Рошен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украина Рошен
Тип

Акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1996 йыл

Уранлашыуы

Украина, Киев, производство майҙансыҡтары: Винница, Кременчуг, Киев, Липецк, Клайпеда, Будапешт, һөт заводы: Винница, логистика үҙәге: Яготин

Тармаҡ

кондитер продукцияһы етештереү

Продукция

Шоколад, карамель, кәнфит, бисквит, печенье, торт, пирожный, батонсыҡ, вафля, ҡаҡ, зефир, мармелад, крекер, кекс

Хеҙмәткәрҙәр һаны

9 мең кеше

Сайт

roshen.ua/ru/ roshen.com/ru/

 Рошен Викимилектә

«Рошен» (Roshen) — украин кондитер корпорацияһы, донъяла иң эре кондитер ризыҡтары етештереүселәрҙең береһе. 2012 йылға ҡарата Candy Industry Top 100 рейтингында18-се урынды биләгән. Башҡа сығанаҡтар буйынса, әһәмиәте буйынса донъя кондитер компаниялары араһында 15-се урында тора[1].

Компанияның үҙәк офисы Киевта урынлашҡан. Украиналағы бүлектәренән тыш, компания составына Литва, Венгрия, Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Ҡытай бүлектәре инә. Продукцияһы донъяның 30-ҙан ашыу илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Беларуста, Кавказ, Урта Азия, ЕС илдәрендә, АҠШ-та, Молдовала, Ҡытайҙа, Израилдә, Литвала һатыла.

«Рошен» атамаһы корпорацияға нигеҙ һалған Пётр Порошенко[2] фамилияһының тәүге һәм һуңғы ижектәрен ҡыҫҡартыу юлы менән яһалған[3].

Милекселәре һәм етәкселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылғы Украина президентын һайлауҙа ҡатнашҡан Пётр Порошенко еңгән осраҡта "Рошен"ды һатырға ниәтләүен белдерә[4]. 2015 йылдың 5 июнендә Киевта үткән матбуғат конференцияһына Пётр Порошенко үҙенең «Рошен» кондитер корпорацияһы акциялары пакетын Ротшильдтар нәҫеленең N M Rothschild & Sons шәхси инвестиция банк компанияһы идараһына тапшырасағы тураһында әйтә. 2016 йылдың ғинуарында был акцияларҙы Rothschild Trust траст фонды идараһына тапшырыу тураһында договорға ҡул ҡуйыуы[5], ошо сәбәле президентлыҡ мөҙҙәте тамамланмайынса бизнесҡа йоғонто яһай алмаясағы хаҡында иғлан итә.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рошен» корпорацияһы 320-нән ашыу атамалағы продукция сығара: шоколад плиткалары, шоколад батонсыҡтары, шоколадлы, карамелле, желелы кәнфиттәр, печенье, бисквит, вафлялар, торт, зефир, пирожныйҙар, ҡаҡ, кекс, мармелад, крекерҙар. Йыллыҡ етештереү күләме 450 мең тоннаға етергә мөмкин.

Социаль проекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рошен» корпорацияһы ғәмәлгә ашырған ҡайһы бер социаль проекттар:

  • Бөтә Украинала 80 балалар майҙансығы йыһазландырған (2004—2008 йылдар)[6].
  • Винницала яр буйын яңыртып төҙөкләндергән[7] һәм яҡтылыҡлы-музыкалы фонтан ҡуйған (асылыу ваҡыты — 4.09.2011)[8].
  • Харьковта Үҙәк Яңы йыл майҙанында боҙ каток эшләткән[9].
  • Харьковта Т. Г. Шевченко исемендәге баҡсала яҡтылыҡлы-музыкалы фонтанды реконструкциялаған[10].
  • Киевтағы ОХМАТДЕТ милли балалар махсус дауаханаһына 50 миллион гривналыҡ хәйриә ярҙамы проектын тормошҡа ашырған (2015—2016 йй.)[11].
  • Даими рәүештә, татлы бүләктәр тапшырып, балалар өсөн производствоға түләүһеҙ экскурсиялар үткәрә[12].
  • Черкассы зоопаркында яңы вольерҙар төҙөй.
  • Киевта «Подолдағы театр» өсөн яңы бина һала (планлаштырылған асыу датаһы — 2017 йылдың марты)[13].

