Ростов атом электростанцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ростовская АЭС
Изображение
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урынлашҡан

Ростовская область, Волгодонск

Төҙөлә башлағын йыл

1977 год

Эксплуатацияға башланған йылы

2001 год

Эксплуатациялаусы ойошма

Росэнергоатом

Төп характеристикалар
Электр ҡеүәте

4030 МВт

Ҡорамалдар характеристикаһы
Энергоблоктар һаны

4

Реакторҙар тибы

ВВЭР-1000

Эксплуатациялағы реакторҙар

4

Прочая информация
Сайт

Ростовская АЭС

Картала
Ростовская АЭС (Рәсәй)
Красная точка
Ростовская АЭС

Ростов атом электростанцияһыРәсәйҙә АЭС, Ростов өлкәһендә Волгодонск ҡалаһынан 16 км алыҫлыҡта Цимлянск һыуһаҡлағысының ярында урынлашҡан. Ғәмәлдәге дүрт электроблоктың электр ҡеүәте 4,03 ГВт тәшкил итә. Бөтә реакторҙары — ВВЭР-1000[1].

2001 йылдан 2010 йылға тиклем станция «Волгодонск АЭС-ы» тип атала, икенсе энергоблокты ебәреү менән станция ҡабаттан «Ростов АЭС-ы» тип атала башлай[2].

2017 йылда Ростов атом станцияһы бишенсе тапҡыр хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшыһы булып таныла. Быға тиклем 2005, 2008, 2010, 2014 йылдарҙа ла шулай була[3].

Структураһы һәм эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов АЭС-ы Көньяҡ Рәсәй энергетикаһының иң эре предприятиеларының береһе булып тора, ул был төбәктә 30 проценттан ашыу йыллыҡ электр энергияны тәьмин итә[4]. Ростов АЭС-ының электр энергияһы Көньяҡ Рәсәйҙең Берләшкән энергетика системаһына инә, уның составына шулай уҡ 13 төбәк энергетика системаһы — Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ федераль округы инә[5]. Тәүлегенә 102 млн ашыу кВт⋅сәғәт электр энергияһы етештерелә. 2018 йылда АЭС 29 миллиард 369 млн 594 мең кВт сәғәт электр энергияһы етештергән. Билдәләнгән ҡеүәттең ҡулланыу коэффициенты 89,70 % тәшкил иткән. Эшләй башлауынан алып (2001 йылдан) электростанция 240,5 млрд ашыу кВт⋅ сәғәт электр энергияһы етештергән[6].

Ростов АЭС-ы «Росэнергоатом концерны» акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булып тора, ул «Росатом» дәүләт корпорацияһының электроэнергетик дивизионына инә һәм Рәсәйҙең электроэнергетик тармаҡтарының иң ҙур предприятиеларының береһе була[7].

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1979 — проект раҫлана, уға ярашлы, станция, һәр береһе 1 ГВт булған 4 энергоблоктан торорға тейеш, төҙөлөш эштәре 1977 йылда.башлана

1985 — 1-се энергоблок төҙөлөшө тамамланыу стадияһына инә. Төҙөлөштөң әүҙемлеге майҙансыҡта эшселәр һәм инженерҙарҙың артыуын талап итә, ә АЭС янындағы эшселәр ҡаласығы һәм дөйөм ятаҡтарҙа урын етмәй башлай. Ошо сәбәпле Подгоры ҡаласығы барлыҡҡа килә[8]. 1990 — йәмәғәтселек фекере баҫымы аҫтында төҙөлөш туҡтатыла, ә 1-се блоктың әҙерлеге , ул мәлдә 95 % тиерлек тәшкил итә, икенсеһе — яҡынса 20 %, станцияға Ҡырым АЭС-ының яҙмышын ҡабатлау ҡурҡынысы янай. 1998, апрель — Волгодонск ҡалаһы Думаһы депутаттары ҡарары менән Ростов АЭС-ын төҙөү яңыртыла.

  • 1998 — ике экология экспертизаһынан һуң станция проектына төҙәтмәләр индерелә (энергоблоктар һаны икегә тиклем ҡыҫҡартыла).

2000, 10 май — Рәсәй дәүләт атом надзорынан Ростов АЭС-ының ВВЭР-1000 реакторы менән 1-се энергоблогын төҙөүгә лицензия бирелә. Лицензия алыу менән Ростов АЭС-ы рәсми төҙөлөүсе атом электростанцияһы була.

  • 2001, 30 март — станцияның ВВЭР-1000 реакторы менән беренсе энергоблогы селтәргә индерелә.

