Ростов дәүләт ҡурсаҡ театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. С. Былков исемендәге Ростов Дәүләт Ҡурсаҡ театры
Эшләй башлаған

1935

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Дондағы Ростов, Рәсәй

Етәкселәре
Директоры

Андрей Владимирович Крат

Ссылки

rgtk.ru

 В. С. Былков исемендәге Ростов Дәүләт Ҡурсаҡ театры Викимилектә

Ростов дәүләт ҡурсаҡ театры — Дондағы Ростовта 1935 йылда нигеҙ һалынған ҡурсаҡ театры.

Театрҙың тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов дәүләт ҡурсаҡ театры илдәге иң боронғо ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Уның тарихы XX быуаттың 20-се йылдарында уҡ балалар өсөн эшләй башлаған ҡурсаҡсылар төркөмөнән башлана. Улар араһында М. Кушнаренко, Н. Смирнова, А. Дора һәм башҡалар була. Ҡурсаҡсылар шул тиклем уңышлы, илһамланып һәм талантлы уйнай, хатта Азов-Ҡара диңгеҙ комсомол край комитеты ҡурсаҡ театры төҙөргә ҡарар итә. Тәү башлап ҡурсаҡ театры тамашасылар өсөн ишеген 1935 йылда аса. Был театрҙың спектаклдәрендә Дон крайы халҡының бер нисә быуыны үҫә. Өлкәнәйгәс, үҙҙәренең баласаҡ театрына балаларын һәм ейәндәрен алып килә.

Төрлө йылдарҙа театр менән билдәле режиссёрҙар: Борис Сахновский — Константин Сергеевич Станиславскийҙың уҡыусыһы, Леонид Стельмахович — Всеволод Эмильевич Мейерхольдтың уҡыусыһы етәкселек итә.

Театрҙың художество етәксеһе булып 35 йылдан артыҡ С. В. Образцовтың уҡыусыһы — Былков Владимир Сергеевич эшләй.

Театрҙың тарихы уның асылыу башланғысында торған һоҡланғыс артистарҙы хәтерендә һаҡлай. Улар араһында: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы С. Исаева, М. Кушнаренко (ейәнсәре Елена Мельпоменаға уңышлы хеҙмәт итеүен дауам итә), С. Улыбашев, Л. Чубков, Г. Пидько, А. Деркач һәм башҡа бик күптәр.

Театр эшләгән осорҙа биш меңдән артыҡ спектакль ҡуйыла[1].

Театрҙың ҡыуылып сығыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Театрҙың әлеге бинаһы 1960-сы йылдарҙың уртаһында, емерелгән Благовещение грек сиркәүе урынына төҙөлгән була. Благовещение грек сиркәүе бында 1909 йылдан алып эшләп килә. 1930-сы йылдарҙа балаларҙың техник станцияһына үҙгәртеп ҡорола. Ҡурсаҡ театрын төҙөү сиркәү фундаментында, емергәндә һаҡланып ҡалған сиркәү стеналарын өлөшләтә ҡулланып башҡарыла[2].

Ҡурсаҡ театрын бинаһынан ҡыуып сығарыу идеяһы 2000-се йылдар башында тыуа. Был идеяны ҡурсаҡ театрының элекке грек сиркәүе урынында урынлашыуы менән нигеҙләйҙәр[1]. Һуңғараҡ ҡала властары сиркәү төҙөү өсөн алыҫ түгел, халыҡ өсөн асыҡ китапхана эргәһендә урын бирә[1]. Ләкин бер аҙҙан епархия Ростов өлкәһенең милек мөнәсәбәттәре министерствоһына, сиркәү ерҙәрен кире ҡайтарып биреү тураһындағы законға һылтанып, бинаны ҡайтарып биреү талабы менән мөрәжәғәт итә[1].

2014 йылдың майында «Крәҫтиән» Нәшриәт йорто (Дондағы Ростов), Ростов дәүләт ҡурсаҡ театрын Ростов епархияһы дәғүә иткән бинанан ҡыуып сығарыуға юл ҡуймаҫ өсөн, ҡултамға йыйыу ойоштора[3]. 2016 йылдың март башында губернатор урынбаҫары С. Бондарев театрҙың бинаһы Ростов Православие сиркәүенә бирелә тип белдерә. Театр Ҡыҙыл армия урамындағы бинаға 2019 йылдың 30 октябренән ҡалмай күсергә тейеш була[4].

Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]