Рошане Зафар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рошане Зафар
Roshaneh Zafar
Эшмәкәрлек төрө :

эшҡыуар һәм менеджер

Тыуған ере:

Лахор, Пакистан

Рошане Зафар (ингл. Roshaneh Zafar; Лахор, Пакистан) — Пакистан эшҡыуары һәм менеджеры, Kashf Foundation менән FINCA Microfinance Bank Limitedтың ойоштороусыһы һәм етәксеһе; бер нисә халыҡ-ара төркөмдөң һәм эшҡыуарлыҡ буйынса, йәнә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙың директорҙар советы ағзаһы[1][2][3][4][5].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рошане Зафар Лахорҙа (Пакистан) зыялы интеллигент ғаиләһендә тыуа[1]. Атаһы — уңышлы юрист һәм консультант[6][1].

Рошане Зафар Уортон бизнес мәктәбендә иҡтисад һәм финанс өлкәһендә бакалавр һәм Йель университетында халыҡ-ара иҡтисади үҫеш өлкәһендә магистр дәрәжәһен ала[3][2][1][4][6].

1990-сы йылдар башында Зафар БМО-ның үҫеш программаһында һәм Бөтә донъя банкында үҫеш буйынса белгес карьераһын яһай[7][1][6].

Ул Пакистанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн беренсе Bedari кризис үҙәген ойоштороусыларҙың береһе була[2].

Донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙың урыны һәм уларҙың иҡтисади үҫеше буйынса конференцияла ул Grameen Bank'ты нигеҙләгән Мөхәммәт Юныс менән осраша, ул Зафарҙы, Бангладешҡа барып, эшҡыуарлыҡ тәжрибәһен өйрәнергә дәртләндерә[7][8]. Ике ай интенсив өйрәнеүҙән һуң ул ойошманың бизнес-моделен Пакистанға яраҡлаштырырға була[7].

1996 йылда Зафар Пакистанда Kashf Foundation коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын аса һәм уның етәксеһе була, артабанғы карьераһы ла нәҡ ошо предприятиеға бәйләнә[7][2][6].

Ваҡыт үтеү менән Kashf Foundation клиенттары депозитҡа мохтажлыҡ кисерә башлай[5]. Ләкин Пакистан ҡануниәте микрокредитлау ойошмаларына физик берәмектәрҙән аҡса ҡабул итеүҙе тыя[5]. Был проблеманы хәл итеү өсөн Рошане Зафар Kashf Microfinance Bank'ты ойоштора[6], 2013 йылдың ноябрендә уның исеме FINCA Microfinance Bank Limited тип алмаштырыла[5][9].

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эшҡыуарлыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҫеше өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Рошане Зафар бер нисә наградаға һәм премияға лайыҡ була[3].

2005 йылда Пакистан президенты уға илдең иң юғары дәүләт граждан наградаларының береһен — Tamgha-e-Imtiaz[en] — тапшыра[1][4].

Зафар ханым 1997 йылда Пакистанда беренселәрҙән булып Ашока фонды стипендиаты була[2], артабан Шваб фонды (2003[1]) һәм Сколл фонды (2007[8]) тарафынан йыл социаль эшҡыуары тип табыла[3][3][4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Roshaneh Zafar  (инг.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды (2003). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 ROSHANEH ZAFAR  (инг.). Ашока (фонд) (1997). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Roshaneh Zafar  (инг.). Women's World Banking. 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Executive Profile Roshaneh Zafar  (инг.). Bloomberg. 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Roshaneh Zafar  (инг.). Vital Voices (2010). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 [iipdigital.usembassy.gov/st/english/publication/2012/02/20120227123445ael0.2555898.html Roshaneh Zafar: Social Entrepreneur Empowers Women]  (инг.). IIP Digital (2012-09-10). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Mahboob Mahmood, Melanie Hui Kashf Foundation: A Pakistani Microfinance Organization Gears up for Dramatic Growth  (инг.). INSEAD (2007-07). 12 июнь 2015 тикшерелгән.
  8. 8,0 8,1 Kashf Foundation  (инг.). Сколл фонды (2007). 13 июнь 2015 тикшерелгән.
  9. Company Overview of FINCA Microfinance Bank Limited  (инг.). Bloomberg. 13 июнь 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]