Ротенбург-об-дер-Таубер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ротенбург-об-дер-Таубер
нем. Rothenburg ob der Tauber
Герб
Wappen Rothenburg ob der Tauber.svg
Рәсем
Рәсми атамаһы Rothenburg ob der Tauber
Ҡыҫҡаса атамаһы Rob[1] һәм ROT
Хөрмәтенә аталған Alte Burg[d]
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия[2]
Административ-территориаль берәмек Ансбах[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Таубер[d]
Хөкүмәт башлығы Heinrich Toppler[d], Georg Nusch[d], Johann Georg Styrzel[d], Johann Friedrich Christoph Schrag[d], Julius Wächter[d], Karl Mann[d] һәм Friedrich Hörner[d]
Ойошма ағзаһы Мэры за мир[d][3] һәм Bayerischer Städtetag[d][4]
Халыҡ һаны 11 238 кеше (31 декабрь 2021)[5]
Административ рәүештә бүленә Bettenfeld[d], Bronnenmühle[d], Q992531?, Burgstall[d], Detwang[d], Dürrenhof[d], Fuchsmühle[d], Haltenmühle[d], Hammerschmiede[d], Hansrödermühle[d], Q1553462?, Herrenmühle[d], Q1614343?, Gutshof Hohbach[d], Q1159813?, Kaiserstuhl[d], Langenmühle[d], Leuzenbronn[d], Ludlesmühle[d], Lukasrödermühle[d], Q1940291?, Obere Walkmühle[d], Q2010463?, Q1477529?, Sankt Leonhard[d], Schandhof[d], Q2245341?, Schmelzmühle[d], Q2799920?, Schwarzenmühle[d], Siechenmühle[d], Q2801848?, Q1521054?, Untere Walkmühle[d], Vorbach (Rothenburg ob der Tauber)[d], Weißenmühle[d], Wildbad Rothenburg[d] һәм Q198667?
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 430 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Туғандаш ҡала Атис-Монс[d], Суздаль[d] һәм Монтаньяна[d]
Сиктәш Штайнсфельд[d], Нойзиц[d], Гебзаттель[d], Инзинген[d], Рот-ам-Зе[d], Блауфельден[d], Шроцберг[d] һәм Креглинген[d]
Архивы хранятся в Stadtarchiv Rothenburg o.d.T.[d]
Майҙаны 41,67 км² (31 декабрь 2017)[6]
Почта индексы 91541
Рәсми сайт rothenburg.de
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Панорамный вид
Һәйкәлдәр исемлеге Q1833146?
Урындағы телефон коды 09861
Номер тамғаһы коды AN һәм ROT
Категория для видов элемента Category:Views of Rothenburg ob der Tauber[d]
Commons-logo.svg Ротенбург-об-дер-Таубер Викимилектә

Ротенбург-об-дер-Таубер — Германия ҡалаһы, Бавария ерендәге район үҙәге.

Ҡала Урта Фракония административ округына буйһона, Ансбах районы составында тора. 11 025 кеше халыҡ һанын тәшкил итә (2010 йылдың 31 декабренә ҡарата)[7]. 41,45 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 5 71 09 193.

Ҡала 38 районға бүленгән.

Туғанлашҡан ҡалаһы Рәсәй: Суздаль.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнсығыш Фраконияның Рейнгер исемле дворяны 970 йылда Детвангта сиркәү мәхәлләһенә нигеҙ һала. Ул Таубер йылғаһына ослайып сығып торған тауҙағы Графенбург ҡалаһында һәм Швебиш Галь ҡалаһында замоктар төҙөй.