Производство ҡеүәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рошен» корпорацияһына ингән Винница кондитер фабрикаһының ике етештереү майҙансығы

2016 йылға ҡарата корпорация составында торған производство ҡеүәттәре:

  • «Киев „Рошен“ кондитер фабрикаһы» ААЙ[14] (элекке «К. Маркс исемендәге Киев кондитер фабрикаһы», Украина).
  • «Винница кондитер фабрикаһы» ААЙ (Украина)[15].
  • «Кременчуг „Рошен“ кондитер фабрикаһы» ААЙ (Украина)[16].
  • «Рошен» ЯАЙ (элекке «Клайпеда кондитер фабрикаһы», Литва)[17].
  • Bonbonetti Choco Kft. (Будапешт, Венгрия)[18].
  • «Винница „Рошен“ һөт заводы» ААЙ (Украина)[19].
  • «Липецк „Рошен“ кондитер фабрикаһы» ААЙ (Рәсәй). 2002 йылда һатып алына. 2016 йылдың авгусына ҡарата фабрика мөлкәте Мәскәү ҡалаһының Басман суды һалған арест аҫтында тора. Арест тураһындағы ҡарар мөлкәтте файҙаланыуға юл ҡуя, ләкин уның менән ниндәй ҙә булһа оперциялар үткәреүҙе (һатыу, хужаһын алмаштырыу) тыя[20]. 2013 йылдың уртаһынан етештереү күләме ике тапҡырға ҡыҫҡара, 2016 йылда унда эшләүселәр һаны 1800 кешенән 800-гә ҡала[21]). 2017 йылдың 20 ғинуарында корпорацияның рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, апрель айында корпорацияның Рәсәйҙәге берҙән-бер бүлеге булған Липецк „Рошен“ кондитер фабрикаһы ААЙ эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ 2017 йыл 22 ғинуар архивланған..

Продукцияны сертификатлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ROSHEN кондитер фабрикалары ISO 9001:2008 халыҡ-ара сифат һәм ISO 22000:2005 аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге стандарттары талаптарына ярашлы сертификатланған[22]. ROSHEN һөт заводында (Винница) ISO 9001 (2015 йылдың 20 апрелендә бирелгән сертификат) һәм ISO 22000 (2015 йылдың 4 майында бирелгән сертификат) халыҡ-ара стандарттары талаптарына ярашлы аҙыҡ-түлек сифатына һәм хәүефһеҙлегенә идара итеү системаһы индерелгән. Аҙыҡ-түлектең сифатына һәм хәүефһеҙлегенә идара итеү системаларының ярашлылығы «Bureau Veritas» халыҡ-ара аудит компанияһы сертификаттары менән раҫланған. 2016 йылдың апрелендә FSSC-22000 аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге сертификаты алына[23].

Фабрикаларға экскурсиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рошен» корпорацияһы 8—14 йәшлек балалар өсөн өс фабрикаға — Киев, Винница һәм Кременчугтағы производстволарға — түләүһеҙ экскурсиялар ойоштороп тора. Экскурсия ваҡытында балалар татлыны әҙерләү барышын ҡарай. Экскурсия программаһына шулай уҡ татлы ризыҡтарҙы тәмләтеү һәм "Рошен"дан бүләк тапшырыу инә[24].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Санкциялар һәм тикшереүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таможня союзы дәүләттәре яғынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылдың 29 июлендә Роспотребнадзор тарафынан Рәсәйгә «Рошен» компанияһы продукцияһын индереүгә тыйыу һалына. Тыйыу сифат һәм хәүефһеҙлек талаптарын боҙоуға ҡағыла: продукция өлгөләрендә майҙар күләме һәм органолептика нормативҡа тап килмәй, һөтлө шоколадта хәүефле бензпирен химик берләшмәһе табыла[25].

«Рошен» һәр ваҡыт Украина менән Рәсәй Федерацияһының дәүләт норматив документацияһы талаптары, сертификатлау ҡағиҙәләре тулыһынса үтәлеүе, санитар нормалар күҙәтелеүе тураһында белдерә[26].

«Рошен» корпорацияһы, Мәскәү ҡалаһының Тверь район суды тарафынан корпорацияның Рәсәйҙәге предприятиеларының бөтә аҡсаһына арест һалыныуы сәбәпле, 2014 йылдың 21 мартынан Рәсәй территорияһында эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була[27] 2014 йылдың апрелендә корпорация Рәсәй предприятиеларындағы эшен ҡабат башлай.[28].

