Эстәлеккә күсергә

Рсай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рсай
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Рсай ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Рсай ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 894 кеше (2017)[2],
928 кеше (2002)[3],
942 кеше (2009)[3],
926 кеше (2010)[4],
915 кеше (2012)[5],
929 кеше (2013)[6],
916 кеше (2014)[7],
914 кеше (2015)[8],
900 кеше (2016)[9]
Почта индексы 452263
Карта

Рсай (рус. Рсаево) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 926 кеше булған[10]. Почта индексы — 452263, ОКАТО коды — 80230860001.

Ҡыр-Йылан улусының Лаяшты түбәһенә ҡараған Рсай ауылы Баҙы йылғаһы үҙәнендә урышлашҡан. Ауылға нигеҙҙе Йылан улусы общинаһының әүҙем ағзаһы Ырыҫ Тәмәйев һалған, тип фаразлана. Ул йыш ҡына милек буйынса бәхәсле эштәрҙе тикшергән ваҡытта үтескә аҡса биреп тороусы ла һәм аралашсы булараҡ та сығыш яһай. 1782 йылда аҫаба башҡорттар 50 йылға, йылына һәр ихатанан 10-ар тин түләү шарты менән, дәүләт крәҫтиәндәре сословиеһына ҡараған, яңыраҡ суҡындырылған сыуаштарҙы үҙ ерҙәренә индерә[11].

Бөтә Рәсәй рәүиздәре мәғлүмәттәре: 1795 йылда ауылда 170 кеше, 1816 й. - 250, 1834 й. - 380, 1858 й. - 595, 1870 й. - 692, 1917 йылда 1905 кешенең йәшәүе теркәлә[11].

1843 йылда 328 башҡортҡа 720 бот ужым һәм 1664 бот яҙғы иген сәселә. Берәү 8 бот катуф сәсә. Ауылда 4 тирмән була (1870 г.)[11].

Мәсет янында балаларҙы уҡытыу өсөн «училище» эшләй.

Рядовой Мәғәҙән Әбделлкәримов (1787 йылда тыуған) 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се Башҡорт полкы составында һуғышҡаны өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә. Уның улдары: Мөхәмәтлатиф, Мөхәмәтвәли[11].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1856 847 1009 45,6 54,4
1959 йыл 15 ғинуар 1282 555 727 43,3 56,7
1970 йыл 15 ғинуар 1241 580 661 46,7 53,3
1979 йыл 17 ғинуар 1099 501 598 45,6 54,4
1989 йыл 12 ғинуар 918 418 500 45,5 54,5
2002 йыл 9 октябрь 928 452 476 48,7 51,3
2010 йыл 14 октябрь 926 435 491 47,0 53,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  7. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  10. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2022)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2022)