Эстәлеккә күсергә

Рочегов Александр Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рочегов Александр Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 (19) февраль 1917
Тыуған урыны Баҡы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө рәссам, архитектор
Эшмәкәрлек төрө архитектура[1]
Уҡыу йорто И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Почёт ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены премия Совета Министров СССР народный архитектор СССР Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Рочегов Александр Григорьевич Викимилектә

Рочегов Алекса́ндр Григо́рьевич (6 (19) февраль 1917, Баҡы2 декабрь 1998, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй архитекторыю Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2]. СССР-ҙың халыҡ архитекторы (1991). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1990).

Александр Григорьевич Рочегов Баҡыла (хәҙерге Әзербайжанда) тыуған.

1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм яраланып, демобилизациялана[3].

1943 йылда — Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтын, 1944 йылда аспирантураны тамамлай.

1944—1949 йылдарҙа СССР Министрҙар Советының Архитектура эштәре буйынса комитеты Дәүләт архитектура оҫтаханаларында Л.М.Поляковта өлкән архитектор, төркөм етәксеһе, 1949—1950 йылдарҙа —СССР Төҙөлөш министрлығының 2-се проект институты ҡарамағындағы Мәскәү ҡалаһында Комсомол майҙанында бейек бинаны проектлау бюроһында, 1951—1960 йылдарҙа СССР Энергетика министрлығының «Гидропроект» институтында эшләй. 1949—1959 йылдарҙа Мәскәүҙә «Ленинград» ҡунаҡханаһы бинаһын проектлау буйынса төркөм етәксеһе була.

1960—1963 йылдарҙа — Мәскәү ҡала башҡарма комитеты Баш архитектура-планлаштырыу идаралығының «Моспроект-I» идаралығы 20-се комплекслы оҫтаханаһы етәксеһе, 1963—1982 йылдарҙа — Мәскәү ҡала башҡарма комитеты «Моспроект-2» идаралығы начальнигы.

1968 йылда «Торлаҡ» халыҡ-ара эшсе төркөмөн етәкләй. Уның етәкселегендә бер нисә мөһим документ, атап әйткәндә, «Торлаҡ хартияһы» баҫтырып сығарыла[4].

1979—1982 йылдарҙа күләмле- планировкалы элементтарҙан эре панелле йорттар төҙөү системаһын булдыра һәм индерә (КОПЭ).

СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы (1946). 1982 йылдан алып 10 йыл дауамында РСФСР/Рәсәй Архитекторҙар союзына етәкселек итә. Рәсәй Архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһы академигы, 1992—1998 йылдарҙа — уның Президенты. СССР Художество академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1988 йылдан алып).

Мәскәүҙә Халыҡ-ара архитектура академияһының почетлы ағзаһы, Украина архитектура академияһының почётлы ағзаһы була

Францияның Архитектура академияһы ағзаһы (1988), Рәсәй Төҙөүселәр союзы һәм башҡа ойошмалар идараһы ағзаһы.

1998 йылдың 2 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Яңы Дон зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гавана ҡалаһындағы Рәсәй илселеге (1985)
Mәскәү, Тыныслыҡ урамы, 74
  • Волга-Дон суднолар каналы һәм Цимлянск гидроузелының ер өҫтө биналары һәм ҡоролмалары комплексы (Л.М. Поляков етәкселегендә авторҙар коллективы составында), 1950—1953)
  • Проект ойошмалары биналары (Мәскәү, Ленинград шоссеһы).
  • «Ленинград» ҡунаҡханаһы (Мәскәү, 1949-1959 йылдарҙа проектлау буйынса төркөм етәксеһе)..
  • Торлаҡ йорт (Мәскәү, Тыныслыҡ проспекты, 74; архитекторы Н.И. Хлынов менән берлектә).
  • Мәскәүҙең үҙәк автовокзалы бинаһы (Щёлков шоссеһы, 75, В. Нестеров һәм В. Гинзбург менән берлектә), 1971 йыл.
  • 1966 йылда ер тетрәүҙән һуң Ташкент үҙәгенең бер өлөшөн проектлауға һәм реконструкциялауға етәкселек итеү.
  • «Мәскәү» универмагы (Мәскәү, Комсомол майҙаны).
  • Гаванала Рәсәй Илселеге (Куба, 1985).
  • 2018 йылдың сентябрендә Мәскәүҙең Красносельский районында Архитектор Рочегов урамы барлыҡҡа килә[7].
  1. Ročegov, Aleksandr Grigor‘jevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Память народа
  3. Память народа
  4. Творческая лаборатория Александр Рочегов // Архитектура СССР. — 1984. — № 3. — С. 70. — ISSN 0004-1939.
  5. Мария Александровна Энгельке. Живопись. Выставка к 90-летию художницы. Московский союз художников. Дата обращения: 24 сентябрь 2020. Архивировано 6 ғинуар 2020 года.
  6. Художественная Династия. Московский союз художников (4 март 2019). Дата обращения: 24 сентябрь 2020. Архивировано 27 октябрь 2021 года.
  7. Улица Архитектора Рочегова и сквер Строителей Москвы появятся в столице. РИАМО. Дата обращения: 29 декабрь 2018. Архивировано 30 декабрь 2018 года.