2002 — 2-се энергоблокты төҙөү

  • 2005 — икенсе энергоблок төҙөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйыла. Энергоблок төҙөүҙө тамамлау һәм файҙаланыуға тапшырыу киләһе 2009 йылға күсерелә.
  • 2009 йыл, февраль — 3-сө һәм 4-се энергоблоктарҙы төҙөү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Яңы блоктарҙы ебәреү 2014 һәм 2016 йылдарға планлаштырыла.
  • 2009, июнь — Ростехнадзор 3-сө һәм 4-се энергоблоктарҙы төҙөү өсөн лицензия бирә
  • 2009 —тулы масштаблы 3-сө энергоблок төҙөлә башлай
  • 2009, 19 декабрь — 2-се энергоблок файҙаланыуға тапшырыла[9].
  • 2010 йыл, 18 март — икенсе станцияһында энергоблок реакторы менән ВВЭР-1000 рәсәй берҙәм энергетика системаһы индерелә.
  • 2010 йыл, июнь —масштаблы 4-се энергоблок төҙөлә башлай
  • 2010, 10 декабрь — Ростов АЭС-ының 2 энергоблогын сәнәғәт файҙаланыуына индереү буйынса рөхсәткә ҡул ҡуйыла
  • 2014, 14 ноябрь — 3-сө энергоблок файҙаланыуға тапшырыла[10].
  • 2014 йыл, 7 декабрь —3-сө энергоблоктың реакторында идара ителмәле сылбырлы реакция сафҡа инә.
  • 2014 йыл, 27 декабрь —3-сө энергоблок Рәсәй энергосистемаһына тоташтырыла[11].
  • 2014, 27 декабря — энергоблок № 3 подключён к энергосистеме России[12].
  • 2015, 20 июнь — Ростов АЭС-ына 4-се энергоблок өсөн реактор корпусы килә[13].
  • 2015, 14 июль —3-сө энергоблок тулы ҡеүәтенә файҙаланыла.
  • 2015, 17 сентябрь — 3-сө энергоблок сәнәғәт файҙаланыуына ҡабул ителә[14].
  • 2017, 6 декабрь — 4-се энергоблок сафҡа инә башлай
  • 2017, 29 декабрь — 4-се энергоблоктың реакторында идара ителмәле сылбырлы реакция сафҡа инә[15].
  • 2018, 1 февраль —4-се энергоблок Рәсәй энергосистемаһына тоташтырыла[16].
  • 2018, 14 апрель — 4-се энергоблок тулы ҡеүәтенә сафҡа инә[17]
  • 2018, 28 сентябрь — 4-се энергоблок сәнәғәт файҙаланыуына ҡабул ителә[18].


1-се энергоблок

Ростов АЭС-ының 1-се энергоблогында машина залы

Ростов АЭС-ының беренсе энергоблогы сәнәғәт файҙаланыуына 2001 йылдың декабрендә индерелә. Энергоблоктың билдәләнгән 1000 МВт ҡеүәте (йылылыҡ ҡеүәте 3000 МВт) ВВЭР-1000 реакторы менән тәьмин ителә. 2009 йылдан беренсе энергоблок 104 % (3200 МВт) йылылыҡ ҡеүәте кимәлендә эшләй.


АЭС энергоблогының схемаһы ике циркуляция контурынан тора

1. 4 элмәктән торған төп циркуляция контуры (ГЦК йәки 1-се контур). Төп циркуляция контурына реактор, төп циркуляция үткәргес торбалары, элмәк һаны буйынса пар генераторы, шулай уҡ баҫымдың компенсация системаһы инә. Төп циркуляция контуры ябыҡ тора, реакторҙан йылылыҡты кире ҡағыу һәм уны икенсе контур һыуға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән.

2. Эш (2-се контур) контуры киҫкен парҙың пар үткәргесен, конденсациялау установкалары менән турбогенераторҙы, деаэраторҙы, шулай уҡ төп конденсат һәм конденсат насостары һәм йылылыҡ регенерацияһы системаһынан торған туҡлыҡлы һыу трактарын тәшкил итә. Икенсе контур пар етештереү, уны турбинаға тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән. Икенсе контур йомоҡ, радиоактив түгел.

2-се энергоблок

Цимлянск һыуһаҡлағысы яғынан Ростов АЭС-ы күренеше

Ростов АЭС-ының 3-сө энергоблогы илдең көньяғында иң ҙур инвестиция проекттарының береһе. Төҙөлөш эштәре 2009 йылда башлана һәм 2014 йылда тамамлана. Икенсе энергоблоктың төҙөлөш майҙанында 7 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.

2009 йылда икенсе энергблоктың майҙанында төп төҙөлөш эштәре тамамлана.

3-сө энергоблок

3-сө энергоблоктың башҡарыусы блок ҡалҡаны

Ростов АЭС-ының 3 -сө энергоблогын төҙөү — илдең көньяғында иң ҙур инвестиция проекттарының береһе була. 2009 йылда төҙөлөш эштәре башлана һәм 2014 йылда тамамлана.

2014 йылдың 14 ноябрендә өсөнсө блоктың реакторы сафҡа инә[19].

2014 йылдың 7 декабрендә реакторҙа идара ителмәле сылбырлы реакция сафҡа индерелә, шунан һуң уңышлы минималь ҡеүәтенә ебәрелә[11].

2015 йылдың 14 июлендә 3-сө энергоблок 100 % ҡеүәтенә сафҡа индерелә.

