Эстәлеккә күсергә

Руднева Евгения Максимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Руднева Евгения Максимовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1]
Тыуған урыны Бердянск[d], Бердянский уезд[d], Александровская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 9 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (23 йәш)
Вафат булған урыны Керчь[d], Крымская АССР[d], РСФСР, СССР
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Ерләнгән урыны Керчь[d]
Һөнәр төрө лётчик, штурман, хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Руднева Евгения Максимовна Викимилектә

Руднева Евгения Максимовна (24 декабрь 1920 йыл — 9 апрель 1944 йыл) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы 325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы штурманы, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы[2].

Евгения Максимовна Руднева 1920 йылдың 24 декабрендә Бердянск ҡалаһында, хәҙер Украинаның Запорожье өлкәһендә, хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

Мәскәү өлкәһенең Салтыковка ҡасабаһында, Бабушкин ҡалаһында йәшәй. 1941 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының 3-сө курсын тамамлай. Астрономия менән шөғөлләнә.

Фәнгә һөйөү Женяла мәктәптә үк уяна. Бигерәк тә уны астрономия арбай. 9-сы синыфтан астрономия түңәрәгендә шөғөлләнә башлай, астроном булыү теләге ныҡ була.

1938 йылда урта мәктәпте яҡшы билдәләренә генә тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының механика факультетына уҡырға инә. Егәрлелеге һәм ҡыҙыҡһыныусанлығы арҡаһында тиҙ арала университеттың иң яҡшы студенттарының береһе булып таныла. Шул уҡ йылда ул Бөтә Союз астрономия-геодезия йәмғиәтенең (ВАГО) Ҡояш бүлегендә эшләй башлай, ә бер йылдан уны ошо бүлектең мөдире итеп һайлайҙар. Бер үк ваҡытта Үҙгәреүсе йондоҙҙар бүлегендә лә эшләй, йыш ҡына Пресняла обсерваторияла төндәр буйы күҙәтеүҙәр үткәрә. 1939 йылда «Бюллетень ВАГО» журналының 3-сө һанында Рудневаның «Биологические наблюдения во время Солнечного затмения 19 июня 1936 г.» тип аталған беренсе ғилми мәҡәләһе баҫылып сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта, Женя өсөнсө курсты тамамлап, яҙғы имтихан сессияһын бирә. Үҙ һөнәренә, алыҫ йондоҙҙарға ғашиҡ булған студент ҡыҙға оло киләсәк юрайҙар, әммә ул һуғыш тамамлайынса уҡымаҫҡа һәм фронтҡа китергә ҡарар итә.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың октябренән, штурман мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың май айынан, штурман экипажы. 46-сы гвардия төнгө авиаполкы (325-се төнгө бомбардировка авиадивизия, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) гвардия өлкән лейтенанты дошмандың тере көстәрен, кисеүҙәрен, тимер юлы эшелондарын юҡ итеү буйынса 645 хәрби осош яһай. Төньяҡ-Кавказ аръяғы, 4-се Украина фронттарында ҡатнаша. Төньяҡ Кавказ, Тамань һәм Керчь ярымутрауҙарында һуғыша. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы

Ҡыйыу осоусы 1944 йылдың 9 апрелендә Пана Прокопьева менән хәрби заданиены үтәгән ваҡытта Ҡырым АССР-ының Керчь ҡалаһынан төньяҡтараҡ батырҙарса һәләк була. Керчь ҡалаһында 1944 йылдың 4 авгусында Хәрби мемориаль зыяратында ерләнә. Үлгәндән һуң уға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 октябрендәге Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Руднева Евгения Максимовнаға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә.
  • Е. М. Рудневаға Балашиха ҡалаһының (Мәскәү өлкәһе) Салтыковка биҫтәһендә ул уҡыған МОБУ «Салтыков гимназияһы» территорияһында һәйкәл ҡуйылған. Шунда уҡ урамда уның исеме менән таҡта ҡуйылған
  • Мәскәүҙә Геройға бюст ҡуйылған — Осоусы Бабушкин, Зөбәржәт һәм Евгения Руднева урамдары киҫелешендәге скверҙа (Мәскәүҙең Төньяҡ-Көнсығыш административ округы), шулай уҡ Пресняла обсерваторияның музейында
  • Руднева фамилияһы П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия интситутының бинаһында һуғышта һәләк булған студенттарға арналған мемориаль таҡтаташта телгә алына
  • Женяның исеме ул яратҡан йондоҙҙар араһында мәңгеләштерелгән: Ҡояш системаһының кесе планеталарында асылған бер йондоҙ «Руднева» тип атала[3]
  • Керчь ҡалаһында 15-се мәктәп һәм Бердянск ҡалаһында балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәге (элекке Пионерҙар йорто) Руднева исемен йөрөтә, унда йыл һайын, 9 апрелдә митинг һәм «Женя шәме» хәтер вахтаһы үткәрелә. Уның исеме менән Бердянск, Керчь, Мәскәү һәм Салтыковкала урамдар аталған.
  • Евгения Рудневаның исеме Мәскәү ҡалаһы Ленин районындағы 23-сө мәктәпкә бирелгән.
  • 2014 йылдың 17 сентябрендә Бердянск ҡалаһында Рудневаға тантаналы рәүештә һәйкәл асыла.
  • Керчь ҡалаһында Женя Рудневаға һәйкәл урынлашҡан. Скульпторы Р. В. Сердюк. Архитекторы А. Н. Морозов, Р. Г. Ликсо, 1971 йыл.
  1. 1,0 1,1 Yevgeniya Maksimovna Rudneva // TracesOfWar
  2. Руднева Евгения Максимовна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 515. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. Ҡалып:IAU.
  • Руднева Евгения Максимовна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Кравцова (Меклин) Н. Штурман полка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Руднева Е. М. Пока стучит сердце. Дневники и письма Героя Советского Союза Евгении Рудневой. — М., 1958.
  • Ракобольская И. В., Кравцова Н. Ф. Нас называли ночными ведьмами. — М.: Изд-во МГУ, 2005. — 336 с.
  • Чечнева М. П. Повесть о Жене Рудневой. — М., Сов. Россия, 1978.
  • Milanetti, Gian Piero. Soviet Airwomen of the Great Patriotic War - A pictorial history. — Istituto Bibliografico Napoleone, Rome, Italy, 2013. — ISBN 9788875651466.
  • А. И. Еремеева «Герой Советского Союза Женя Руднева 1920—1944» (Государственный Астрономический Институт имени П. К. Штернберга МГУ).