Ростов диңгеҙ сауҙа порты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сауҙа һәм пассажир диңгеҙ порты
Ростов диңгеҙ сауҙа порты
местонахождение

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Дондағы Ростов

тауар әйленеше

11,6 млн.т (+12.1%) (2015[1])

үткәреү мөмкинлеге

15 716,05 тыс.т в год[2]

навигация осоро

яҙ-йәй-көҙ

причалдар иҫәбе һәм оҙонлоғо

56 ед., 9 348,56 п.м[2]

Өҫтәмә мәғлүмәт
стивидоры

24

яҡындағы тимер юл станцияһы

Батайск-Сортировочная

яҡындағы аэропорт

Дондағы Ростов

[1]

Ростов сауҙа порты — Ростов ҡалаһында урынлашан сауҙа порты.

Порт тарихы

Дондағы Ростов ҡалаһындағы портҡа 1750 йылда нигеҙ һалынған. Рәсәй порттарының иң элеккеһебулып тора, шулай уҡ илебеҙҙең көньяғында тышҡы сауҙа үҙәге тип һанала.

Тиҙ арала мөһим йөк бушатыу пунктына әйләнгән Ростов порты Темерницкий порты вариҫы булған. Үҙенең порт хужалығын даими киңәйтеп, йөк һәм сауҙа суднолары әйләнешен үҫтереп, порт дон судно йөрөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Рәсәй тимер, аҙыҡ-түлек, етен киндере, пенька һәм парусина экспортының сиреге Рәсәйгә тура килгән, шарап, емеш, сәтләүек, йөн, тәмәке һәм ҡыҙыл ағас импортланған.1768 йылда адмирал А. Н. Синявин етәкләгән ағас суднолар өсөн верфь төҙөү башланған.

XIX быуатта Ростов порты Рәсәйҙең иген йөктәрен төп экспорлаусы. Йөк әйләнеше үҫеше суднолар йөрөшөнә һәм түбәнге Донда суднолар төҙөү үҫешен тиҙләтеүгә булышлыҡ иткән. Был ваҡытта донъяла интенсив рәүештә паровой флот үҫә, Ростов та ҡалышмай. 1839 йылда Ростов портында паровой суднолар йөрөшө эраһы башлана[4].

XX быуат башында Ростов порты Аҙау-Ҡара диңгеҙ буйы бассейнында иң мөһим порттарҙың береһе булыуын дауам иткән. Йөк әйләнеше уңышы «тимер юл – йылға – диңгеҙ» траспорт развязкаһы аша тормошҡа ашырылған. 1912 йылғы навигацияла портҡа килгән судноларҙың дөйөм һаны 7 мең берәмек, шуның 40%-ҡа яҡыны – йылға һәм 60% – диңгеҙ, йөк әйләнеше ― 3 млн-ға яҡын тонна тәшкил иткән. Ул ваҡытта портҡа 176 судно беркетелгән булған. Портта хеҙмәтләндереү эшендә 102 судно файҙаланылған. Әйләндереп асылған тимер юл күпере аҫтынан былтыр 11 меңдән ашыу судно үткән[5].

Ростов портының әһәмиәте В. И. Ленин исемендәге Волга-Дон суднолар йөрөү каналы эксплуатацияға индерелгәс, шулай уҡ РСФСР Европа өлөшөндәге Берҙәм тәрән һыу системаһын булдырылғас үҫкән.

ХХ быуат аҙағында йөктәр номенклатураһы һәм йөк ағымы йүнәлеше тамырынан үҙгәргән, ә бизнес-проекттар үҫеше төрлө тәғәйенләнешле импорт-экспорт тауаҙарын бушатыуҙы тәьмин итеүсе яңы порт ҡеүәттәре талап иткән. Шул ваҡытта Дондағы Ростов порты берҙән бер акционер йәмғиәте - «Ростов порты» ААЙ-нә (ОАО) ҡараған өс йөк терминалына эйә булған. Бөгөнгө көндә портта 19 стивидорлы компания эшләй.

РФ Хөкүмәтенең 2010 йылдың 14 июле 1160-р Ҡарары менән диңгеҙ порты статусы алған. Ул сит ил флагы аҫтындағы судноларҙы ҡабул итә, дәүләт сиген аса һәм яба алған. Порттың 54 причалы һәм оҙонлоғо 8 978,9 метр булған причал стенкаһы бар. Стивидорҙарҙың дөйөм һаны — 24. Тауар әйләнеше буйынса ул Рәсәйҙең ун-ун биш иң эре диңгеҙ порттарына ҡарай. Структура яғынан ул «Ростов порты» акционер йәмғиәтенә ҡараған порт ҡоролмаларынан[6], ООО «Ростовский универсальный порт» (РУП)[7] һәм башҡа компанияларҙың үҙ причалдарынан тора.

Ростов порты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территориаль бойондороҡһоҙ дүрт йөк районына эйә:

  • 1-се йөк районы[8] (үҙәк йөк районы) — Дондағы Ростов ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан (Дон йылғаһының уң яҡ ярында, нахичевань ҡылымығы - протогы),
  • 2-се йөк районы[9] (Алекандровский сүмесе - ковш, Дон йылғаһының һул ярында),
  • 3-сө йөк районы[10] (Ростов сүмесе - ковш, на левом берегу Дон йылғаһының һул ярында),
  • 4-се йөк районы[11] («Йылға аръяғы» промзонаһында, на левом берегу Дон йылғаһының һул ярында).