2018 йылдың 17 сентябрендә 4 -се энергоблок сәнәғәт файҙаланыуына ҡабул ителә[20].

4-се энергоблок

Ростов АЭС. Энергоблок № 4

4-се энергоблок 2010 йылда төҙөлә башлай

2015 йылдың 20 июнендә Ростов АЭС-ының 4 энергоблогы өсөн реактор корпусы килә[13]. 2015 йылдың ноябрь аҙағында ул штатлы хәлгә ҡуйыла[21].

2015 йылдың декабре аҙағында 4-се блокҡа бөтә дүрт пар генераторы ҡуйыла[22].

2018 йылдың 14 апрелендә Ростов АЭС-ының 4-се энергоблогы беренсе тапҡыр тулы ҡеүәтенә сығарыла. Ай дауамында, энергоблок ҡоролмаларының тулы ҡеүәтенә һынауҙар үткәрелгәндән һуң , блокты сәнәғәт файҙаланыуына әҙерләй башлайҙар[23]

Энергоблоктар тураһында мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Энергоблок Реакторҙар төрө Ҡеүәте Төҙөлөш башы Энергетик ебәреш Сафҡа индереү Ябыу
Таҙа Брутто
Ростов-1[24] ВВЭР-1000/320 950 МВт 1000 МВт 01.09.1981 30.03.2001 25.12.2001 2031 (план)
Ростов-2[25] ВВЭР-1000/320 950 МВт 1000 МВт 01.05.1983 18.03.2010 10.12.2010 2040 (план)
Ростов-3[26] ВВЭР-1000/320 950 МВт 1000 МВт 15.09.2009 27.12.2014 17.09.2015 2045 (план)
Ростов-4[27] ВВЭР-1000/320 1011 МВт 1030 МВт 16.06.2010 01.02.2018 28.09.2018 2048 (план)

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Станции и проекты. www.rosenergoatom.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019. 2019 йыл 2 февраль архивланған.
  2. Ростовская АЭС: название возвращается(недоступная ссылка) // ОАО «Концерн Росэнергоатом», 30.04.2010
  3. Ростовская АЭС стала в 2017 году лучшей среди атомных станций России по культуре безопасности. www.rosenergoatom.ru. Дата обращения: 6 февраль 2018. 2018 йыл 7 февраль архивланған.
  4. Энергоблок №4 Ростовской АЭС за первый год работы выработал 7 млрд кВтч электроэнергии. www.rosenergoatom.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019. 2019 йыл 2 февраль архивланған.
  5. Ростовская АЭС на 7,8% перевыполнила план января по выработке электроэнергии. 2019 йыл 4 февраль архивланған.
  6. В 2018 году Ростовская АЭС выработала свыше 29 млрд кВт.ч электроэнергии. www.rosenergoatom.ru. Дата обращения: 7 февраль 2018. 2019 йыл 29 ғинуар архивланған.
  7. О концерне. www.rosenergoatom.ru. Дата обращения: 7 февраль 2018. 2018 йыл 1 февраль архивланған.
  8. Подгоры — посёлок, исчезнувший под Волгодонском
  9. Произведён физический пуск реактора 2-го энергоблока Ростовской АЭС. REGNUM (19 декабрь 2009). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 19 февраль 2012 года.
  10. На Ростовской АЭС начали запуск третьего энергоблока //
  11. 11,0 11,1 Реактор 3-го блока РостАЭС вышел на минимально контролируемую мощность.
  12. Третий блок Ростовской АЭС подключён к энергосистеме России //
  13. 13,0 13,1 Корпус реактора для энергоблока № 4 прибыл на Ростовскую АЭС
  14. Третий энергоблок Ростовской АЭС принят в промышленную эксплуатацию. www.seogan.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  15. На Ростовской АЭС запущен ядерный реактор нового энергоблока. РБК. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  16. Путин дал старт работе четвертого энергоблока Ростовской АЭС. ТАСС. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  17. Ростовская АЭС: новый энергоблок №4 выведен на 100% мощности. www.rosenergoatom.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019. 2019 йыл 2 февраль архивланған.
  18. Росэнергоатом: энергоблок №4 Ростовской АЭС введен в промышленную эксплуатацию на 3 месяца раньше планового срока. www.rosatom.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  19. На Ростовской АЭС состоялся физический пуск третьего энергоблока / Телекомпания ВТВ. volgodonsk-media.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  20. Энергоблок №3 Ростовской АЭС принят в промышленную эксплуатацию. Атомная энергия 2.0 (21 сентябрь 2015). Дата обращения: 1 февраль 2019.
  21. На энергоблоке №4 Ростовской АЭС на штатное место установлен корпус реактора. www.seogan.ru. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  22. На 4-м блоке Ростовской АЭС установлены все четыре парогенератора. volgodonsk.news. Дата обращения: 1 февраль 2019.
  23. Новый энергоблок № 4 Ростовской АЭС выведен на полную мощность
  24. ROSTOV-1
  25. ROSTOV-2
  26. ROSTOV-3
  27. ROSTOV-4