  • 1108 йыл — граф Ротенбургтар ғаиләһенең һуңғы вәкиле вафат була. Граф Генрих бөтә мөлкәтен тиерлекКомбург монастырына васыят итеп ҡалдыра. Үҙе бары тик бәләкәй генә Ротенбургта йәшәй. Император Генрих V уның мираҫ хоҡуғын раҫлауҙан баш тарта.
  • 1116 йыл — император Ротенбургты үҙенең туғаны герцог Конрад Швабҡа тапшыра. Шулай итеп, ҡалаГогенштауфендар династияһына күсә.
  • 1137 йыл — Конрад Германия короле Конрад III булып китә һәм үҙ ғаиләһен Ротенбургҡа күсерә.
  • 1152 йылда Конрад III вафат булған мәлдә уның улы Конрад Фридрихҡа барлығы 8 йәш кенә була. Шуға күрә уның урынын ил менән ике туған ағаһы Фридрих Барбаросса идара итә.
  • 1157 йыл — 13 йәшендә Вюрцбургта Фридрих рыцарлыҡҡа ҡабул ителә. Фридрих I Барбаросса Конрадҡа Ротенбург герцогы исемен бирә һәм Швабия менән Көнсығыш Фраконияны бүләк итә. . Фридрих үҙе Ротенбургтағы күркәм йортта йәшәй һәм Генрих Лев ҡыҙына өйләнә.
  • 1172 йыл — Ротенбургҡа ҡала статусы бирелә. Уның тирәләй беренсе фортификация ҡоролмалары төҙөлә.
  • 1250 йыл — готика ратушаһына тәүге нигеҙ ташы һалынаа.
  • 1274 йыл — Ротенбург император ирекле ҡалаһына әйләнә.
  • 1311 йылда Изге Иаков сиркәүе төҙөлә башлай.
  • 1339 йыл — Бавария императоры IV Людовик Ротенбургҡа союздар төҙөү хоҡуғын бирә.
  • 1352 йыл — Ротенбург империянан бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшә һәм үҙенең енәйәт судын индерә.
  • 1356 йыл — ер тетрәүҙән ҡаланың ике оборона линияһы тулыһынса тиерлек емерелә.

1400 йылда Генрих Топплер бургомистр булған саҡта ҡала яңынан сәскә атыу осорон кисерә.

  • 1501 йыл— готика ратушаһының һул ҡанаты янғындан юҡҡа сыға.
  • 1520 йыл — ҡаланан йәһүд халҡы ҡыуыла, синагога һәм йәһүд зыяраттары емерелә.
  • 1525 йыл — бер нисә йыл дауамында протестантлыҡ культы булғандан һуң, яңынан католикса ғибәҙәт ҡылыу кире ҡайтарыла.
Ротенбург-об-дер-Таубер ҡалаһы бомбардировканан һуң, 1945 йыл
  • 1608 йыл —христиан динендәге фюрсттар (герман кенәздәре) һәм ҡалалар Уния барлыҡҡа килтерә.
  • 1618 йыл — Ротенбургта Уния йыйыла. Утыҙ йыллыҡ һуғыш башлана.
  • 1645 йыл — ҡаланы ҡамау, пушка утына тотоу, ә һуңынан ҡаланы француз ғәскәре баҫып ала.
  • 1648 йыл — солох килешеүенә ҡул ҡуйғанда бөлгөнлөккә төшкән ҡала, 50 000 гульден бурысҡа алып, контрибуция түләй.
  • 1650 йыл — һуңғы һалдаттар ҡаланы ташлап китә. Ротенбург ҙур роль уйнаған ҡалаи булыуҙан туҡтай һәм провинциаль ҡалаға әйләнә.
  • 1802 йыл — ҡала бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм Баварияға административ буйһона.
  • 1945 йыл — бомбардировка һөҙөмтәһендә ҡала өлөшө емерелә. Һуңыраҡ иҫке стилдә тергеҙелә. Финанс ярҙамы ҡаланың емерелгән оборона ҡоролмаларын тергеҙергә мөмкинлек бирә.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ротенбург баҙар майҙанында урынлашҡан, 60 метр бейеклектәге башня. Ратуша үҙ эсенә готик стиль һәм ренессанс стилен ала. Бик бәләкәй генә күҙәтеү майҙансығынан ҡаланың күренеше асылып тора.

Ратуша башняһы
  • Изге Иаков сиркәүе (нем. St.-Jakobs-Kirche)

Сиркәү готика стилендәге базилика сифатында 1311—1322 йылдарҙа төҙөлгән..

Изге Иаков сиркәүе
Ротенбург-об-дер-Таубер ҡалаһының Изге Иаков сиркәүендәге орган
  • Император ҡалаһы музейы (нем. Reichsstadtmuseum)
  • Криминалистика урта быуат музейы (нем. Mittelalterliches Kriminalmuseum)
  • Иҫке Ротенбург һөнәрсе йорто (нем. Alt-Rothenburger Handwerkerhäuschen)
  • немец раштыуа музейы (нем. Deutsches Weihnachtsmuseum)
  • Герлах тимерлеге (нем. Gerlachschmiede)


Фотоһүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]