Рубаб
Рубаб | |
![]() | |
Классификация | |
---|---|
Туғандаш инструменттар |
Рубаб, ребаб, рабаб (ғәр. ربابة)[2] – корпусы түңәрәк тиерлек һәм декала резонанс өсөн ҙур булмаған түңәрәк тишеге булған ғәрәп сығышлы бер-ике ҡыллы, һыҙғыслы (ҡайһы бер ваҡытта сиртмә) инструмент.
"Ребаб-әш-шағир" – шағирҙарҙың ребабы "ребаб-әш-шағир" бер ҡыллы. Диапазоны беренсе октавалағы "ре"нан "си-бемоль"ға тиклем. Йырсыларҙың ребабы — «ребаб-әл-моғанни» ике ҡыллы. Диапазоны кесе октавалағы "ла"нан беренсе октавалағы "ла"ға тиклем. Ребабта һыҙғыс менән, тубыҡтарға ҡуйып уйнайҙар. Ребаб декламацияға йәки бер төрлө көй фигураһы менән йырлауға аккомпанемент булып хеҙмәт итә. Ғәрәп оркестрында ребаб осрамай.
Ребаб XII быуатта Европаға ребек булараҡ күскән. Төркиәлә өс ҡыллы ребаб осрай.
Ребаб төрҙәре төрлө исемдәр аҫтында инструмент ҡоролошонда һәм көйҙө башҡарыуҙа үҙ традициялары менән Көнсығыш, Урта Африканың һәм Испанияның төрлө халыҡтарында осрай.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Йемен ребабы
-
Бәҙүин ребабала уйнай. Икенсе донъя һуғышы заманынында
-
Ребабта уйнаусы
-
Сиртмә ребабта уйнаусылар
-
Һыҙғыслы ребабтар
-
Ребаб менән музыкант, яҡынса 1590 йыл. Фарсы миниатюраһы, Британия музейы
-
СССР почта маркаһында ребаб
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ребаб // Большая российская энциклопедия. Том 28. — М., 2015. — С. 289.
- Ребаб // Музыкальная энциклопедия. Том 4. — М.: Советская энциклопедия, 1978. — Стб. Ҡалып:-..
- Ребаб // Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 454. — 672 с.
- Ребаб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)