асылған Ҡала яны вокзалын ала. 2009 йылда Ҡала яны вокзалы бинаһын тамырынан реконструкциялау һәм ремонтлау тамамлана[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов вокзалына нигеҙ һалыныу датаһы 1876 йылдың ғинуар айы тип һанарға мөмкин. Тап шул саҡта ул, шул йылдарҙа булған өс тимер юл өсөн дөйөм вокзал була һәм беренсе поезды ҡабул итә. Ул заман өсөн был, ҡала һәм транспорт селтәре үҫеше перспективаларын иҫәпкә алып төҙөлгән, ҙур өс ҡатлы бина була.

Төньяҡ Кавказ тимер юлы илдең һәр ваҡыт иң кәрәкле булған пассажирҙар магистраленең береһе. 1930-сы йылдар аҙағында уҡ Ҡара диңгеҙ курорттарында һәм Кавказ Минераль Һыу курорттарында йөҙәр мең кеше ял итә. Әлбиттә, ошоға бәйле, пассажирҙар һаны ҡырҡа арта. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы бөтә пландарҙы юҡҡа сығара. 1941 йылдың көҙөндә фашист авиацияһының ҡаты һөжүменән һуң Ростов вокзалы емерелә.

Бина бер нисә тапҡыр реконструкциялауға һәм тергеҙеүгә дусар була. Беренсе «ҙур» Ростов вокзалы йөҙ йылдан ашыу тора. XX быуаттың 70-се йылдары аҙағында вокзал бинаһын, бейек ҡунаҡханаһы булған яңы вокзал төҙөргә урын азат итер өсөн, тулыһынса һүтәләр.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2004 йылда вокзалды һуңғы реконструкциялау тамамлана. Көтөү залында 600 ултыра торған урын һыйған, беренсе перронда эскәмйәләр ҡуйылған һәм сәскә түтәлдәре эшләнгән. Вокзал яны майҙанында сәскәләр ултыртылған.

2006 йылда Ростов вокзалы аша 1,5 миллиондан ашыу пассажир оҙатылған. Юл йөрөү документтары һатыуҙан килем 606,5 миллион һум самаһы тәшкил итә. 2006 йылдан алыҫҡа йөрөүсе бер нисә поезд, Ростов — Главный станцияһына эште еңеләйтеү өсөн, ҡаланың көнбайыш өлөшөндәге Ростов-Первомайский станцияһына күсерелә. Ростов-Первомайск — 100 пассажир һыйҙырышлы яңы асылған вокзал[3].

2013 йылда йәйге миҙгелдә, Ростов-Главный станцияһы аша, яңы ике системалы ЭП20 электровоздары менән 101/102, 103/104 һәм 19/20 тиҙ йөрөшлө поездарының даими рейстары башланды. Шул уҡ ваҡытта, электровоздар Мәскәүҙән Адлерға һәм Мәскәүҙән Ростовҡа тиклем һәм кирегә алмашынмай бара.

Станция буйынса ҡала яны хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың авгусына ҡарата станция буйынса түбәндәге ҡала яны поездары йөрөй:

Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың декабренә ҡарата станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе түбәндәге поездар бар:

Йыл әйләнәһенә поездар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙгелле поезд хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вокзал адресы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 344001, Рәсәй, Ростов өлкәһе, Дондағы Ростов ҡалаһы, Вокзал яны майҙаны, 1/2
  • Белешмә: +7 (863) 267-02-10; +7 (863) 238-36-00 +7 (800) 775-00-00

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]