2015 йылдың 16 апрелендә Мәскәү ҡалаһының Басман район суды «Липецк „РОШЕН“ кондитер фабрикаһы» ААЙ-һынан 180 миллион һумлыҡ һалым бурысын түләтеү тураһында ҡарар сығара. 2015 йылдың 24 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Баш тәфтиш идаралығы был ҡарар нигеҙендә Липецк фабрикаһының мөлкәтенә арест һала. Арест һалынған мөлкәттең дөйөм хаҡы 2 миллиард һумға баһалана[29].

2016 йылдың сентябренә Липецк фабрикаһы мөлкәте Мәскәү ҡалаһының Басман суды һалған арест аҫтында ҡалыуын дауам итә. Арест тураһындағы ҡарар мөлкәтте файҙаланырға рөхсәт итә, ләкин уның менән ниндәй ҙә булһа операциялар үткәреүҙе (һатыу, хужаһын үҙгәртеү) тыя. РФ Тәфтиш комитеты һалған арестан башҡа, тағы ете ер участкаһының, шулай уҡ бер нисә торлаҡ булмаған бинаның һәм ҡоролманың, шул иҫәптән коммуникация объекттарының хужаһын үҙгәртеүгә һалым инспекцияһы һалған тыйыу эш итә[30].

Ҡаҙағстан

2013 йылдың 2 авгусында «Рошен» продукцияһының Таможня союзының техник регламентына тап килмәүе тураһында Роспотребнадзорҙың рәсми раҫламаһына бәйле, Ҡаҙағстан Республикаһының Санитар хеҙмәте продукцияны тикшерә башлай.[31] Тикшереү һөҙөмтәһендә продукцияла бензпирен табылмай[32].

Беларусь Республикаһы

2013 йылдың 2 авгусында «Рошен» продукцияһының Таможня союзы нормаларына ярашлылығын тикшереүҙе Беларусь Республикаһы санитар хеҙмәттәре лә башлай.[33] Шулай уҡ Беларусь Республикаһының Дәүләт таможня комитеты Рәсәй Федерацияһы территорияһына «Рошен» украин кондитер фабрикаһы етештергән кондитер изделиеларының Таможня союзы таможня сигенең белорус өлөшөндәге үткәреү пункттары аша индерелмәүе һәм Беларусь Республикаһы территорияһынан реэкспортланмауы сараларын күрә.[34] Бынан һуң Беларусь Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары — баш санитар табибы Игорь Гаевский Беларусь Республикаһы үҙ территорияһында «Рошен» продукцияһын һатыуҙы тыймаясағы тураһында белдерә.[35] Ә 2013 йылдың октябрендә Беларусь Республикаһы Стандартлаштырыу буйынса дәүләт комитеты «Рошен» продукцияһында хәүефһеҙлек талаптары күрһәткестәрен боҙоуҙарҙың табылмауын хәбәр итә[36].

Башҡа дәүләттәр яғынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Молдавия

2013 йылдың 29 июлендә Молдова Республикаһы Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге буйынса милли агентлығы «Рошен» украин корпорацияһы продукцияһына һайланма һынауҙар үткәрә[37]. Был тикшереү һөҙөмтәләре буйынса аҙыҡ-түлек сифаты һәм хәүефһеҙлеге стандарттарына ярашһыҙлыҡ осраҡтары табылмай [38].

Тажикстан

2013 йылда Тажикстан Республикаһы Санитар-эпидемиология хеҙмәте менән Тажикстан Республикаһының Энергетика һәм сәнәғәт министрлығы тарафынан үткәрелгән «Рошен» продукцияһын тикшереү[39] һөҙөмтәһендә нормаларҙы боҙоуҙар табылмай[40].

Ҡырғыҙстан

2013 йылдың 13 авгусында Ҡырғыҙ Республикаһының Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм экспертизалар департаменты «Рошен» фабрикаһы кәнфиттәренең хәүефһеҙлеген тикшерә[41]. Уның һөҙөмтәләре буйынса кеше өсөн зарарлы бер ниндәй ҡушылмалар ҙа (шул иҫәптән бензпирен һәм ауыр металдарҙың тоҙҙары) табылмай[42].