«Ростов порты» акционер йәмғиәтенең ҡеүәттәре түбәндәге йылға-диңгеҙ тибындағы: Волга-Балт, Волга-Дон (судно тибы), Сормовский, Себер, Омский, Амур һ. б. йөк ауырлығы 5 меңгә тигеҙ булған 16 судноны, шул иҫәптән шуға оҡшаған характеристикалы һәм осадкаһы 4 метр булған сит ил судноларын бер үк ваҡытта эшкәртеү мөмкинлеген бирә. Дондағы Ростов ҡалаһының генпланы буйынса Үҙәк йөк районын ҡала үҙәгенән сығарыу планлаштырыла.

Ростов универсаль порты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект буйынса Ростов универсаль порты «Йылға аръяғы» («Заречная») промзонаһында, Дон йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан өс йөк районынан тора:

  • 1-се йөк районы,
  • 2-се йөк районы,
  • 3-сө йөк районы (проекты төҙөлөп ята) — канал менән тоташтырыу һәм иҫке карьерҙы булған йөк райондары янында киңәйтеү планлаштырыла.

2014 йылға порт 100 га майҙанды биләгән контейнер (Дондағы Ростов — Истанбул маршруты буйынса контейнер һыҙаты менән аҙнаға бер тапҡыр килтерелә), күмер, иген һәм йөктәр терминалдарына, причал стенаһы 1150 метр оҙонлоғонда, асыҡ келәт майҙандары 90 мең кв.м. булған 7 причалға эйә.

3-сө йөк районын артабан үҫтереү һәм төҙөү 27-гә яҡын универсаль һәм махсуслаштырылған причал комплекстары булдырыу, порт майҙанын 400 гектарға саҡлы үҫтереү мөмкинлеген бирҙе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 20.05.2008 й. 377-се ҡарары буйынса, «„РУП“ МТЛУ-ның үҫеше» инвестиция проектына дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге статус бирелде. Бынан тыш «Рәсәй транспорт системаһы үҫеше» федераль маҡсатлы программаһына (2010—2015 йй. һәм 2020 й. саҡлы) индерелгән. Порттың проект ҡеүәте йылына 16 млн тонна.

Башҡа причалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауарҙарын йөрөтөү маҡсатында файҙаланыу өсөн производство компанияларының үҙ причалдары бар:

  • «Көньяҡ Русь» май экстракциялау заводы («Йылға аръяғы» («Заречная») промзонаһы)
  • «Көньяҡ Русь» нефть продукттарын бушатыу терминалы («Заречная» промзонаһы, Аҙау диңгеҙенә табан, Нижнегниловский күпере аръяғында)
  • «Астон» ААЙ («Заречная» промзонаһы)
  • Дон причалы («Заречная» промзонаһы)
  • Каргил («Заречная» помзонаһы)
  • «Дондағы Ростов икмәк продукттары комбинаты» ААЙ (Ростовский ковш)
  • Ростовтың «Прибой» судно ремонтлау заводы (Ростовский ковш)
  • Ростовтың «Маяҡ» судно ремонтлау заводы («Заречная» промзонаһы)
Ростов диңгеҙ сауҙа порты панорамаһы: һулда — «Көньяҡ Русь» причалдары, «Астон», уңда — Ростов портының 4-се йөк районы һәм артабан уңғараҡ — РУП

Порттағы тауар әйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2009: 6,166 млн. тонн.
  • 2010: 7,713 млн. тонн.
  • 2011: 10,4 млн. тонн.
  • 2012: 11,1 млн. тонн. (+8,0 %)[12].
  • 2013: 10,8 млн. тонн. (-2,7%)
  • 2014: 10,4 млн. тонн. (-4,5%)[13]
  • 2015: 11,6 млн тонн (+12,1%)[1].

Тағы ла ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Грузооборот морских портов России за январь-декабрь 2015 г
  2. 2,0 2,1 Дондағы Ростов порты. Реестр морских портов. Дата обращения: 26 июль 2015. 2015 йыл 13 июнь архивланған.
  3. Служба капитана морского порта Ростов-на-Дону. Дата обращения: 26 июль 2015.
  4. Морской порт Ростов-на-Дону: становление и развитие - Морские вести России. www.morvesti.ru.
  5. Морской порт Ростов-на-Дону: становление и развитие - Морские вести России. www.morvesti.ru.
  6. ОАО Ростовский порт (речной порт) — экспедирование грузов, фрахт, погрузки
  7. Ростовский универсальный порт
  8. Первый грузовой район (Центральный грузовой район) 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  9. Второй грузовой район (Аксайский ковш) 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  10. Третий грузовой район (Ростовский ковш) 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  11. Четвертый грузовой район (Промзона «Заречная») 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  12. Грузооборот морских портов России за 2012 г
  13. Грузооборот морских портов России за 2014 г

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Морские порты России