Әрмәнстан

2013 йылдың 29 авгусында Әрмәнстан Республикаһы Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт хеҙмәте баҫып сығарған тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, «Рошен» компанияһының продукцияһында бензпирен табылмаған[43].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Арасланова А.
  2. Power structure Roshen - ukrainian confectionery manufacturing group. Retrieved July 19, 2023.
  3. Порошенко купил одну из крупнейших шоколадных фабрик Венгрии
  4. Порошенко объявил о передаче Roshen в «слепой траст» «РБК», 14.01.2016
  5. Rothschild Trust подтверждает подписание трастового договора по доле Порошенко в «Рошен»
  6. Детские площадки :: Кондитерская Корпорация ROSHEN 2016 йыл 22 ноябрь архивланған.
  7. В Виннице открыли набережную Рошен и уникальный фонтан — События
  8. ROSHEN Фонтан :: Кондитерская Корпорация ROSHEN 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  9. В центре Харькова работает самый большой в Украине каток — В городе
  10. В саду Шевченко открыли обновленный фонтан
  11. Врачи Охматдет: «Скептики не верили, что проект с „Рошен“ будет реализован» (фото)
  12. Экскурсии на производство 2016 йыл 19 ноябрь архивланған.
  13. «Рошен» рассчитывает завершить реконструкцию «Театра на Подоле» до марта 2017 года
  14. ПАО «Киевская кондитерская фабрика „Рошен“» 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  15. ПАО «Винницкая кондитерская фабрика» 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  16. ПАО «Кременчугская кондитерская фабрика „Рошен“» 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  17. Klaipeda Confectionery Factory 2016 йыл 20 сентябрь архивланған.
  18. Bonbonetti Choco Kft. 2016 йыл 21 август архивланған.
  19. Roshen построила за 700 млн гривень молочноконсервный комбинат в Виннице
  20. Российскую фабрику Порошенко арестовали до лета — Деньги, финансовые новости на 1+1 — ТСН.ua
  21. Липецкая фабрика: сладкий привкус #зрады — BBC Україна
  22. Сертификация и контроль качества 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  23. Винницкий молочный завод ROSHEN получил еврономер 2016 йыл 11 сентябрь архивланған.
  24. экскурсии для детей 2016 йыл 19 ноябрь архивланған..
  25. Роспотребнадзор: запрет на ввоз конфет Roshen связан с их качеством
  26. Кондитерская Корпорация ROSHEN информирует об отсутствии фактов официальных претензий со стороны Роспотребнадзора к качеству кондитерской продукции ТМ ROSHEN 2013 йыл 7 август архивланған.
  27. Московский суд арестовал счета Roshen в России на сумму почти 800 млн гривень
  28. Корпорация ROSHEN возобновила производство, Кондитерская Корпорация ROSHEN (15 апрель 2014). 16 май 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 17 май архивланған.23
  29. Следком РФ наложил арест на имущество Roshen в Липецке // rbc.ua 28.04.2015
  30. Roshen намерена вернуть уплаченный в бюджет РФ 181 млн рублей // Ліга.
  31. Казахстан почав перевірку продукції Roshen — УНИАН, 02.08.2013 (укр.)(укр.)
  32. Казахські експерти не знайшли бензопірену у продукції Roshen — УНІАН, 05.08.2013
  33. Білорусь розпочала перевірку продукції Roshen — УНИАН, 02.08.2013 (укр.)(укр.)
  34. Білорусь закрила свій кордон для цукерок Roshen — УНИАН, 02.08.2013 (укр.)(укр.)
  35. Білорусь не відмовиться від українського шоколаду — УНІАН, 06.08.2013
  36. Білорусь не знайшла небезпечних компонентів у продукції Roshen — УНІАН, 07.10.2013
  37. Молдова також перевірить продукцію Roshen на шкідливість — Українська правда, 29.07.2013 (укр.)(укр.)
  38. Молдова не знайшла в солодощах Roshen «нічого шкідливого» — УНІАН, 05.08.2013
  39. Перевірити продукцію Roshen збирається ще й Таджикистан — УНИАН, 02.08.2013 (укр.)(укр.)
  40. Таджикистан не нашел никаких недостатков в продукции Roshen — УНИАН, 03.08.2013
  41. Киргизстан вирішив перевірити українські цукерки // УНІАН, 13.08.2013
  42. Киргизстан підтвердив, що в продукції Рошен немає небезпечних речовин // УНІАН, 14.08.2013
  43. Вірменія не знайшла бензопірену в цукерках «Рошен» — УНІАН, 29.08.2013

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • roshen.com — Рошен рәсми сайты  (инг.)  (рус.)  (укр.)